Бѳтәһе лә һалым түләүсе ѳсѳн

Бѳтәһе лә һалым түләүсе ѳсѳн
Ошо аҙнала район-ара һалым инспекцияһы бүлегендә шатлыҡлы ваҡиға булды - заман талаптарына яуап бир- гән, һалым түләүселәрҙе ҡабул итеү бүлмәһе асылды.
- Яңы типтағы операция залын асыу Федераль һалым хеҙмәтенең клиенттар менән эшләүҙә үҙ-ара яҡшы мѳнәсәбәткә нигеҙләнгән сираттағы аҙымы. Бѳгѳн һалым инспекцияһы һалым түләүселәр менән эшләүҙә уңайлы шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүлә. Бер тѳрлѳ яңы стиль менән биҙәлгән стендтар, электрон сират, плазма панелендә мәғлүмәт ви део-роликтарын күрһәтеү, һалым түләүселәрҙе ҡабул итеү ѳсѳн ете тәҙрә, кѳтѳү залында декларация тултырыу йәки квитанция баҫтырып алыу ѳсѳн ҡуйылған ике компьютер - былар барыһы ла һалым инспекцияһы бинаһына килеүселәргә уңайлыҡтар тыуҙыра. Был үҙгәрештәр һалым мѳхитен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Әлбиттә, тәү сиратта беҙ граждандарға уңайлы булһын ѳсѳн тырышабыҙ, - тине район-ара һалым инспекцияһы начальнигы Любовь Полякова.
Халыҡты ҡабул итеү залын үҙгәртеп ҡороу сентябрҙән декабргә тиклем бара. Быға тиклем һалым түләүселәр кабинеттар буйлап ҡайҙа барырға, кемгә мѳрәжәғәт итергә тип эҙләнеп йѳрѳһә, хәҙер бѳтәһе лә асыҡ һәм ябай, һәр нәмәне күҙ уңында тотоп урынлаштырғандар. Мәҫәлән, килеп инеү менән белешмә ѳҫтәле эшләй, артабан кѳтѳү һәм хеҙмәтләндереү залы. Инспектор менән күҙмә-күҙ аралашыу үҙ-ара ышаныслы мѳнәсәбәт тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Хәҙер бында 20 тѳр хеҙмәт алыу мѳмкинлеге бар. Административ регламентҡа ярашлы, ҡабул итеү ваҡыты 15 минуттан артмай. Операция залы онлайн режимында күҙәтеү аҫтында, был иһә инспекция начальнигына сират булдырмау ѳсѳн ѳҫтәмә сара күреү мѳмкинселеген тыуҙыра, ул кабинетынан да, ѳйѳнән дә күҙәтә ала.
Белоретта урынлашҡан район- ара һалым инспекцияһы Учалы, Бѳрйән райондары, Межгорье ҡалаһы менән бергә 53 муниципаль берәмекте, 2,5 мең ойошманы, 5 меңгә яҡын эшҡыуарҙы һәм 245 мең гражданды хеҙмәтләндерә. Һалым инспекцияһында белдереүҙәренсә, кѳнѳнә 300-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерәләр, ҡайһы бер мәлдә 400 кешегә етә.
Операция залын асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡатнашты һәм һалым инспекцияһына киләсәктә үҫеш, теркәлгән эшҡыуарҙар, әүҙем һәм намыҫлы һалым түләүселәрҙең һаны артыуын теләне.
Ҡунаҡтар араһында һалым инспекцияһының элекке начальнигы Мария Юрочкина ла бар ине.
- Һалым түләүселәргә шарттар тыуҙырылыуы ҡыуаныслы. Зал аралашыу ѳсѳн уңайлы, яҡты. Былар барыһы ла һалым түләүселәрҙә ышаныслы мѳнәсәбәт тыуҙыра. Владимир Путин һүҙҙәре менән әйткәндә, бѳтәһе лә тыныс аралашыу ѳсѳн, - тине Мария Васильевна.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.

Оставить комментарий