Ирекмәндәр ѳсѳн файҙалы дәрес

Ирекмәндәр ѳсѳн файҙалы дәрес
Мѳмкинлектәре сикләнгән балалар һәм инвалид балаларҙы тәрбиәләгән ғаиләләр менән эште ойоштороу буйынса тѳбәк семинар-кәңәшмә ваҡытында медицина колледжында “Мәрхәмәт” йәмәғәт хәйриә фондының белгестәре ирекмәндәр ѳсѳн семинар-практикум, тренинг ойошторҙо. Сарала ҡаланың медицина, металлургия, педагогия колледждары студенттары ҡатнашты.
Ирекмәндәр ѳсѳн файҙалы дәрес“Мәрхәмәт” фонды инвалид балаларға уңайлы мѳхит тыуҙырыу йәһәтенән әүҙем эшләй һәм ошо йүнәлешкә ирекмәндәрҙе йәлеп итеү буйынса эш алып бара. Медицина колледжында үткәрелгән сарала ла белгестәр ирекмәндәрҙе инвалид балалар менән эшләү алымдарына ѳйрәтте, мѳмкинлектәре сикләнгәндәрҙең күңелен күреү ѳсѳн байрам үткәреү серҙәре менән уртаҡлашты. Инвалид балаларҙың да уйнағыһы, тѳрлѳ сараларҙа ҡатнашҡыһы килә һәм ирекмәндәр уларға күңел асыу сараларын ойоштороуҙа, аралашыу ѳсѳн уңайлы мѳхит булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша ала. “Байрамдарҙа клоун, аниматор булып ҡатнашырға мѳмкин”, - тине семинар-практикумды алып барған белгес Ильдар Радик улы Садиҡов (өҫкө һүрәттә). Семинар-кәңәшмәлә “Мәрхәмәт” фонды белгестәре ирекмәндәргә инвалид балалар менән аралашыуҙы ойоштороу, уртаҡ тел табыу алымдары менән таныштырҙы һәм битараф булмаҫҡа саҡырҙы.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий