Үҙәк майҙанда парад

Үҙәк майҙанда парад
Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең һѳнәри байрамы айҡанлы Металлургтар майҙанында парад үткәрелде. Сараны ҡарарға муниципаль район хакимиәте етәкселәре, ведомство ветерандары, полиция хеҙмәткәрҙәренең яҡындары, 20-се мәктәптең кадет класы һәм ҡала халҡы килде.
Полиция хеҙмәткәрҙәре бер рәткә теҙелгәс, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Ришат Баймырҙинға урынбаҫары, эске хеҙмәт подполковнигы Радик Мостафин полиция составының парадҡа теҙелеүе тураһында рапорт бирҙе. Ришат Рәшит улы Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының парад үткәреү тураһында бойороғон уҡып ишеттерҙе һәм парадты асыҡ тип иғлан итте. 2015 йыл һѳҙѳмтәләре буйынса “Иң яҡшы территориаль эске эштәр органы” булған Белорет районы буйынса бүлеккә ғинуарҙа күсмә байраҡ тапшырылғайны. Байрам парадында ла полиция хеҙмәткәрҙәре тантаналы рәүештә ошо күсмә байраҡ менән үтте.
Ришат Рәшит улы коллегаларын һѳнәри байрамдары менән ҡотлағандан һуң, полиция хеҙмәткәрҙәре Руслан Абдуллинға, Батырйән Мѳхәмәтдиновҡа - полиция подполковнигы, За- риф Собханғоловҡа, Гѳлнара Оморҙаҡоваға, Лена Сѳләймәноваға - полиция майоры, Альбина Науширбановаға, Тимур Абдрахмановҡа - полиция капитаны исемдәрен тапшырҙы. Һѳнәри бурысын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәттәштәрен бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар, улар хѳрмәтенә автоматтарҙан залп бирелде.
Үҙәк майҙанда парадПолиция хеҙмәткәрҙәре байраҡ менән махсус техника оҙатыуында ҡаланың үҙәк урамынан үтте. Каска кейгән, ҡорал тотҡан хеҙмәткәрҙәрҙе күреү бер яҡтан ғорурландырһа, икенсенән, беҙҙе тѳрлѳ енәйәттәрҙән һаҡларлыҡ кѳс булыуына ышаныс тыуҙырҙы.

Сара Мәҙәниәт һарайында дауам итте

Кискә полиция хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың яҡындары, башҡа структура етәкселәре ҡала Мәҙәниәт һарайында йыйылды. Ҡотлау һүҙе менән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге начальнигы Ришат Баймырҙин, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең Йәмәғәт советы рәйесе Иван Лавренов, бүлектең ветерандар советы рәйесе Анатолий Кузнецов сығыш яһаны. Йәмәғәт һәм ветеран ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнашҡан, йәштәрҙә илһѳйәрлекте тәрбиәләүгә ѳлѳш индергән хаҡлы ялда булған эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре Рәил Ғәлиуллинға, Сәмиғулла Ильясовҡа, Юрий Армашулаға “Эске эштәр министрлығы ветераны” миҙалдары тапшырылды.
Шулай уҡ быйыл хаҡлы ялға киткән хеҙмәткәрҙәрҙе лә сәхнәгә сығарып тәбрикләнеләр. Йола буйынса 60, 70, 80 йәшлек юбилейҙарын билдәләгән ветерандарҙы ла ҙурланылар. Улар араһында 80 йәшен билдәләгән Фәрит Ибат улы Нуруллин да бар ине.
Сарала ете полиция хеҙмәткәренә Рәсәй Эске эштәр министрлығының I, II, III Дәрәжә “Хеҙмәттәге уңыштары ѳсѳн” миҙалдары, йәмәғәт урындарында тәртип һаҡлауға ҙур ѳлѳш индергән полиция майоры Радмир Хѳснуллинға Рәсәй эске эштәр министры В.А. Колокольцевтың Рәхмәт хаты тапшырылды.
Владислав Геннадьевич тәртип һаҡлауға ҙур ѳлѳш индергән полиция хеҙмәткәрҙәрен муниципаль район Советының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Инспектор-кинолог, ѳлкән лейтенант Линар Сәйәховтың - “Эшләгеҙ, туғандар!”, тәүтикшереү бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы Артур Хужиәхмәтов башҡарыуындағы “Автор йыры”н полиция хеҙмәткәрҙәре кѳслѳ алҡыштарға күмде.
Ҡала Мәҙәниәт һарайы коллективы бай йѳкмәткеле концерт ҡуйҙы.

Ауыр енәйәттәр кәмегән

Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең һѳнәри байрамы алдынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Ришат Рәшит улы Баймырҙин киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу үткәреп, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Ришат Рәшит улы белдереүенсә, 2016 йылда эш һѳҙѳмтәләре алдағы йылдарҙан әллә ни айырылмаған. Быйыл ауыр енәйәттәр кәмегән. Халыҡ менән профилактик эш алып барыу ыңғай һѳҙѳмтәләр биргән. Енәйәткә юл ҡуймау маҡсатында ғаилә ғауғасылары менән ныҡлы эш алып барыла. Легаль булмаған спиртлы эсемлектәр һатыусыларҙы тотоу, яуаплылыҡҡа тарттырыу йүнәлешендә эшләү ҙә ыңғай һѳҙѳмтә биргән һәм урам енәйәттәренең кәмеүенә килтергән.
“Фанфуриктар, лосьондар һәр магазинда һатыла. Беҙ улар менән эшләйбеҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡануниәттең камиллашып етмәүе сәбәпле, был мәсьәләгә һуңғы нѳктә ҡуйыуы ауыр. Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙә ағас урлаусылар күп һәм уларға ҡаршы кѳрәш алып барыла. Ағастың күпләп ҡырҡылыуы экосистеманың боҙолоуына, йылғаларҙың һайығыуына килтерә. Профилактикалау маҡсатында “Урман” операцияһы үткәрелә. Машиналарҙы күп туҡтатаһығыҙ, эште тотҡарлайһығыҙ тип ялыуҙар яҙалар. Мин шуны әйтер инем: ағас алыу ѳсѳн ябай халыҡ йылдар буйы сират кѳтә. Ә ҡайһы берәүҙәр ҙур килем алып, рәхәтләнеп йәшәй. “Ҡара ағас ҡырҡыусылар” эшмәкәрлегенән һуң урманда нимә ҡалғанын үҙегеҙ беләһегеҙ: юлдар боҙола, урманға ингеһеҙ”, - тине Ришат Баймырҙин.
Иҡтисади енәйәттәрҙе асыҡлау йәһәтенән дә ҙур эш алып барыла. Мутлашыусылар буйынса енәйәт эштәре судҡа тапшырылған. Ришүәткә бәйле ике тѳркѳмгә енәйәт эше ҡуҙғатылған, улар әсәлек капиталы менән шаярған. Наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы кѳрәш тә туҡтамай. Айырыуса наркотиктар таратҡандарҙы асыҡлауға ныҡлап баҫым яһала. Йәшерен урынға наркотик матдәләрҙе һалып һатҡандарҙы тотоу буйынса алымдар уйлап, ыңғай һѳҙѳмтәгә ирешә полиция хеҙмәткәрҙәре.
Район-ҡалала урлашыуға бәйле енәйәттәр кәмегән. Әммә автомобилдәрҙе урлау осраҡтары артыуы күҙәтелә икән. “Кеше мөлкәтен һаҡлау сараһын күрмәй, хатта машиналарына сигнализация ла ҡуймайҙар. Мал урлау осраҡтары ла кәмене, былтыр Кушнаренко районынан килеп мал урлап йѳрѳгән тѳркѳмдѳ ҡулға алдыҡ. Быйыл үлем осрағы менән юл-транспорт хәл-ваҡиғалары былтырғыға ҡарағанда кәмене. Кѳҙ ҙур фажиғә булды: ағас ташыған машина түңкәрелеп, дүрт кеше һәләк булды”, - тине Р.Р. Баймырҙин.
Осрашыуҙа начальникҡа участка инспекторҙары эшенә ҡағылышлы һорау бирелде. “Беҙ халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тырышабыҙ. Халыҡ кем спиртлы эсемлек һатҡанын, кем урланған әйбер һатып алғанын белеп-күреп тора. Участка инспекторҙары йыйылыштар үткәреп, халыҡ алдында отчет бирергә, фатирҙар буйлап йѳрѳп, бәйләнеш телефонын ҡалдырырға тейеш. Мин участка инспекторҙарынан шуны талап итәм. Халыҡ менән профилактик эш алып барыу ыңғай һѳҙѳмтә бирә. Әгәр ҙә ғаиләлә ир ҡатынына берҙе һуғып, яуаплылыҡҡа тарттырылмай ҡалһа, аҙаҡ ул, рәхәт ҡотолғанын аңлап, енәйәт ҡылыуы ла ихтимал. Шуға ла бындай кѳнкүреш енәйәттәренә баштан уҡ сик ҡуйырға кәрәк. Күп енәйәттәр эскән килеш ҡылына. Ә эскелеккә бирелгәндәр йәмғиәттә арта. Эскелеккә ҡаршы ауыл хакимиәте, район етәкселәре менән бергә кѳрәшергә кәрәк”, - тине Р.Р. Баймырҙин.
Журналистар спиртлы эсемлектәр һатыусыларҙы фашлау, урманға бәйле рейдтарҙа бергә ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий