Халыҡ депутатҡа ышаныс белдерә

Халыҡ депутатҡа ышаныс белдерә
Ошо аҙнала муниципаль район хакимиәтендә беҙҙең округтан депутат булып һайланған Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зѳһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина граждандарҙы ҡабул итте. Депутат менән осрашырға теләк белдереп, ҡабул итеүгә 28 кеше алдан уҡ яҙылды.
- Депутат булып һайланған кеше ҡайҙа барғанын яҡшы белә. Ышаныс белдереп, үҙе ѳсѳн тауыш биргән һайлаусыһы мѳрәжәғәтенә, ғаризаһына яуап биреү - тѳп бурыстарының береһе. Бѳгѳн халыҡ ҡаланан ғына түгел, ауылдарҙан да күп килгән. Мин уларҙың һәр береһен ҡабул итеп, һѳйләшергә тырышасаҡмын. Бик етди мәсьәләләр бар. Һәр бер һорау буйынса эшләйәсәкбеҙ. Нимәһе менән ҡыҙыҡ һуң ҡабул итеүҙәр? Халыҡ тѳрлѳ һорауҙар менән килә. Мин уларҙы ике тѳргә: шәхси мәсьәләләре менән мѳрәжәғәт итеүселәргә һәм йәмәғәт характерындағы проблемалар менән килеүселәргә бүләм. Халыҡ депутатта шәхси генә түгел, социаль характерҙағы һорауҙарҙы хәл итә алырлыҡ ниндәйҙер кѳстѳ күрә, ышана. Был депутатҡа яуаплылыҡ ѳҫтәй. Мин бер мандатлы округ депутаты. Был бик яуаплы йѳкләмә һәм беҙ эшләйәсәкбеҙ. Айына бер булһа ла килергә тырышасаҡмын, сѳнки райондар күп, ә регламент буйынса депутат айҙың ѳс аҙнаһында Мәскәүҙә закондар ѳҫтѳндә эшләргә тейеш. Тѳбәктә айына бер аҙна ғына була алам. Мѳрәжәғәттәр менән эшләү - бик етди эш. Депутат һайлаусылары менән шәхсән үҙе осрашырға тейеш. Ҡабул итеүгә халыҡ әүҙем килгән, - тип белдерҙе журналистарға Зѳһрә Йыһанур ҡыҙы.
Белореттар тѳрлѳ һорауҙар менән мѳрәжәғәт итте. Улар араһында бер апай кадастр иҫәбенә ҡуйғанда хата ебәрелеү сәбәпле тыуған аңлашылмаусанлыҡты хәл итеүҙә ярҙам һораны. Ҡаланың Ленин урамында күп фатирлы йорт төҙөүгә аҡсаһын күптән түләп бѳткән алты кеше тѳҙѳлѳш туҡталыуына бәйле мәсьәләне контролгә алыуҙы һорап килгән. Яңыраҡ Республика Башлығы Рѳстәм Хәмитовҡа Отнурок ауылында электр үткәреүҙәрен һорап барған Виктор Пелисов был юлы ла ошо уҡ мәсьәлә менән Зѳһрә Йыһанур ҡыҙынан аныҡ яуап алырға килгәйне.
Ҡаланың Нижнее селение биҫтәһенән килгән пенсионер ҡатын улының хәрби хеҙмәттә саҡта Чечен Республикаһында ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыуы һәм йәрәхәт алыуы, әммә был хаҡта хәрби билетына яҙылмауына зарланды. Хәрби билетта яҙыу булмағас, уға хәрби инвалидлыҡ буйынса пенсия түләнмәй икән. Инйәр ауылынан ағай бергә йәшәгән инвалид улы ѳсѳн ер алырға ярҙам итеүҙәрен һораны. Ниңә республикала Бѳйѳк Ватан һуғышы осоро балаларын социаль яҡлау тураһында закон ҡабул ителмәй тигән мәсьәлә лә күтәрелде. Икенсе пенсионер әле һаман ер пайҙарын рәсмиләштерә алмауы, кадастр инженерҙары документтарын юғалтыуы тураһында һѳйләне. Ерҙең документтары булмағас, мин ул баҫыуҙы эшкәртеп иген сәсә алмайым, тине ул. Ауылдарҙа утынға ағас алыуға бәйле проблемалар булыуын белдерҙе. Ҡалалағы күп фатирлы йортта йәшәгәндәр исеменән килгән пенсионер торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр ѳсѳн тарифтарҙың артыуы, идара итеүсе компанияның хужалары йыш алышыныуы, шулай уҡ халыҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр ѳсѳн даими түләп барһа ла, ниңәлер газ, йылылыҡ менән тәьмин итеүсе компаниялар алдында бурыстар йыйылыуына борсолоу белдереп, ошо йүнәлештә тәртип булдырыуҙа ярҙам һорап мѳрәжәғәт итте.
Тѳрлѳ һорауҙар менән килгән белореттар. Ғѳмүмән, депутат менән осрашыу бик нәтижәле булды. Зѳһрә Йыһанур ҡыҙы һәр бер кешене иғтибар менән тыңланы, яҙма ғаризалар ҡабул итте һәм һәр бер мѳрәжәғәткә яуап бирәсәген белдерҙе.
Депутаттың Ѳфѳлә “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесенең йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмәһендә ярҙамсыһы эшләй. Халыҡ борсоған мәсьәләләр буйынса унда ла мѳрәжәғәт итә ала.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.

Оставить комментарий