Кино буламы? - Була!

Кино буламы? - Була!
Реконструкциялауға ябылған “Металлург” кинотеатры яңынан эшләй башланы.
Быйыл Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла Кино йылы. Кино сәнғәтен үҫтереү, яңынан тергеҙеү маҡсатында Рәсәй Хѳкүмәтенең Мәҙәниәт министрлығы һәм Кино фонды ҡала кинотеатрына 4,5 млн. һум ярҙам бүлде. Был аҡсаға заман талаптарына яуап биргән яңы кинопроектор, цифрлы ҡорамалдар һатып алғандар, ә бинаны реконст рукциялау “Металлург” кинотеатры иҫәбенә атҡарылған. Тамашасыға уңайлы булһын ѳсѳн 160 һәм 80 урынға тәғәйенләнгән ике кинозал эшләгәндәр. Был иһә бер юлы ике фильм күрһәтеп, тамашасыға һайлау мѳмкинлеген тыуҙыра.
- Яңы ҡорамалдар ҡуйғас, беҙҙә киномеханик вазифаһы ҡыҫҡартылды. Уның эшен система администраторы алып бара. Ул программа буйынса фильмдар урынлаштыра һәм кино автоматик рәүештә үҙ ваҡытында башлана. Реконструкция һѳҙѳмтәһендә кинозал ике ѳлѳшкә бүленде, әммә беҙ элекке мѳхитте һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ, - ти “Металлург” кинотеатры директоры Ксения Андреева.
Р. МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий