Тракторист егетебеҙҙән уңдыҡ!

Тракторист егетебеҙҙән уңдыҡ!
Хәҙерге заманда урман учреждениеларында төрлө һөнәр эйәләре эшләй. Улар араһында ябай трактористың да файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Ҡорос аттың һәр саҡ сафта булыуы, тейешле ергә ваҡытында барып етеп, ниндәй ҙә булһа яуаплы эште башҡарыу - уның төп бурысы.
Беҙҙең Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында эшләп йөрөгән тракторист Альберт Нуриман улы Ғиззәтуллинды яҡын тирәләге ауылдарҙа белмәгән кеше бик һирәктер. Ул сығышы менән Балаҡатай районы Аҙнаҡай ауылынан. Мәктәптә IX класты тамамлағас, райондағы 108-се һөнәрселек училищеһында машинист-шоферға уҡый. Ҡулына диплом алған егеткә төрлө ерҙә эшләргә тура килә, бер аҙ комбайнда иген урырға ла өлгөрә.
Армиянан ҡайтҡас, Өфөгә килеп “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына эшкә урынлаша. Бында ул ҡар таҙартыу техникаһында эшләй. Ошонда буласаҡ тормош иптәше, Манышты ауылынан Айгөл исемле ҡыҙ менән таныша. Күпмелер ваҡыт үткәндән һуң йәштәр ҡыҙҙың тыуған ауылына килеп төпләнә. 2011 йылдың ноябрендә йәш тракторист Көньяҡ Урал ҡурсаулығына эшкә килә. Ҡыш башланыуға ла күп ваҡыт ҡалмаған, техника яратҡан егет ең һыҙғанып эшкә тотона. Тракторҙарҙы һалҡын миҙгелгә әҙерләп бөтә, башҡа шоферҙарға ла төрлө ремонт эштәрендә ярҙам итергә тырыша. Рәүәт ауылы араһындағы юлдарҙы йәйен төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша, ә ҡышын юлдарҙы асфальт рәүешле итеп тигеҙләп-таҙартып ҡуя. Шуға ла урындағы оло быуын кешеләренән Альбертҡа ҡарата әйтелгән рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Яҙғы баҫыу эштәре башланғас, тоғро дуҫы "Беларусь" тракторына һабанын аҫып, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре күпләп йәшәгән Инйәр, Рәүәт, Манышты ауылдарына картуф баҡсаларын һөрөргә юллана. "Һәр эштең үҙ фәлсәфәһе бар, ерҙе маҡтап, яратып эшкәртергә кәрәк, шул саҡта ғына мул уңыш алырһың", - ти Альберт Нуриман улы.
Баҡса мәшәҡәттәре тамамланыуға урмандарға янғын хәүефе янай башлай. Тракторист егет ауыл, урмандар һәм юл тирәләй минераллаштырылған һыҙаттар һөрөү менән мәшғүл була. Янғын ваҡытында дәүләт инспекторҙары менән бер рәттән тау-таш араһында ут һүндерергә лә өлгөрә.
Йыл һайын сентябрҙә ҡурсаулыҡта уҙғарылған Урмансылар көнөндә лә, төрлө йыйылыштарҙа ла Альберт Ғиззәтуллинды маҡтап телгә алалар.
- Тракторист егетебеҙҙән уңдыҡ, эшен ҙур теләк менән башҡара, башҡаларға үрнәк булып тора, - ти ҡур- саулыҡ директоры Фәнүр Хажиғәле улы Әлибаев. Әлеге ваҡытта Альберт менән Айгөл Наҙгөл исемле ҡыҙ үҫтерә. Ҡатыны тимер юлында оператор булып эшләй. “Ғаиләм - ҡәлғәм, бар күңелем уларҙа”, - тип ҡабатларға ярата егет.
Альбертҡа, ғаиләһенә һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләргә генә ҡала.
Марат БӘХТИЙӘРОВ,
ҡурсаулыҡ методисы.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий