Инйәрҙә күп функциялы үҙәк асылды

Инйәр ауыл Советына ҡараған 21 ауыл халҡына документтарын эшләтеү, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр буйынса консультация алыу ѳсѳн хәҙер ҡалаға барып йѳрѳү кәрәкмәй. Улар бѳтә йомоштарын үҙҙәрендә атҡарыу мѳмкинлегенә эйә.
Бала ҡарауға, инвалидлыҡҡа пособиелар, әсәлек капиталы, хеҙмәт ветерандарына түләүҙәр һәм башҡа социаль яҡлауға, һалым хеҙмәтенә бәйле һорауҙар буйынса мѳрәжәғәт итеүселәрҙе Үҙәк хеҙмәткәре Светлана Шамил ҡыҙы Фазылова ҡабул итә. Тағы ла ниндәй хеҙмәт күрһәтеүҙәре тураһында учреждениеның рәсми сайтында mfcrb.ru йәки белешмә хеҙмәте телефоны аша танышырға була.
Рәсәй Федерацияһы Законында ҡаралған дәүләт пошлинаһы түләүҙән башҡа бѳтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.
Күп функциялы үҙәк Инйәр ауылы, Котовский урамы, 2А адресы буйынса урынлашҡан. Ауыл халҡын 4-се кабинетта шишәмбе-йома сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (тәнәфес 1-ҙән 2-гә тиклем) ҡабул итеү ҡаралған.
Асия ЙОСОПОВА.
Инйәр ауылы.

Оставить комментарий