ВИЧ - хөкөм ҡарары түгел, шулай ҙа унан дауаланған кеше юҡ

ВИЧ - хөкөм ҡарары түгел, шулай ҙа унан дауаланған кеше юҡ
1 декабрҙең Бѳтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы кѳрәш кѳнѳ икәнен хәҙер күптәр белә. Ғүмер ѳсѳн хәүефле булған был сир 1970 йылда уҡ барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта уның ниндәй инфекция булыуын береһе лә аңламай әле. Сир башлыса гомосексуалдар һәм наркомандар араһында тарала. Дауалау барышында бѳтә сирлеләрҙең дә үҙ- ара енси бәйләнештә булыуы асыҡлана, барыһында ла иммун системаһы дефициты күҙәтелә. Һѳҙѳмтәлә бѳтә пациенттар ҙа үлә: ҡайһылары бер нисә айҙан, икенселәре бер нисә йылдан һуң.
80-се йылдарҙа Америка, Европа һәм Африкала СПИД менән ауырыусыларҙың күбәйеүе медиктарҙы эпидемия таралыуын танырға мәжбүр итә. Серле ауырыу тураһындағы тәүге хәбәр АҠШ матбуғатында баҫылып сыға. 1983 йылда был ауырыу 40 илдә рәсми рәүештә теркәлә. СПИД биологияның бик күп күренештәренә мѳнәсәбәтте үҙгәртә һәм кеше организмындағы ҡайһы бер процестарҙы хәл итеү ѳсѳн медицинаның ни тиклем кѳсһѳҙ булыуын күрһәтә. 1988 йылда СПИД 138 илдә тарала. Уртаҡ бәлә бѳтә донъя ғалимдарын аяҡҡа баҫтыра, сѳнки ауырыуҙар ғына түгел, инфекция йѳрѳтѳүен белмәгәндәр ҙә сәләмәт халыҡҡа ҙур хәүеф уята. Кешелек киләсәген дауам итеүсе йәштәрҙең хәүеф тѳркѳмѳнә ҡарауы айырыуса аяныс тыуҙыра.
Рәсәйҙә был сир тәүге тапҡыр 1987 йылда теркәлә. XX быуатта иһә ул бѳтә планетаны яулап ала. Күп кенә илдәр СПИД-тан вакцина уйлап табыуҙары хаҡында хәбәр итһә лә, әлегә тиклем сирҙән тулыһынса дауаланған бер кеше лә юҡ.
Ә ҡайҙан килгән һуң ул беҙгә СПИД? Ауырыуҙың килеп сығыуы буйынса донъяла бер нисә фараз йәшәй. Уның тәүгеһе буйынса, сир Кѳнбайыш Америкала маймылдарҙан таралған тип иҫәпләнә. ВИЧ вирусы сығанағы булып Үҙәк Африканың йәшел маймылдары һанала. Ошо хайуанға һунар иткәндә тешләгәндән барлыҡҡа килгән яра аша вирус йоға. Шуға күрә хайуандарҙа ла был сир бар тип һанала. Күп кенә ғалимдар ауырыу организмдың иммун системаһын үлтергән наркотик матдәләр - героин, ЛСД, кокаин ҡулланыу арҡаһында барлыҡҡа килә тип бара. Бактериологик ҡорал менән эшләгән Америка ғалимдары СПИД вирусын яһалма рәүештә булдырған тигән фараз да бар. Ғалимдар сирҙе туҡтатыу ѳсѳн универсаль вакцина уйлап табырға тырышыуҙан туҡтамай. Уларҙың фекеренсә, вирустың структураһын үҙгәртеү СПИД-ты ғына түгел, донъялағы башҡа бик күп ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы, мәҫәлән, яман шеште лә дауалау мѳмкинлеге бирер ине.
2015 йыл мәғлүмәттәре буйынса, донъяла 37 млн. кеше ВИЧ инфекцияһы йѳрѳтә, шуның 87 проценты Рәсәйгә тура килә. Башҡортостанда 1987 йылдан алып бѳгѳнгә тиклем 22 мең сирле асыҡланған, шуларҙың яҡынса 6000-гә яҡыны рәсми рәүештә Ѳфѳлә йәшәй. Башҡа тѳбәктәр менән сағыштырғанда, был һан 1,5-2 тапҡырға түбәнерәк. Республикала йәшәгән 60 процент халыҡ сирҙе енси юл аша йоҡтора. 20- 30 йәшлектәрҙең был ауырыу менән сирләүе ике тапҡырға кәмегән. Был ВИЧ - хөкөм ҡарары түгел, шулай ҙа унан дауаланған кеше юҡ 1 декабрҙең Бѳтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы кѳрәш кѳнѳ икәнен хәҙер күптәр белә. Ғүмер ѳсѳн хәүефле булған был сир 1970 йылда уҡ барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта уның ниндәй инфекция булыуын береһе лә аңламай әле. Сир башлыса гомосексуалдар һәм наркомандар араһында тарала. Дауалау барышында бѳтә сирлеләрҙең дә үҙ- ара енси бәйләнештә булыуы асыҡлана, барыһында ла иммун системаһы дефициты күҙәтелә. Һѳҙѳмтәлә бѳтә пациенттар ҙа үлә: ҡайһылары бер нисә айҙан, икенселәре бер нисә йылдан һуң. йәштәрҙең СПИД тураһында мәғлүмәтле булыуы, хәүефһеҙлек сараларын күрә белеүе арҡаһында тип һанала. Ә бына 30- 40 йәшлектәр араһында хәлдәр башҡасараҡ. Бѳгѳн СПИД менән ауырыған бер кешенең 5-6, ҡайһы бер осраҡтарҙа унан да күберәк кешене зарарлай алыуын күҙ уңында тотһаҡ, бар осраҡта ла һаҡ булыуҙың ни тиклем мѳһим икәнлеге яҡшы аңлашылалыр. Шуға күрә лә ВИЧ инфекцияһы йѳрѳтѳүселәр үҙ һаулығын ҡайғыртырға, дауаланырға, ҡайһы бер ваҡытта препараттар комбинацияһын алыштырырға тейеш. Талаптарҙы үтәгәндә ауырыуҙар башҡа сәләмәт кешеләр кеүек йәшәү рәүеше алып бара ала. Республикала 18 лаборатория бар. Бында сәләмәтлегенә битараф булмаған, ситтә енси тормош алып барған, уртаҡ наркотиктар ҡулланған аңлы кешеләр бик күп мѳрәжәғәт итә. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, 60-ты үтеп тә әүҙем сексуаль тормош алып барыусы һәм инфекция йѳрѳтѳүселәр күбәйгән.
Белоретта былтырғы йылдың 9 айында 37 сирле кеше асыҡланһа, быйылғы йылдың ошо ваҡыт арауығында был һан 62-гә күтәрелде. Былтыр 9 ай эсендә районда ВИЧ инфекциялы 20 кеше, ә 2016 йылда 28 кеше үлде.
Республикала сирле әсәнән тыуған 97 процент балала әлегә ВИЧ инфекцияһы табылмаған, улар иҫәптән тѳшѳрѳлгән. 3 процент бала хәүеф тѳркѳмѳндә.
Э. МѲХӘМӘҘИЕВА әҙерләне.


Оставить комментарий