Бер юлы ике шатлыҡ

Бер юлы ике шатлыҡ
Уҙған йома ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында гәзитебеҙҙең элекке мѳхәррире, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы һәм Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, “С верховьев реки Зилим” китабы өсөн Яныбай Хамматов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты Гөлсөм Мостафина һәм Башҡортостан Журналистар, Яҙыусылар союздары ағзаһы, “Ҡунаҡ күрһәтәм” китабы өсөн “Ағиҙел өҫтөндәге йәйғор” премияһына лайыҡ булған Зөһрә Үтәғолова китаптарының исем туйын үткәрҙе.
Әҙибәләрҙе ҡотларға муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Ғәлийәнова, Мансур Һиҙиәтов етәкселегендә “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзалары Фәриха Вәлиуллина, Сәйфулла Ғайсин, Хәлиҙә Бакирова, Әнисә Ғәзизова, Мөнирә Сәлимйәнова, Альбина Хәйретдинова, "Ѳлкәр" башҡорт мәҙәни үҙәге директоры, яҙыусы Сәғирә Шәрәфетдинова, әҙибәләрҙең яҡындары, дуҫтары килгән. Ут күршеләребеҙ - Әҡлимә Сафина етәкселегендә Учалы яҙыу- сылар ойошмаһы ағзалары Нуридә Илһамова, Сәлиә Ғатауллина, филология фәндәре кандидаты, яҙыусы Рәүеф Шаһиев, яҙыусы, бейеүсе Урал Аллаяров ҡотлау сәләмдәрен еткереп, бүләктәрен тапшырҙы. Йылы, ихлас ҡотлауҙар йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Ижад кисәһен музей хеҙмәткәрҙәре Фәнисә Шәрәфетдинова менән Лүзә Ғәниева алып барҙы.
Сараның Зөлфиә Ханнанованың Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, танылған прозаик Нурислам Шәйхуловҡа арналған шиғыры менән башланып китеүе юҡҡа ғына түгел. “С верховьев реки Зилим” китабына Яныбай Хамматов премияһы лауреаты Нурислам Шәйхуловтың, уның ҡыҙы, тәржемәсе, журналист һәм прозаик Гөлсөм Мостафинаның, улы, рәссам һәм прозаик, педагогия фәндәре кандидаты, Нижневартовск дәүләт университеты доценты Рамазан Шәйхуловтың повестары, хикәйәләре, хәтирәләре ингән. Был китапты тарих, быуындар сылбырын тоташтырыусы ҡиммәтле ҡомартҡы тиһәң дә хата булмаҫ, сөнки ул ошо өс шәхесте донъяға килтергән Хоҙайбирҙе ауылына, уның хеҙмәт һөйгән, ил яҙ- мышы менән бергә йәшәгән халҡына бағышланған.
Нурислам Шәйхуловтың кейәүе, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Мансур Яҡшыбай улы Һиҙиәтов та иҫтәлектәре, китапҡа бәйле уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты һәм әҙибәне яңы китабы, премия алыуы менән ҡотлап, матур теләктәрен әйтте. Гөлсөм Мостафинаны туғандарының ҡотлауы ла үҙенсәлекле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды.
Коллегалары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәрҙәре Сатура Минһажитдинова менән Фәриха Вәлиуллина бергә эшләгән йылдарҙың алтынға тиң ғүмер миҙгелдәре булыуын билдәләне һәм артабан да илһамланып ижад итергә саҡырҙы. Учалыларҙың йырлы-моңло ҡотлауҙары ла күңелдә матур хистәр уятты.
Был йылы ҡотлауҙар, әлбиттә, быйыл “Ағиҙел өҫтөндә йәйғор” премияһына лайыҡ булған Зөһрә Үтәғолова адресына ла юлланды. Сатура Жәүәт ҡыҙы уның “Урал” гәзитендә баҫылған мәҡәләләренең һәр саҡ тос фекерле булыуын билдәләне, Зөлфиә Басир ҡыҙы гимназия коллективының уны юҡһыныуын белдерҙе, әхирәте Хәлиҙә Бакирова ҡәләмдәшенең һәр ваҡыт яҙынып ултырыуын, Фәриха Вәлиуллина бергә “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнеүҙәре хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Зөһрәнең һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙарҙы ла ҡунаҡтар йылы ҡабул итте. Өлкәндәр өсөн дә, кескәйҙәр өсөн дә берҙәй оҫталыҡ менән яҙған шиғырҙарына күп композиторҙар йыр ҙа ижад иткән. Зөһрәнең класташы, бала саҡ дуҫы Фәрзәнә Ишмырҙина күңелле лә, моңһоу ҙа балалыҡ, йәшлек йылдарына алып ҡайтты, кескәйҙән маҡсатлы, рухлы булып үҫкән әхирәтенең уңыштары менән ғорурланыуын белдерҙе һәм ижади уңыштар теләне.
Әҡлимә Сафина ике ижадсының да Учалы яҙыусылар ойошмаһының иң актив һәм эшлекле ағзалары булып тороуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Алып барыусы шағирәнең балалар өсөн “Ҡунаҡ күрһәтәм” китабынан шиғырҙар уҡыны. Зөһрә Үтәғолова “Бөрйәнем” ҡобайырын әйтте.
Үҙең ихлас, кешеләргә асыҡ күңелле, изгелекле һәм мәрхәмәтле булмаһаң, һәр кемде уйландырырлыҡ, фәһем алырлыҡ әҫәрҙәр яҙыу мөмкин түгелдер. Ике әҙибәнең дә ғүмер һәм ижад юлы тыуған яҡтары һәм халҡы менән тығыҙ бәйләнгән. Шуға ла уларҙың әҫәрҙәренә халыҡсанлыҡ, илһөйәрлек, рухи осош хас. Бындай осрашыуҙың һуңғыһы булмаҫына инанып, илһамланып таралыштыҡ китаптарҙың исем туйынан.
З. СӨЛӘЙМӘНОВА.

Оставить комментарий