"Ауылдаштарыма ышанам"

ти күптән түгел Асы ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй башлаған Венер Ғариф улы ЙОСОПОВ.
- Иң тәүҙә миңә ышаныс күрһәткән депутаттарға, Асы, Береш, Берештамаҡ, Исҡушты һәм Мулдаҡай ауылдары халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә, - тип дауам итә ул. - Ышанысығыҙҙы аҡларға тырышырмын. Иң мөһиме - мин һеҙҙең ярҙамға ышанам һәм килеп тыуған проблемаларҙы кәңәшләшеп, бергәләп хәл итербеҙ тигән теләктә ҡалам.
Венер Ғариф улы 1995 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай. Ауыл хакимиәте башлығы итеп һайланғанға тиклем Асы урта мәктәбендә физкультура һәм хеҙмәт дәрестәренән уҡыта. Асы ауылында тыуып үҫкән егет- кә ауыл халҡының проблемалары, хыялдары, көнитмеше таныш. Ә бына Венер Ғариф улының мәктәптән китеүенә мәктәп директоры Лира Сәлимйәнова бигерәк тә борсола.
- Венер Ғариф улы менән эшләү шул тиклем рәхәт ине. Ул хатта үҙ ирке менән, дәрестәрҙән тыш, балалар менән өҫтәлмә рәүештә спорт секцияларында шөғөлләнде. Шуға ла уны уҡыусылар яратты, хөрмәт итте. Үҙ эшен намыҫ менән башҡарған кешеләр бөтә ерҙә лә кәрәк инде, - тине Лира Кашаф ҡыҙы. Бөгөнгө көндә Асыла 972 кеше йәшәй, 310 хужалыҡ иҫәпләнә. Берештә - 318 кеше, 88 хужалыҡ, Берештамаҡта - 317 кеше, 106 хужалыҡ, Исҡуштыла - 256 кеше, 78 хужалыҡ, Мулдаҡайҙа 226 кеше, 77 хужалыҡ теркәлгән. Венер Ғариф улы иң тәүҙә Исҡушты, Мулдаҡай халҡы менән йыйылыш үткәрә, сөнки тап был яҡтарҙа хәл итәһе проблемалар етерлек. Ғөмүмән, Исҡушты менән Мулдаҡайҙа халыҡ татыу, берҙәм, күпселекте хаҡлы ялдағылар тәшкил итә. Исҡуштыла мәктәп юҡ, 16 бала Мулдаҡайға йөрөп уҡый.
- Бында йәшәгән халыҡтың төп проблемаһы - юлдар. ДРСУ эшселәре тәүге сиратта оло юлдарҙы таҙарта, ә беҙҙә ҡар икеләтә күп яуа. Бәләкәй юлдарға сират һуңлап етеү сәбәпле, ҡай саҡ мәктәп ав- тобусы ваҡытында йөрөй алмай. Тағы ла телефон бәйләнеше юҡлыҡҡа зарланалар. Газ баллондары ла килтерелмәй, сөнки уны йөрөтөүгә махсус машина юҡ икән. Шулай уҡ исҡуштылар менән мулдаҡайҙар Ҡатау-Ивановскиға 20 саҡрым юлды тоташтырыуҙы һорай. 60 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡатау-Ивановскиға йөрөү уларға күпкә уңайлы булыр ине лә, әммә был хакимиәт кенә хәл итә торған мәсьәлә түгел.
- Йыйылышта шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге тураһында һөйләнек, - тип дауам итә хакимиәт башлығы. - Хәҙер ауылдарҙа старосталарҙың булыуы эште еңеләйтә. Барыһы ла Мулдаҡай ауылы старостаһы Даларис Абдрахманов кеүек үҙ эшенә яуаплы ҡараһын ине. Берештә эшҡыуар Фират Ҡунаҡбаевтың ярҙамы ҙур. Шулай уҡ мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары, шифахана, ФАП хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Әлбиттә, бөтә таянысыбыҙ - депутаттар. Төрлө сараларға әҙерлек менән бергә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү буйынса халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Күсемһеҙ милекте хосусилаштырыу ҙа төп проблемаларҙың береһе булып ҡала. Бигерәк тә Исҡушты, Мулдаҡайҙа ерҙәрҙе рәсми теркәп өлгөрмәгәндәр бар.
Киләһе йыл иң тәүҙә урамдарҙы яҡтыртыу, юлдарҙы өлөшләтә ремонтлау эшен дауам итәсәкбеҙ. Беҙҙә халыҡ һалым түләй, сөнки һалымдарҙан бюджетҡа аҡса һалыныуын аңлай. Асыла Арыҫлан Мөбәрәков урамына 1,5 саҡрым оҙонлоғонда һыу үткәргес төҙөүҙе планлаштырғанбыҙ. Уны шифахана скважинаһынан һуҙырға уйлайбыҙ.
Киләһе йыл Рәсәйҙә Экология йылы булараҡ, был йәһәттән күп кенә эштәр башҡарып сығырға ниәтләйбеҙ. «Урындағы инициативалар» программаһы буйынса, сүп-сар контейнерҙарын ер аҫтына урынлаштырырға планлаштырабыҙ. Берештә, Берештамаҡта юлдарҙы, күперҙе ремонтларға кәрәк.
Асыла күп балалы ғаиләләргә ер бүлеү мәсьәләһе киҫкен тора, сөнки Асы хакимиәтенә ҡараған ер биләмәһе сикләнгән һәм Урман фондына ҡарай. Ул ерҙәрҙе ауыл хакимиәтенә күсереү буйынса эш алып барыла, әммә был беҙҙән генә тормай. Асы хакимиәте буйынса 4 кешене «Әсәлек даны» миҙалы биреү буйынса комиссияға тәҡдим иттек.
Ғөмүмән, бер-беребеҙҙе аңлап, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, берҙәм булып йәшәһәк һәм эшләһәк, бөтә изге ниәттәребеҙ ҙә тормошҡа ашыр тигән теләктә ҡалам.
З. СӨЛӘЙМӘНОВА.
Оставить комментарий