Яһалма ризыҡты сит илдекеләр ашаһын

Яһалма ризыҡты сит илдекеләр ашаһын
Бѳгѳн үҙ һаулығын ҡайғыртмаған, был йәһәттән уйланмаған кешеләр бик һирәктер. Һәр кем тормош йәмен белеп, бер хәсрәтһеҙ дәртләнеп донъя кѳтѳргә, сәләмәт балалар үҫтерергә тырыша. Тик ошо бәхетте татыу ѳсѳн һаулыҡтан да ҙурыраҡ байлыҡтың булмауын аңлау мѳһим. Бында һаулыҡ нигеҙе дѳрѳҫ туҡланыу икәнен әйтеп тороу ҙа артыҡ булыр. Бѳгѳн магазин кәштәләре аҙыҡ-түлектән һығылып тора, йәнең ни теләй, шуны һайлап алырға мѳмкин. Тик ашаған ризығыбыҙҙың сифаты тураһында артыҡ уйланып тормай сәләмәтлегебеҙгә үҙебеҙ үк әллә күпме хәүеф тыуҙырыуыбыҙға иғтибар ҙа итмәйбеҙ.
Рәсәй экологик яҡтан таҙа продукт менән генә туҡланып үҙен туйҙыра алырлыҡ хәлдә булһа ла, ѳҫтәлебеҙҙә урын алған бар ризыҡтың да сифатлы булыуы ҙур шик уята. Ә инде һуңғы йылдарҙа киң билдәлелек алған химик ҡатышмалар, консервант, канцероген, пестицид һәм ГМО-ларҙың зыяны тураһында айырым бәхәс алып барырға була. Ошо сәбәптәр арҡаһында ил етәкселәре аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге буйынса ныҡлап борсола башланы. Хѳкүмәт, Кѳнбайыш индергән санкциялар һѳҙѳмтәһендә был йүнәлешкә киңерәк даирәлә ҡарап, импортты алыштырыу, тѳрлѳ сәнәғәт предприятиеларының конкуренцияға һәләтлелеген арттырыу буйынса дәүләт программаһы ҡабул итергә мәжбүр булды.
Шуныһы ҡыуаныслы, районыбыҙ халҡының зарарһыҙ, сифатлы аҙыҡ менән туҡланыу мѳмкинлеге ҙур. Был йәһәттән, лайыҡлы эш урыны менән генә түгел, урында етештерелгән сифатлы ризыҡ менән дә тәьмин иткән май- сыр комбинатының булыуы күп проблемаларҙы хәл итә. Район халҡы үҙебеҙҙә етештерелгән һѳт продукцияһы, тѳрлѳ һут, эсемлек, соус, лечо кеүек ризыҡ һатып алыу мѳмкинлегенә эйә. Ғѳмүмән, май-сыр комбинатының эшмәкәрлеген гәзитебеҙ битендә йыш яҡтыртабыҙ. Быйыл Мәскәүҙә үткән «Алтын кѳҙ» Бѳтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашып, ҙур уңыштарға ирешеүе лә уларҙың эшенә оло баһа булып тора.
Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һѳнәри байрамына арналған күргәҙмә быйыл 18-се тапҡыр үтте. Унда илдең тѳрлѳ мѳйѳшѳнән 2 500-ҙән ашыу етештереүсе үҙенең иң яҡшы тауарын тәҡдим итте. Башҡортостан Республикаһы намыҫын «Белорет май-сыр комбинаты»ның консерва производствоһы яҡланы һәм үҙебеҙҙең республика, районда ғына түгел, Силәбе ѳлкәһендә лә танылыу алған, бары тик тәбиғи сеймалдан ғына етештерелгән «Боярский» кеүәҫен һәм бер нисә тѳр томат соусын, пастаһын тәҡдим итте. Бренд булып танылған Бүздәк соусының был күргәҙмәлә бронза яулауы, белореттарҙың уларҙы уҙып китеүе, үҫеш юлында булыуын күрһәтте.
Белоретта етештерелгән томат соустары республикала йылдан-йыл нығыраҡ танылыу яулай һәм «Байрам», «Форвард», «Полушка», «Натуральные продукты», «Ярмарка», «Семерочка», «Ансат» кеүек эре селтәрле магазин кәштәләрендә урын ала. Техник һәм санитар талаптарҙы теүәл үтәүе комбинатҡа һатып алыусыларын арттырырға ярҙам итә. Бында эшләгән технологтар ярты юлда ғына туҡтап ҡалмай, яңынан-яңы ысулдарҙы үҙләштереү ѳҫтѳндә эшләй. Шул арҡала тиҙҙән белореттар ѳсѳн яңы продукция - емеш-еләк морсы һәм пюр-пак ҡабында яңы тѳр һѳт продукты һатыуға сығарыласаҡ.
Предприятиела үҙ эшенең оҫтаһы булған ныҡлы коллектив тупланыуы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларға, яҡшыраҡ һѳҙѳмтәләр күрһәтергә булышлыҡ итә. Бѳгѳн тырыш коллектив икенсе йыл үтәсәк Бѳтә Рәсәй конкурсында һис шикһеҙ алтын миҙал алырға тигән маҡсат менән дәртләнеп эшләй.
Ғалимдар ҙа үҙ ерендә, үҙ тәбиғәт шарттарында үҫкән ризыҡтың ғына кеше өсөн шифалы, файҙалы булыуын күптән иҫбат иткән. Тәбиғиғә яҡын булған йә иһә ГМО продукттарҙан әҙерлән- гән яһалма аҙыҡ-түлекте, әйҙә, сит илдекеләр яратып ашаһын, ә беҙ мотлаҡ үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡ менән туҡланып, сәләмәт быуын тәрбиәләйек, үҙ һаулығыбыҙ хаҡында алдан уҡ хәстәрлек күрәйек.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.
Илья ПАНЧЕНКО фотоһы.




Оставить комментарий