"Ағиҙел" менән "Урал"ды Инйәр шат ҡаршы алды

"Ағиҙел" менән "Урал"ды Инйәр шат ҡаршы алды
Инйәр мәҙәниәт йортонда “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре - яҙыусы һәм шағирҙар Сабир Шәрипов, Әхмәр Үтәбай, Дамир Шәрәфетдинов, “Урал” гәзите мөхәррире Сатура Минһажитдинова менән осрашыу кисәһе уҙҙы. Был сараны Инйәр төбәге ижадсылары Рәсимә Сәйетғәлина, Фәйрүзә Кинйәбаева, Рафиға Ғәлиуллина, Мөнирә Сәлимйәнова, Әлиә Саматова, Асия Йосопова һәм ағинәйҙәр менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үткәрҙе.
Эш көнө булғанғамы, әллә һыуыҡҡамы, залда уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың әҙ булыуы күңелде ҡырҙы. Әммә был ихлас, дуҫтарса мөнәсәбәттә барған аралашыуҙы һис кенә лә һүрелтмәне.
Әлиә Саматова “Ағиҙел” журналына арнап үткәргән викторинала уҡыусылар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡат- нашты. Еңеүселәр приздар алып ҡыуанды. Өфө ҡунаҡтары ла буш ҡул менән килмәгән - “Ағиҙел”гә яҙылыусылар араһында лотерея уйнатты, викторина үткәрҙе. Журналдың бүләктәренә Белореттан Гөлсөм Мостафина, Межгорьенан Жөмәдиә Хәйруллина, Сәфәрғолдан Зәки Сәмситдинов, Инйәрҙән Фәйрүзә Кинйәбаева, Мөнирә Сәлимйәнова, Лира Минһажева, Сәғилә Мырҙағәлина лайыҡ булды.
Танылған әҙиптәр сығыштарында милләттең йөҙөн билдәләгән баҫмаларға яҙылыуҙың ни тиклем мөһим булыуын һыҙыҡ ѳҫтѳнә алды. Яҙыусылар союзының проза секцияһы мөдире Сабир Нәғим улы “Иҙел башы” ойошмаһына ҡараған прозаиктарҙың әҫәрҙәренә байҡау яһаны. Мансур Һиҙиәтов, Гөлсөм Мостафина, Раят Вәлиев, Әнисә Аҫылғужина ижад иткән сәсмә әҫәрҙәр адресына маҡтау һүҙҙәре яңғыраһа, йәштәрҙән Әлиә Саматованың, Әнисә Зарипованың, Асия Йосопованың ижадына ҙур өмөттәр бағлауын белдерҙе. Шулай уҡ Әхмәр Үтәбайҙың, Дамир Шәрәфетдиновтың тамашасы менән йәнле аралашыуы, һоҡланғыс шиғырҙары уҡыусылар күңелендә яҡты хәтирә булып ҡалыр.
“Урал” гәзите мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы тамашасы менән викторина уҙғарҙы. Йомабикә Илья- сова, Рәмил Ҡолдәүләт шиғырҙары халыҡ күңеленә хуш килде. Викторинала еңеүсе Әнисә Ғәзи- зоваға, Хөснә Әхмәтйәноваға һәм башҡаларға “Урал” календарын бүләк итте. Сатура Жәүәт ҡыҙы ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу, милли баҫмалар яҙмышы тураһында һөйләне.
“Иҙел башы” әҙәби ойошмаһы етәксеһе Мансур Һиҙиәтовтың телмәрендә милли рух, милләт, тел яҙмышы тураһында һүҙ барҙы. 4 меңләп башҡорт йәшәгән Инйәр төбәгендә тамаша залының тулы булмауын бер ниндәй ҙә әхлаҡи һәм мәҙәни закондарға һыйҙырып булмауын билдәләне. Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Гөлсөм Мостафина ла мәҙәнилек, мәғрифәтселек орлоҡтарының тыуған йортта һалыныуын, кескәйҙән гәзит-журнал уҡып үҫкән баланың ғына рухлы һәм маҡсатлы кеше булып үҫеүен белдерҙе. Ҡунаҡтарға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә үҙенең китабын бүләк итте.
Инйәр шағирәләре шиғырҙарын һөйләне, әҫәрҙәрен нәшер итеүҙә ярҙам иткән Сабир Шәриповҡа, рухташтары Әхмәр Үтәбайға, Дамир Шәрәфетдиновҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ә инде “түңәрәк өҫтәл” артында әҙәбиәттең һәм яҙыусының маҡсаты, бурыстары тураһында һүҙ барҙы. Һәр ҡәләм тирбәтеүсе үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Әҙәбиәт корифейҙарының кәңәштәрен, тәҡдимдәрен күңел төбөнә һалған йәштәр ҙә, әҙәби донъяға ныҡлап аяҡҡа баҫып килгәндәр ҙә ҡәнәғәт булып, яңы ижад үрҙәренә артылырға илһамланды осрашыуҙан. Иң мөһиме - Өфө ҡунаҡтары журналдың тиражы артыуына, “Иҙел башы” әҙәби ойошмаһының әүҙем һәм һөҙөмтәле эшләүенә ҡыуанып, юғары баһа биреп, ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп ҡайтты.
Автор фотоһы.
Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий