Бәхет сере – уңғанлыҡта

Бәхет сере – уңғанлыҡта
Ҙурмы ул, бәләкәйме - һәр кешегә тыуған ауылы, уның тәбиғәте, кешеләре яҡын. Тыуған ауыл, тыуған яҡ тѳшѳнсәләре һәр беребеҙ ѳсѳн дә ғәзиз һәм ҡәҙерле. Тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡандан алып, ғүмеренең һуңғы кѳндәренә ҡәҙәр ул кешегә кѳс- таяныс бирә, онотолмаҫ моң булып оҙатып йѳрѳй. Һәм, әлбиттә, һәр ауылдың ғорурланып йәшәр кешеләре, шәхестәре бар. Исмаҡайҙарҙың да ғорурланырлыҡ ауылдаштары бихисап. Бѳгѳн һүҙем уларҙың береһе - хѳрмәтле ауылдашыбыҙ Кәримә Сабир ҡыҙы Бәҙретдинова тураһында.
Кәримә 1962 йылдың 29 мартында Сәйетборхановтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Бала саҡтан һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған, ихласлығы, теремеклеге менән арбап торған сабый ғаиләгә ҡот, йәм ѳҫтәй. Бала йәнле был ғаиләлә тағы ла йәм ѳҫтәп Нуриман, Флидә исемле балалар тыуа. Элемтә бүлеге мѳдире булып эшләгән Асия апай, Әүжән леспромхозының алдынғы эшселәренең береһе - Сабир ағай балаларын наҙлап, ҡурсаҡ кеүек кейендереп, ҡәҙерләп үҫтерҙе. Балаларҙы тәрбиәләүҙә яратҡан ѳләсәләре Ғәбиҙә инәйҙең дә ѳлѳшѳ ҙур булды. Ғаилә ишәйеүенә ҡыуанып, Сабир Шаһыбал улы ҙур ѳй һалып ебәрҙе. Балаларға белем генә биреп ҡалмай, эш һѳйѳүсәнлек, бер-береһе ѳсѳн тауҙай тороу, бәхетте ҡулда тотоу маһирлығы ла ваҡытында һалынған.
Тынғыһыҙ йәшлек - бәхетле ҡартлыҡ, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Асия Ғәлиәхмәт ҡыҙы 85 йәшендә лә мал ҡарап, ҡаҙ кѳтѳп, емеш-еләк йыйып, балаларының ҡәҙер-хѳрмәтенә күмелеп йәшәй. Тик был бәхетле кѳндәрҙе Сабир Шаһыбал улы ғына күрә алмауы ҡыҙғаныс. Балалары, килен-кейәүҙәре лә ауылдаштарының ихтирамын яулаған. Ярҙамсыл, кешелекле булыуҙары менән ауылдаштары, күрше-күләндәре күңелендә йылы урын алған улар.
Һәр кеше донъяға үҙ бәхете менән тыуа һәм алдына ҡуйған маҡсаттарға ирешеп, алға ынтыла. Был тормошта иң мѳһиме - кеше булып ҡалыу, үҙ урыныңды табыу. Заманалар нисек кенә үҙгәрмәһен, мәрхәмәтлек, изгелек, үҙ кѳсѳңә ышаныс, тормош юлында әйләнә-тирәнең яҡшы яҡтарын ғына күрә белеү кеүек дѳрѳҫ йүнәлеште үҙ иткән Кәримә. Исмаҡай мәктәбен уңышлы тамамлап, Магнитогорск ҡалаһындағы 63-сѳ һанлы училищеға уҡырға юллана. 1984-1991 йылдарҙа Тѳмән дәүләт тѳҙѳлѳш институтында инженер-тѳҙѳүсе факультетында уҡып, юғары белемле белгес булып, 1991-2000 йылдарҙа 3-сѳ категориялы проект инженеры вазифаһын биләй. 2001-2004 йылдарҙа тѳҙѳлѳш компанияһының баш инженеры булып эшләй.
Яҙмышын Нижневартовскиҙа таба: Риф Бәҙретдинов менән ғаилә ҡороп, ике ул үҫтерәләр. 2005 йылдан үҙенең проект институтын асып, генераль директор булып эшләй һәм Ханты-Манси округында ѳйҙәр тѳҙѳй. Уның хеҙмәтен дәүләт һәм башҡа ойошмалар юғары баһалай. Нижневартовскиҙың 35 һәм 40 йыллыҡ юбилейҙарында “Нижневартовск гүзәле” наградаһына, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына, “Нижневартовскиҙың Почетлы гражданины” исеменә лайыҡ була. Уның тураһында ѳс китап сыҡҡан. Ѳс тапҡыр депутат итеп һайлана.
Кәримә Сабир ҡыҙының ауылдаштарым, туғандарым тип ѳҙѳлѳп тороуын, ярҙамсыллығын, кешелеклеген күреп, күпме ихтыяр кѳсѳ, ныҡлыҡ, рухи байлыҡ үҙендә тип, ғәжәпләнәһең дә, һоҡланаһың да. Юғары вазифа биләүе уны бер ҙә үҙгәртмәгән, ябай, ихлас булыуы шатландыра ғына. Һәләтле кеше бѳтә яҡлап та һәләтле инде ул. Етди мәсьәләләрҙе шау-шыу тыуҙырмай, тыныс һәм тыйнаҡ ҡына хәл итергә ѳйрәнгән. Заман зыялыларына хас тәрән аҡыл, тәрбиә, әҙәп - уның холҡон биҙәгән матур һыҙаттар. Эштәренең уң барыуы, ышаныс, хѳрмәт яулауы ла иң тәүҙә ошо сифаттарға бәйлелер. Ѳлѳшѳнә тѳшкән бәхетте, һәләтте ул һаҡлай, яҡлай һәм үҫтерә белә.
Яҡташыбыҙ бар яҡлап та бәхетле. Һыйынайым тиһә - иле, яратайым тиһә - улдары, килене, ҡарап туйғыһыҙ ейәнсәре бар. Ғүмере буйы кинәнеп эшләрлек уңғанлығы булды, иң мѳһиме - халыҡ һѳйѳүен яулаған һәм уны һәр ерҙә лә ололап торалар.
Бына тағы сираттағы осрашыуға Кәримә Сабир ҡыҙын (һүрәттә) саҡырҙыҡ. Уҡыусыларҙың Республика кѳнѳнә арналған шиғырҙарын, йырҙарын тыңлап, бейеүҙәрен ҡарағандан һуң, ул күңелендә тыуған хистәре менән уртаҡлашты. Күңеле матур кешенең телмәре лә күңелебеҙгә хуш килде. Ул ауылдаштарын да онотмай, һәр саҡ ярҙам итеп тора. Бынан бер нисә йыл элек компьютерҙар бүләк иткәйне, һуңғы осрашыуҙа тағы ла компьютерҙар ебәрергә вәғәҙә биреп ҡайтты. Абруйлы ҡатын-ҡыҙ етәксегә ғаилә бәхете, балаларының ҡыуанысын тойоп, туғандарын шатландырап, яратҡандарҙы һоҡландырып, эшендә тағы яңы үрҙәргә ѳлгәшергә насип булһын.
Зифа ҠУЖАКОВА.
Исмаҡай ауылы.


Оставить комментарий