Медицинанан – эшҡыуарлыҡҡа

Медицинанан – эшҡыуарлыҡҡа
Бына инде дүрт йыл Ирина Ивановна Кузнецова Үҙән һәм Ҡаһарман ауылы халҡын тәмле икмәктәре, бәлеш-күмәстәре һәм перәник-печеньелары менән ҡыуандыра. Әммә был эшҡыуар ҡатындың тормошҡа ашырасаҡ хыял, уй-ниәттәренең башы ғына.
Ирина Ивановна Үҙән балалар йортонда 21 йыл фельдшер булып эшләгән. Тормош иптәше, эшҡыуар Григорий Иванович Кузнецовтың тәҡдиме буйынса үҙ эшен асырға баҙнат итә.
- Медицинанан аҙыҡ-түлек тармағына күсеүе еңелдән булманы. Эште икмәк бешереүҙән башланыҡ. Һуңынан һатыуға һәм кешеләр заказы буйынса бәлештәр етештереүҙе яйға һалдыҡ. Әле лә ассортиментты тѳрлѳләндерәбеҙ. Икмәк-күмәстәр бешереү тармағында конкуренция кѳслѳ. Шуға ла һан артынан ҡыумай, сифат ѳҫтѳндә эшләйбеҙ. Тәмле, һатып алыусының талабына яуап биргән аҙыҡ-түлек етештереп, беҙ алға китәсәкбеҙ, тип уйлайым.
Әлеге ваҡытта предприятиела ѳс кеше эшләй. Коллективым яҡшы. Ҡыҙҙар араһынан Любовь Геннадьевна Портнова икмәкхана асылған кѳндән эшләһә, Алевтина Николаевна Чернышованың килеүенә ике йыл, - ти Ирина Ивановна. Әлеге ваҡытта шәхси эшҡыуар Үҙән, Ҡаһарман ауылдары мәктәптәрен һәм балалар баҡсаларын икмәк менән тәьмин итә. Балалар менән эшләү икеләтә яуаплылыҡ ѳҫтәй, шуға улар аҙыҡ-түлекте ай һайын санэпидемстанцияға анализға алып бара.
“Етештергән аҙыҡ-түлекте урындағы магазиндарға һатыуға сығараһығыҙмы?” - тип ҡыҙыҡһындым. “Ниңәлер ауыл магазиндары ситтән килтерелгән икмәккә ѳҫтѳнлѳк бирә. Халыҡ та тәүҙә беҙҙең аҙыҡ-түлеккә шикләнеп ҡараһа, хәҙер инде ѳйрәнә башланы. Ике йыл элек магазин астыҡ. Хәҙер даими һатып алыусыларыбыҙ бар. Беҙ совет заманында үҙебеҙҙә етештерелгән “Северный” тигән перәниктең, “коржик”тарҙың рецептарын табып, уларҙы сығарыуҙы яйға һалдыҡ, уларҙы халыҡ яратып ала. Перәник алабыҙ тип хатта Сермән ауылынан килгәндәр ҙә бар. Магнитогорск ҡалаһынан ял итеүселәр ҙә беҙ етештергән икмәк-күмәстәрҙе, кондитер изделиеларын яратып ала. Ҡаһармандар икмәк ташыған машинаны кѳтѳп тора”, - тип ҡыуаныуын йәшермәй эшҡыуар.
Икмәкхана хеҙмәткәрҙәрен икмәк-күмәстәр, кондитер изделиеларын бешереү нескәлектәренә ѳйрәтеү ѳсѳн даими рәүештә технологтарҙы саҡырып торалар. Беҙ барғанда Ѳфѳнән “Яҡташ” фирмаһы технологы Алһыу Рәмис ҡыҙы Ғәзизова икмәк бешереүселәрҙе “Посольский”, “Дачный”, “Кукурузный” һәм әсеткеһеҙ икмәк тѳрҙәрен бешереү серҙәренә ѳйрәтә ине.
Үҙ үҙеңә бикләнеп ултырып, һѳнәри яҡтан үҫеп булмағанын аңлаған эшҡыуар тѳрлѳ сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашырға тырыша. Быйыл Үрге Әүжән ауылында үткән байрамда ойошторолған бәлеш конкурсында I урын яулағандар. Яңыраҡ Ҡазан ҡалаһында үткән икмәк семинарында ҡатнашып, тағы ла дәртләнеп ҡайтҡан эшҡыуар. “Сара бик фәһемле булды, файҙалы кәңәштәр алдыҡ. Семинарҙан тағы ла ҡанатланып, яңы пландар менән ҡайттым. Хәҙер икмәк бешереү ѳсѳн заманса яңы ҡорамалдар алырға кәрәк. Ошо уңыштар менән генә сикләнеп ҡалмай, артабан үҫәсәкбеҙ”, - тине Ирина Ивановна.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий