«Гәзит - үҙе ҙур бүләк»

Мөхәрририәткә үҙ йомошо менән килгән гәзит уҡыусыбыҙ «Аҙна бүләге»н тартып сығарҙы һәм сираттағы бүләк хужаһын билдәләне. Бәхетлеләр гәзитебеҙҙең даими уҡыусылары - Инйәрҙән Зәйтүнә Ғимран ҡыҙы һәм Шәрифулла Кинйәғәле улы САФИУЛЛИНДАР.
- Гәзит - үҙе ҙур бүләк. Гәзиттә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе күптән беләм кеүек, уларҙың мәҡәләләре аша танышбыҙ. Баҫманы энәһенән ебенәсә тигәндәй уҡыйбыҙ. Гәзит-журнал таратҡан көндә килтереүҙәрен түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Гәзит менән икебеҙ ҙә бәләкәйҙән танышбыҙ, беҙгә тиклем атай-әсәйҙәребеҙ алдырып уҡыған. Ғаиләле булғас, үҙебеҙ алдыра башланыҡ, бер ваҡытта ла матбуғатһыҙ ҡалманыҡ. Күп бала тәрбиәләп үҫтерһәк тә, гәзит-журналдарға яҙылырға форсатын, әмәлен таба торғайныҡ, - тинеләр Зәйтүнә инәй менән Шәрифулла бабай телефон аша.
Геройҙарыбыҙ үҙҙәре лә елле кешеләр булып сыҡты. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ветерандар иң күп гәзит-журнал алдырыусылар рәтендә. Улар көндәлек яңылыҡтар менән гәзит аша таныша, республикала барған хәл-ваҡиғаларҙы барлай. Зәйтүнә инәй оҙаҡ йылдар Арышпар интернат-мәктәбендә төнгө тәрбиәсе булып эшләгән, ә тыл һәм хеҙмәт ветераны Шәрифулла Кинйәғәле улы ғүмерен урман хужалығы менән бәйләгән. Ветеран шиғырҙар ҙа яҙа, китабы ла донъя күргән, туған-яҡындарын тик шиғри юлдар менән генә ҡотлауына барыһы ла өйрәнеп бөткән инде.
Улар олоғайған көндәрендә лә тик ултырырға яратмай, умарта тоталар, кәзәләренең мәнфәғәтен күрәләр: ҡымыҙын да эсәләр, ейәндәре лә йылы ойоҡло була.
Сафиуллиндар кеүек тоғро дуҫтарыбыҙ осраһа, күңел күтәрелә. Бер хәрефен дә ҡалдырмай, гәзиттең һәр һанын уҡып барыусыларыбыҙ барҙа, беҙгә, редакция хеҙмәткәрҙәренә, артабан да тырышып эшләргә генә ҡала. Ауылдарҙа баҫмаларҙың килеүен түҙемһеҙләнеп көтөп алыусылар бар икән, тимәк, матбуғат халыҡҡа кәрәк. Гәзитебеҙҙе бер генә кеше булһа ла алдырып уҡый икән, беҙ уны сығарырға тейешбеҙ. Бәхеткә күрә, улар бер нисәү генә түгел, ә меңдәрсә... Шулар араһында Зәйтүнә инәй менән Шәрифулла бабайҙың булыуы икеләтә ҡыуаныслы. Үҙҙәре әйтмешләй, иң ҙур бүләк һаналған “Урал” гәзитенә күптән яҙылып та ҡуйғандар. Киләсәктә лә бүләкһеҙ ҡалмаҫтар. Ә бөгөнгө отҡан бүләктәре - сынаяҡтар менән ветерандар һуңғы яңылыҡтарҙы һөйләй-һөйләй, тәмле балдарынан ауыҙ итә-итә сәй эсерҙәр әле...
МӨХӘРРИРИӘТ.


Оставить комментарий