Ишле ғаилә - үҙе бер дәүләт

Ишле ғаилә - үҙе бер дәүләт
Ауыл өҫтөн ноябрь ҡояшының һуңғы нурҙары яҡтырта. Яйлап ҡына эңер төшә. Ауыл кешеһе көндәлек мәшәҡәттәренән тап ошо ваҡытта ғына бушай. Мәҡәләмдең геройҙары - күп балалы ғаилә менән осрашыр өсөн ошо мәлде һайланым, сөнки ғаилә башлығы ла тиҙҙән эштән ҡайтасаҡ, ҡыҙҙар ҙа мәктәптән килгән, әле сираттағы түңәрәктәренә китмәгән, бәләкәстәр ҙә балалар баҡсаһынан алынған.
Татыулыҡта, балаларын үҙ өлгөләрендә тәрбиәле, эшһөйәр, тәүфиҡлы итеп үҫтергән күп балалы ғаиләләр менән осрашып, аралашыу күңелдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Улар тураһында яҙыуы еңел, аралашыу ҙа ихлас була.
Бер түгел, сәскәләй биш ҡыҙға, батыр булып үҫер улға ғүмер биргән, райондың демографик хәлен яҡшыртыуға ҙур өлөш индергән йәш ғаиләләрҙең береһе ул - Сермән ауылында йәшәгән Зөлфиә һәм Рифат Таиповтар. Ғаилә башлығы Рифат Рафаил улы 15 йылдан ашыу Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында хеҙмәт итһә, һөнәре буйынса уҡытыусы булған хужабикә Зөлфиә Иҫәнғәли ҡыҙы әлегә үҙен тулыһынса балаларға арнаған. Ғаиләнең ныҡлығы, һис шикһеҙ, ике кешенең бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ихтирам итеп, яратып йәшәүенә бәйле. Таиповтар тормошта юғары маҡсат ҡуйып йәшәгән парҙарҙың береһе. Йәштәр бер-береһен яратып, 15 йыл элек тормош ҡора. Мөхәббәт емештәре булып игеҙәктәре - Диана һәм Лиана тыуа. Иш янына ҡуш булып 6 йәшлек Дилара, 4 йәшлек Риана, 2 йәшлек Ирада һәм бәләкәс кенә Айтуған үҫеп килә. 2008 йылда йәш ғаилә ҙур йорт һалып сыға. Ғаилә башлығының оҫта ҡулдары йорттарын күркәмләндерә, уңайлыҡтар булдыра. Бөгөн Таиповтарҙың йорто ҡаланыҡынан һис тә кәм түгел. Уңған хужабикәнең дә тырышлығы һалынғаны күренеп тора. Балаларҙың үҙ бүлмәләре бар, уйын бүлмәләре лә ҙур, йәнең теләгән эш менән шөғөлләнергә була. Ихатала ғаилә өсөн ял итеү мөйөшө булдырылған, балаларға бәләкәй бассейн да эшләнгән. Йәйен Зөлфиәнең тилбер ҡулдары менән ихата эсе гөл-сәскәгә күмелә, бында ла уға ҡыҙҙары ярҙамға килә.
- Ишле ғаилә булырбыҙ тип уйламаныҡ та. Күп балалы ғаиләләргә ҡарап һоҡлана инем, балаларҙың шат тауыштары үҙенә ылыҡтыра торғайны. Үҙем дә ҙур ғаиләлә тәрбиәләндем. Минең бер түгел, биш серҙәшем булғас, тормош иптәшемдең дә ярҙамсыһы булһын тип, ул таптым. Әле кинйәбеҙгә алты ай булып китте. Күмәк балалы ғаиләлә балалар бәләкәйҙән бер-береһен ҡарашып, эшкә өйрәнеп үҫә. Уларҙы иркәләп-наҙлап, дѳрѳҫ тәрбиә биреп, кешенән кәм-хур булмаҫлыҡ итеп үҫтерергә тырышабыҙ. Балаларыбыҙ ихлас ярҙамлаша, ололары бәләкәйҙәренә күҙ-ҡолаҡ та. Һәр яҡлап ярҙам иткән тормош иптәшемә, туғандарыма, шулай уҡ балаларыбыҙға белем, тәрбиә биргән педагогтарға, тәрбиәселәргә рәхмәтлемен. Балалар - беҙҙең ҡыуанысыбыҙ, ғорурлығыбыҙ. Иң ҙур бәхетебеҙ улар, - ти Зөлфиә Иҫәнғәле ҡыҙы.
Лиана һәм Диана күптән инде ата-әсәһенең ҡул аҫтына ингән. Береһе бәләкәй ҡустыһын ҡараһа, икенсеһе һеңлеләренең сәстәрен тарап үрә, кейенергә ярҙамлаша. VIII класта белем алған ҡыҙҙар мәктәптә лә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Волейбол, баскетбол, еңел атлетика, туризм кеүек төрлө спорт түңәрәктәре булһынмы, улар барыһына ла ваҡыт таба. Сермән сәнғәт мәктәбендә бейеү, пианинола, гитарала уйнау серҙәренә өйрәнә һәм һынлы сәнғәт белемен дә алған өлгөр ҡыҙҙар. Бәләкәй Дилара, Риана, Ирада ла апайҙарынан ҡалышмай, бейергә, йырларға ярата. Һәр кем үҙ һөнәрен күрһәтә башлаһа, үҙе бер тамаша була ла ҡуя. Балалар бигерәк тә атайҙарының эштән ҡайтҡанын көтөп ала. Ул ишектән күренеү менән йүгерешеп ҡаршы алалар, бәләкәй ҡыҙҙарҙың һөйләр һүҙҙәре күбәйеп китә. Хатта кескәй Айтуған да үҙенсә тауыш сығарған була.
2016 йылдың 26 майында Зөлфиә Иҫәнғәли ҡыҙы Республика Хөкүмәт йортонда күп балалы әсәләрҙе тәбрикләү тантанаһында ҡатнашты. Республикабыҙҙың 20 ҡала-районынан биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 45 әсәгә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалы алыу бәхете тейҙе. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, өс көндән һуң улдары Айтуған донъяға ауаз һала. Ҡатын-ҡыҙҙың иң ҙур шатлығы әсә булыуҙалыр. Сабыйҙарының һаулығы, лайыҡлы граждандар булып үҫеүе хаҡында хәстәрлек күргән Зөлфиә кеүек әсәләр ихтирамға һәм бындай исемгә лайыҡ.
Ишле ғаилә - үҙе бер бәләкәй генә дәүләт. Ошо дәүләт берҙәм, татыу булһа, илебеҙ ҙә көслөрәк һәм нығыраҡ була. Тормоштоң яҡты, яҡшы яғын күреп, дәүләт биргән мөмкинлектәрҙән файҙаланып, заман ауырлыҡтарына бирешмәй донъя көткән, һәйбәт балалар тәрбиәләгән ғаиләләр булғанда киләсәгебеҙ өмөтлө. Балалы йортта ҡот бар тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Таиповтарҙың татыу ғаиләһе менән аралашыуҙан күңелемә матур уйҙар, йылы тойғолар алып хушлаштым.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.

Оставить комментарий