«Беҙгә берләшергә кәрәк»

«Беҙгә берләшергә кәрәк»
Белоретта сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙы тәрбиәләгән ғаиләләрҙең эшен ойоштороу буйынса күсмә төбәк семинар-кәңәшмәһе үтте.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары, Белорет, Әбйәлил, Учалы муниципаль район хакимиәттәре, Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеге вәкилдәре, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләр менән эшләгән социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм инвалид балаларҙың ата- әсәләре ҡатнашты.
Ҡаланың Реабилитация үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һау- лыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе белгестәре, врачтар инвалид балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ҡабул итеү ойошторҙо. Медик-социаль экспертиза үткәреү, уны үткәндә файҙаланылған яңы классификация һәм критерийҙарҙы ҡулланыу, физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы реабилитациялағанда йәки абилитациялағанда шәхси программаларҙы тормошҡа ашырыу, инвалидтарҙы техник реабилитациялау саралары менән тәьмин итеүҙә күрһәтмәләр исемлеге кеүек һорауҙарға Башҡортостан Республикның Медик-социаль экспертизаһының баш бюроһы етәксеһе урынбаҫары Роза Баҡыева һәм физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе техник саралар менән тәьмин итеү бүлеге начальнигы Нур Низаметдинов яуап бирҙе. Шулай уҡ баш ҡала врачтары - невролог, травматолог-ортопед, кардиологтар бәләкәй пациенттарҙы, ата-әсәләрен ҡабул итте.
Сарала ҡатнашыусылар ҡаланың 10- сы мәктәбе бинаһында урынлашҡан Өфөнөң 13-сө мәктәп-интернаты дәүләт учреждениеһының структур подразделениеһы булған Белореттағы инвалид балаларҙы өйҙә дистанцион уҡытыу, физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәктәре эше менән танышты, үҙәк район клиник дауаханаһының балалар поликлиникаһында булды, ҡаланың Картиналар галереяһында сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ҡул эштәре, һүрәттәре күргәҙмәһен ҡараны.
Семинар-кәңәшмә эшенең артабанғы этабы - “Хеҙмәттәшлек синергияһы - инвалид балалар, уларҙың ғаиләләре менән эшләү системаһын үҫтереүҙең төп факторы” темаһына “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде.
Йәнле аралашыуҙа хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова, “Мәрхәмәт” хәйриә фонды президенты ярҙамсыһы Елена Феофанова, “Яратҡан балам” абилитациялау үҙәге директоры, медицина фәндәре кандидаты Фәйрүзә Латипова, шулай уҡ муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары, инвалид балаларҙың ата-әсәләре, махсус ведомстволар, берләшмәләр етәкселәре һәм белгестәре сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе реабилитациялау һәм абилитациялауға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡараны. Ҡала реабилитация үҙәге директоры Елена Булавко район-ҡалала һәм башҡа сығыш яһаусылар үҙ биләмәләрендә физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ғаиләләре менән эшләү тәжрибәһен уртаҡлашты. “Түңәрәк өҫтәл”дә инвалид балалар өсөн пособиелар күләме, техник саралар менән тәьмин итеү, дауалау буйынса мәсьәләләр тикшерелде. Шифахана-курорттарға юлламалар бүлеү мәсьәләһе лә ҡаралды, сөнки республикала 15 меңгә яҡын физик мөмкинлектәре сикләнгән бала иҫәпләнһә, шуларҙың 2 меңе генә шифахана-курорттарҙа сәләмәтлеген нығытыу өсөн сиратта тора. Ата-әсәләр ҙә үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды.
- Бөгөн сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы абилитациялау һәм реабилитациялау мәсьәләләрен уңышлы хәл итеү маҡсатында беҙгә мотлаҡ берләшергә кәрәк. Быны “түңәрәк өҫтәл”дең исеме үк әйтеп тора. Белорет районындағы учреждениеларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, муниципаль район хакимиәте был ойошмаларға тейешле иғтибар бүлгәнен билдәләп үтергә була. Хакимиәт учреждениеларҙы белә, ярҙам итә. Ойошмаларҙа эшкә йылы ҡараш күренә, бөтә яҡтан да ярҙам итергә тырышалар. Йомғаҡ яһап, шуны әйтергә кәрәк, эшләйһе эштәр күп. Бигерәк тә ҡануниәттең айырым бүлектәрен ныҡлап өйрәнеү талап ителә. Ҡайһы бер закондар, бигерәк тә «Әсәлек капиталы» программаһы һөҙөмтәле эшләй. Шулай ҙа ҡарарҙа әсәлек капиталын ниндәй тармаҡта файҙаланыу буйынса үҙгәртеүҙәр талап иткән осраҡтар килеп тыуа. Ҡасандыр беҙ әсәлек капиталын өс маҡсатта файҙалана ала инек, бөгөнгө көндә ғаилә уны башҡа йүнәлештәрҙә лә тотона ала. Инвалид баланы дауалау һәм шифахана-курорттарҙа сәләмәтлеген нығытыу мөмкинлеге өҫтәлһә, тағы ла яҡшыраҡ һәм дөрөҫ булыр ине.
Бөгөн семинар-кәңәшмә уңышлы булды, тип әйтергә мөмкин. Бында ойошмаларҙың, министрлыҡтарҙың, тәү сиратта, муниципаль район хакимиәтенең эше ыңғай баһаланды. Беҙ эмоциональ ҡәнәғәтлек, яҡшы һөҙөмтәләр алдыҡ. Көн һайын бер төрлө эште эшләгәндә, һөҙөмтәләр тиҙ генә күренмәй. Ә бар көстө туплап, үҙ эшенең оҫтаһы булған белгестәр менән бергә эшләгәндә, ыңғай һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин, - тине семинар һуңында Ольга Кабанова.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.

Оставить комментарий