Хәтерҙә ҡалған мәлдәр

Хәтерҙә ҡалған мәлдәр
Ғүмерем ағышын аҡҡан йылға ағышына оҡшатып ҡуям. Йә ул шаулап- гөрләп, бер кәртәләргә лә ҡарамай, ағыуын белә, йә тыныс ҡына, үҙемдең ярҙарымдағы матурлыҡтарҙы күрмәй үтмәйем әле тип, үҙ яйы менән генә аға. Тик йәл - йылдар үтә барған һайын йылға һыуы ла кәмей бара. Кеше менән дә шулай бит.
Бына быуаттың дүртенсе сиреген дә башланым. Бер ҡараһаң күп кеүек, ә бер ҡараһаң бик аҙ, бер мәл генә һымаҡ. Шулай ҙа хәтерҙә ҡалған ваҡиғалар бик күп. Мәҫәлән, 1953-54 уҡыу йылын бөгөнгөләй иҫләйем. Мин ул йылды IV класты тамамланым һәм түҙемһеҙләнеп яңы уҡыу йылы башланыуын көттөм. Яңы ерҙәр, яңы кешеләр менән танышыу көтә бит! Бының сәбәптәре лә бар шул. Дүрт күҙ менән Мәрйәм апайымдың институттан диплом алып ҡайтыуын көтәбеҙ. Дипломдың, институттың нимә икәнен миңә аңлаттылар инде. Ауылдан ғына түгел, яҡын-тирә ауылдарҙан да ҡыҙҙарҙан беренсе булып юғары белемле уҡытыусы булып ҡайта бит! “Эшкә ҡайҙа китһәм дә, Шәрғиәне үҙем менән алып китәм”, - тип хат та яҙған ине. Бына шуның өсөн дә мин уны бигерәк ныҡ көтәм.
Апайым йыраҡ китмәне, сөнки беҙ 4 бала уҡыйбыҙ, Фәрҙиә менән Венер бәләкәйҙәр. Атайымдың да һаулығы шәптән түгел. Хәтижә менән Әҡлимә Инйәргә баралар, ә Хәниф менән мине апайым Арышпарға алып китте. Әллә ҡайҙарға китергә өмөтләнгәс, Арышпарға барыуҙан күңелем төшкәйне, өләсәйем: “Ярай-ярай, аяғыңа сабата кейеп, арҡаңа аҙналыҡ ашамлыҡ йөкмәп Илмәшкә йөрөргә түгел дәһә һиңә! Апайыңа рәхмәт әйтеп, шым ғына китеп бар! Хәниф кенә бигерәк бәләкәй шул, ата- әсәһен һағыныр инде. Ярар, каникулдарға ҡайтып йөрөрһөгөҙ”, - тине. Шулай итеп, Арышпар мәктәбендә мин - V, Хәниф II класта уҡый башланыҡ. Мәктәпкә яҡын бәләкәй генә өй бирҙеләр. Беҙҙең менән бергә йәш кенә татар уҡытыусы апай ҙа урынлашты.
1 сентябрҙә мәктәпкә барҙыҡ. Апайым яңы пинжәк, Хәнифкә костюм да тегеп өлгөрҙө. Мин, ни менән сәсемде үрәйем, тип ҡайғырып йөрөгәндә, апайым фельдшер пунктына барып бинт алып килергә ҡушты. Шунан бинтты ҡырҡҡылап крахмал менән ҡатырҙы. Мин сәсемде үреп, бантик ҡуйҙым. Хәнифтең костюмына аҡ яға тектек. Беҙҙең ауылдың бер бүлмәнән генә торған мәктәбенә ҡарағанда Арышпар мәктәбе ярайһы ғына ҙур ине. Балалар күп, бигерәк тә бишенсе кластарҙа. Мине V б класына ултырттылар. Урман Рәүәте, Ҡолмас, Ноҡат ауылы балалары бер класта. Мин дә, Әдибә апайҙың улы Хәлил дә шул класҡа эләктек. Класс етәксебеҙ Шәйхетдинов Шакир ағай булды. Бер аҙна уҡығас, фотограф килде. Класс менән фотоға төштөк. Бына был фотола ике кластың балалары, күбеһе ҡайтып киткәйне. Хәҙер был уҡыусыларҙың да күбеһе юҡ инде. Мин алғы рәттә Мөхәмәтдинова Сәйтә менән ултырам. Өс йыл бер парта артында ултырып уҡыныҡ. Ул йылдағы көҙ матур булып иҫемдә ҡалған. Октябрь айының баштары ине. Линейка үткәреп, иртәгә эшкә барыуыбыҙ тураһында әйттеләр. Мөмкин тиклем йылыраҡ кейенеп, биҙрә йәки тоҡсай тотоп килергә ҡуштылар. Иртәгәһен Арышпар урамы буйлап үрге осҡа табан теҙелеп киттек. Ауылды үтеп, имән ағастары үҫкән урманға индек. Бында беҙгә имән сәтләүеге йыйырға кәрәклеген аңлаттылар, һәр класҡа норма бирҙеләр. Инйәр леспромхозы аттар, һыйырҙар, сусҡалар аҫрай икән. Бына шул сусҡаларға аслыҡ янай. Беҙҙең бурыс - фермаларға ярҙам итеү. Бөтәбеҙ ҙә тырышып эшләнек, бигерәк тә Ноҡат малайҙары шәп булып сыҡты. Беҙҙе бик маҡтанылар.
