"СтройКА" өсөнсө автомобилен отторҙо

"СтройКА" өсөнсө автомобилен отторҙо
Белореттарҙың яратып ѳлгѳргән “СтройКА” гипермаркетының асылыуына ошо кѳндәрҙә бер йыл да булып киткән. Иркен, уңайлы урында урынлашҡан һәм бай тауар ассортименты булған сауҙа үҙәгенән бер ваҡытта ла кеше ѳҙѳлмәй.
Гипермаркет етәкселеге һатып алыусыларҙы тағы ла дәртләндереү маҡсатында тауарҙарға ташламалы хаҡтар ҡуя, тѳрлѳ акциялар, байрамдар ойоштора. 6 ноябрҙә ошо сараларҙың береһе - “СтройКА” гипермарке- тының бер йәшенә арналған лотерея уйыны үткәрелде. Акция шарттарына ярашлы, һатып алыусылар 20 мең һумлыҡ тауар чегын купонға алыштырып, лотерея уйынында ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Байрам сараһына “СтройКА” гипермаркеты ныҡлап әҙерләнгән: ҡала Мәҙәниәт һарайынан үҙешмәкәр артистар театрлаштырылған тамаша күрһәтте, килеүселәр ѳсѳн тышта йылы сәй ойошторолдо.
Бына тѳп сара башланды. Тәүҙә 1 мең һумға сертификаттар отторолдо, аҙаҡ иһә тѳҙѳлѳш инструменттары (шымартыу машинаһы, бысҡы, болгарка, асҡыстар тупланмаһы һ.б. бүләктәр) һәм 5 мең һумға сертификаттар уйнатылды. Бер купон хужаһы- на 15 процент ташлама менән тауар алыу хоҡуғы биргән сертификат отто.
Бына сараның тѳп ваҡиғаһы - алдан вәғәҙә иткән автомобиль уйнатыу ваҡыты етте. Камила исемле ҡыҙ, йәшникте бер аҙ ѳрѳлткәндән һуң, ҡапҡасты асып, иң ѳҫтә ятҡан купонды сығарҙы. Алып барыусы купонда яҙылған исемде атағас, машина отҡан бәхетле ҡатын ҡыуанысынан ҡысҡыра-ҡысҡыра алға сыҡты. Шулай итеп, “СтройКА” гипермаркеты отторған ѳсѳнсѳ ДЕО-Джентра автомобиле Белоретта йәшәгән Елена Алексеевна Падинаға эләкте.
Елена Падина “СтройКА” гипермаркеты ойошторған ѳс акцияла ла әүҙем ҡатнашҡан. Тәүге лотерея уйынында 20 купон тѳшѳргән, икенсе уйында - 10 купон, ә был юлы 17 купонлыҡ тауар һатып алған. Тимәк, кем күберәк купон тѳшѳрә, шул кешенең бүләк отоу мѳмкинлеге лә ҙур. “Йорт тѳҙѳйбѳҙ һәм тѳҙѳлѳш материалдарын тик “СтройКА” гипермаркетынан ғына һатып алабыҙ. Беҙгә гипермаркет оҡшай. Автомобиль оторбоҙ тип ѳмѳт итмәнек. Беҙҙең кеүек ҡатнашыусылар күп бит. Водитель танытмам булһа ла, ѳс йыл руль артына ултырғаным юҡ ине. Хәҙер яңынан автомобилдә елдерәм инде”, - тине Елена Алексеевна.
Ойоштороусылар белдереүенсә, акцияла ҡатнашырға теләгәндәр һаны артҡандан-арта бара. Был юлы лотереяға 2200-ҙән ашыу купон тѳшѳрѳлгән. Гипермаркет етәкселеге киләсәктә лә ошондай саралар үткәреп торасағын белдерҙе, уны нисек һәм ниндәй форматта ойошторасаҡтары тураһында хәбәр итәсәктәр.
Рәмилә МУСИНА.

(Реклама нигеҙендә баҫылды).
Оставить комментарий