Семинар эшлекле үтте

Семинар эшлекле үтте
Йыл аҙағына ла яҡынлаша, тимәк, эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһау, һөҙөмтәләрҙе барлау мәле лә етте. Яңы йылды бөтәһе лә яңы өмөттәр бағлап ҡаршылай, пландар, хыялдар ҡора, тыуып килгән йылдың уңышлыраҡ, емешлерәк буласағына ышана. Ә бергә йыйылып, аралашып, үтеп барған йыл һөҙөмтәләре, киләсәккә эш пландары, тәжрибәләре менән уртаҡлашҡандан һуң тағы ла дәртләнеберәк эшләргә илһамланып ҡайтаһың. Район-ҡаланың ветерандар ойошмаһы тап шулай эшләне лә инде.
20 декабрҙә “Арский ташы” ял итеү базаһында район-ҡала ветерандар ойошмалары рәйестәренең семинары үтте. Муниципаль район хакимиәте, һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандар Советы ойошторған семинар эшендә муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, район-ҡала ветерандар советы рәйесе Нина Сафонова, Пенсия фонды, Федераль һалым хеҙмәте, һаулыҡ, хоҡуҡ һаҡлау, социаль страховкалау фонды, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге етәкселәре ҡатнашты. Сарала пенсия һәм һалым ҡануниәттәрен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре генә ҡаралманы, ә торлаҡ-коммуналь хужалығы, халыҡты социаль яҡлау өлкәһенә лә ҡағылды ветерандар. Ойоштороусылар көн тәртибенә ветерандарҙы һәм пенсия йәшендәгеләрҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе индерергә тырышҡан. Халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе, күп фатирлы йорттар менән идара итеү мәсьәләләре лә ҡаралды. Район биләмәһендә тормошҡа ашырылып килгән “Өсөнсө быуын халыҡ университеты”, “Социаль туризм” программалары тураһында һөйләнеләр.
Ветерандар советы рәйесе Нина Николаевна хоҡуҡ һаҡлау органы вәкилен дә саҡырған. Енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйы Владислав Сучков сығышында алдаҡсыларҙың енәйәт эштәренән бер кем дә һаҡланмағанлығын, бигерәк тә мутлашыусыларҙың ауына оло йәштәгеләр эләгеүен билдәләп үтте. Полиция капитаны семинарҙа ҡатнашыусыларға ябай, асыҡ миҫалдарҙа мутлашыу төрҙәрен һананы, аферистарҙан һәм башҡа төр мутлашыуҙарҙан һаҡланыу сараларын әйтеп китте.
Семинарҙың икенсе өлөшөндә муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡунаҡтарҙы райондың социаль-иҡтисади үҫеше менән таныштырҙы. Район тормошонда, йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, хаҡлы ялдағыларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙа район ветерандар ойошмаһының роле ҙур булыуын билдәләне.
- Беҙҙең иң мѳһим бурысыбыҙ - оло йәштәгеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, уларға рухи һәм социаль ярҙам күрһәтеү. Район һәм ҡала ветерандарының, оло йәштәгеләрҙең көнкүрештәрен яҡшыртыу өсөн эшләйәсәк эштәр күп әле, - тине ул.
Сара барышында залда ултырыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарын да бирҙе. Муниципаль район хакимиәте башлығы һәм башҡа белгестәр уларға ентекле яуап бирҙе. Семинар эшенә һөҙөмтә яһап, ветерандар ике яҡлы диалог өсөн рәхмәт әйтте, ошондай саралар артабан да даими ойоштороласағына өмөт бағланы.
Хакимиәт башлығы Владислав Геннадьевич хаҡлы ялға сыҡһа ла йәмәғәт эштәрендә янып-көйөп йөрөгән әүҙем ве- терандарҙы, Асы ауыл хакимиәтенең элекке башлыҡтары - Әүзәр Искәндәровҡа һәм Шәйхетдин Ғәйфуллинға (һүрәттә) Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.


Оставить комментарий