Тағы бер ваҡиға иҫемдә ныҡ һаҡлана. Мәктәп янына йыйҙылар ҙа аяҡҡа ҡалыныраҡ кейеп, бейәләй алып, малайҙарға балта, бысҡы тотоп килергә ҡуштылар. Иртәгәһенә Ноҡат менән Арышпар араһындағы урманлыҡҡа йүнәлдек. Барҙыҡ та аптырашып торабыҙ. Бына мәктәп директоры Нуритдин ағай менән Хәлиулла ағай, арбаға кәрәк- яраҡты тейәп килеп еттеләр һәм беҙгә нимә эшләргә кәрәклеген аңлаттылар. Ул йылды ҡар күп яуғайны. Мәктәп делянкаһында утын ҡырҡыусыларға ауырға тура килгән. Ағас төптәре оҙон булып ҡырҡылған. Лесхоз был делянканы ҡабул итмәй. Шуға балаларҙы ағас төптәрен яңынан ҡырҡырға алып килгәндәр. Етенсе класс малайҙары ҙур кәүҙәлеләр ине. Улар быстылар, ә беҙ көсөбөҙ еткәнсә түмәрҙәрҙе бер урынға ташыныҡ. Уҡытыусы апайҙар сәй ҡайнатты, бутҡа бешерҙе. Төркөм-төркөм ултырып сәй эстек, бутҡа ашаныҡ. Урындарыбыҙҙы йыйыштырғас, бер кемгә лә таралмаҫҡа, һәр класҡа айырым теҙелергә ҡуштылар. Физкультура уҡытыусыһы Сафа Мөхәмәтов ағай команда бирҙе:
- Мәктәп, теҙелергә! Галстуктарығыҙҙы муйынығыҙға бәйләргә! Отряд советы председателдәре рапорт бирергә әҙерләнергә! Рапорттарҙан һуң эшкә йомғаҡ яһалды, директор Нуритдин ағай эшләгән эштәргә баһа бирҙе, рәхмәт әйтте. Бигерәк тә VII класс уҡыусыларын маҡтаны. Сафа ағай тағы дауам итте:
- Бөгөн 19 май, пионер ойошмаһы төҙөлгән көн. Беҙҙең ғәҙәти булмаған сборҙа усаҡты тоҡандырыу һуңғы тапҡыр пионер сборында ҡатнашыусы, бөгөн шул тиклем тырышып эшләгән VII класс уҡыусыларына тапшырыла.
Йыйылған һыуырыстарҙан (хворост) тоҡандырылған усаҡ тирәләй ултырышып йырҙар йы- рланыҡ, шиғырҙар һөйләнек. Урмандан барыбыҙ ҙа ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡайттыҡ.
Күпме йылдар эшләһәм дә, 1990 йылға тиклем 19 май көнөн балалар һымаҡ шатланып, түҙемһеҙләнеп көтөп ала инем. Был байрамды ҡаршылаған һайын ошо урмандағы эштән һуң үткәрелгән пионер усағы, балаларҙың шат йөҙҙәре мәңге юйылмаҫ яҡты иҫтәлек булып хәтерҙә һаҡлана. Ғүмеремдең иң бәхетле миҙгелдәренең береһе булған икән ул. Әле һаман да күңелемдә пионер усаҡтары дөрләй. Шуға ла мин өйҙә ултырырға яратмайым. Мин һәр ваҡыт халыҡ араһында.
Шәрғиә ЯҠШЫДӘҮЛӘТОВА,
хеҙмәт ветераны.
Инйәр ауылы.
Оставить комментарий