«Мөхәббәт сере»

«Мөхәббәт сере»
Йыр-моң һѳйгән, сәнғәткә ғашиҡ булған тамашасы был юлы икеләтә ҡыҙыҡһыныу менән ҡала Мәҙәниәт һарайына ашҡына. Ҡыҙыҡһынмаҫлыҡмы ни?! Башҡорт халыҡ театры артистары тағы ла сағыу тамаша тәҡдим итә бит. Исеме лә “Мѳхәббәт сере” тип атала.
Театрлаштырылған тамаша “Забава” ансамбленең (етәксеһе Артур Ибраһимов) “Колхоз йәштәре” бейеүе менән башланып китте. Уларҙан һуң “Алтынай” йыр ансамбле ҡыҙҙары: “Ҡолаҡ ҡаҡтыҡ бит ә, танау тѳбѳнән беҙҙең егеттәрҙе күрше ауыл ҡыҙҙары вы-ы- ыжт!”, - тип ҡайғырып килеп сыға. Улар мѳхәббәт тураһында серләшкәндән һуң “Бәхет тѳнѳ” йырын башҡара. Бына шулай мѳхәббәт серен асыҡлауға ҡоролған тамаша йыр-бейеү менән бәйләнеп бара. Йәштәр үҙ һѳйгәндәре ѳсѳн янһа, әбей менән бабай ҡартайған кѳндә лә үҙ-ара мѳнәсәббәттәрен асыҡлай, һѳйѳү эҙләй.
“Гәлсәр һандуғас”, “Юлдаш йыры” йыр фестивалдәре лауреаты Динар Ғәниевтең, тѳрлѳ конкурстар лауреаты Луиза Мѳхѳтдинованың сығыштарын тамашасы һәр саҡ яратып ҡабул итә. Был юлы ла улар алҡыштарға күмелде.
Талантлы йәштәрҙең сығышы филармония артистары сығышынан һис тә ҡалышманы. Үҙен сәхнәлә иркен, дәртле тотҡан Азат Баҡыевтың, нәзәкәтле Гѳлнара Бәшәрованың, моңло, һандуғастай тауышлы Илнур Шаһивәлиевтың сығыштары белореттарҙы әсир итте. “Етегән” фольклор ансамбле (етәксеһе Луиза Мѳхѳтдинова) тамашасыға “Һайрар ҡошом” йырын бүләк итте.
“Нуришамс” бейеү студияһы ҡыҙҙары (етәксеһе Алла Карпушова) башҡарыуындағы кѳньяҡ бейеүҙәре сараның үҙенсәлекле биҙәге булды. Дамир Хәсәнов менән Радмир Әхтәмов ҡурайҙа уйнап, тамашасы күңелен күтәрҙе, ә Иршат Шәғәлин сараны баян кѳйҙәренә күмде. “Забава” бейеү ансамбле башҡарыуындағы “Ҡайын һыуы йыйыусылар” һәм башҡа бейеүҙәрҙе тамашасы яратып ҡараны. Театрлаштырылған сәхнә күренештәрендә Гүзәл Ғәлина - әбей, Наил Хәмзин - бабай, Морат Сәйфуллин экстрасенс-күрәҙәсе ролдәрен оҫта башҡарҙы.
Башҡорт халыҡ театры етәксеһе Гѳлнара Ғилманова йәштәр менән эшләүгә ҙур иғтибар бүлә. Был юлы ла Линар Сәйәхов, Эльмир Ғәлимов, Денис Фәсхетдинов, Әбйәлил Үтәбаев, Иштуған Мѳхәрләмов, ҡыҙҙарҙан Сѳмбѳл Исхакова, Илмира Ғәлиәхмәтова, Аделина Мѳхәмәтйәрова, Рузалина Харрасова, Илгинә Зыкрина, Әлфиә Баҡыева, Светлана Һѳйѳндѳкова байрамға дәрт, йәм ѳҫтәне.
Тамашасы зауығына яуап биргән “Мәхәббәт сере” концертының сценарийын Гѳлнара Ғилманова һәм Гѳлнара Бәшәрова яҙған. Илһамланып, дәрт алып ҡайттыҡ саранан. Киләсәктә лә ошолай юғары кимәлдә концерт, спектаклдәр ҡуйып, башҡорттарҙың рухын күтәреп, берләштереп йәшәүҙәрен, эшләүҙәрен теләйбеҙ.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий