"Беҙ - "Урал"һыҙ, "Урал" беҙһеҙ йәшәй алмай"

"Беҙ - "Урал"һыҙ, "Урал" беҙһеҙ йәшәй алмай"
Был донъяла мөғжизә бар бит ул. Аҙна бүләгенең ғүмер буйы “Урал” гәзите менән бер теләктә, бер уйҙа йәшәгән, алсаҡ һәм ихлас, йырлы-моңло, шиғри күңелле Хөснә Мофассал ҡыҙы ӘХМӘТЙӘНОВАға эләгеүен тап шуның менән аңлатырға була. Ул гәзит-журналдарға үҙе генә яҙылып ҡалмай, башҡаларҙы ла өгөтләй.
Ғүмер буйы уҡытыусы, директор булып эшләгән Закир Ғәбдрәшит улы Сәмситдинов менән хәҙер улар Сәфәрғолдоң абруйлы, ихтирамлы аҡһаҡалы менән ағинәйе.
- “Урал”, “Башҡортостан”, “ЗОЖ” гәзиттәрен, “Ағиҙел” журналын алдырабыҙ. Икебеҙ ҙә уҡырға әүәҫбеҙ, - тип һөйләй Хөснә Мофассал ҡыҙы. - Бигерәк тә хикәйәләрҙе, шиғырҙарҙы яратып уҡыйбыҙ. Элегерәк үҙем дә шиғыр яҙа торғайным. Ауылыбыҙҙа клуб, китапхана юҡ, шуға китап, гәзит-журнал уҡырға ҡала инде. Балалар ғына йәл - ҡайҙа барырға белмәй аҙаплана. Өйҙәрендә китап, гәзит-журналдар булһа, бәлки, уҡырға әүәҫләнеп тә китерҙәр ине. Ташҡа яҙылғандың тәрбиәүи көсө ҙур бит ул. Әйтеп тә тораһы түгел, ауылыбыҙҙа йәшәгән кешеләр уңған, тырыш, күпләп мал тота. Үҙем олоғайған көндә ғәрәп телен өйрәнә башланым. Хәҙер өләсәйем Сәхибъямал Мырҙабай ҡыҙының ҡомартҡыларын да уҡый алам. Үҙемә матур тәрбиә биргән өсөн уға ғүмерем буйы рәхмәт уҡыйым. Рухи ҡиммәттәрҙе ейән-ейәнсәрҙәргә тапшырырға тырышабыҙ. Байлыҡ - бер айлыҡ, тип юҡҡа әйтмәгәндәр, ә рухи байлыҡ - мәңгелек. Яҡташтарыбыҙ шул турала онотмаһын ине. Беҙ - “Урал”һыҙ, "Урал" беҙһеҙ йәшәй алмай.
Гәзитебеҙҙең актив хәбәрсеһе һәм дуҫы Хөснә Мофассал ҡыҙына һәм уның тормош иптәшенә сәләмәтлек, илһамлы ғүмер, йәш быуынға йәшәү терәге булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.
Мөхәрририәт.
Оставить комментарий