Парашютта һикерергә теләһәң, рәхим ит!

Парашютта һикерергә теләһәң, рәхим ит!
30-сы йылдарҙа ОСОАВИАХИМ- ДОСААФ-тың Белорет аэроклубы илһѳйәр улдар тәрбиәләп, уларҙың етәүһе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Ошо данлы үткәндәргә байҡау менән башланды Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет автомобиль мәктәбендә ойошторолған “Парашют мәктәбен үҫтереү һәм Белорет районы граждандарында илһѳйәрлек тәрбиәһе проблемалары тураһында” темаһына бағышланған семинар-кәңәшмә. Ул Белорет автомәктәбендә парашют секцияһы асылыуға ла арналды.
Сарала ДОСААФ-тың Башҡортостан Республикаһындағы тѳбәк бүлексәһенең авиация буйынса рәйес урынбаҫары Автандил Самушия, авиация бүлегенең баш белгесе Олег Комянин, муниципаль район хакимиәте башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары Иван Пинящук, Белорет автомәктәбе начальнигы Зәбир Ахибзянов, район ветерандар советы рәйесе Нина Сафонова, Волга буйы федераль округының башҡорт кадет корпусы преподавателе, “Рәсәй геройҙары” йыйынтығы авторы Евгений Смирнов, хәрби комиссариат вәкилдәре, йәмәғәт-сәйәси ойошмалар ағзалары, мәктәп һәм башҡа уҡыу йорттарының йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресе уҡытыусылары, уҡыусылар һәм автомәктәп курсанттары ҡатнашты.
Сарала сығыш яһаусылар Белорет районында парашют спортын үҫтереүҙәге проблемалар тураһында һѳйләне. Ҡунаҡтарҙы Белорет автомәктәбе менән таныштырҙылар. Һуңынан тышта “йәш десантсылар” сығыш яһаны. Эске эштәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарының махсус техникаһы күргәҙмәһе булды. Автомәктәп тәрбиәләнеүселәре, семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар махсус уҡыу техникаһы менән ҡала урамдарынан үтте. Сара Геройҙар аллеяһында Мәңгелек утҡа сәскә гѳлләмәһе һалыу менән тамамланды.
Белорет автомәктәбе үҫеп килгән быуында илһѳйәрлек тәрбиәләүгә ҙур ѳлѳш индерә. Олег Комянин белде- реүенсә, республика ДОСААФ-ының тѳбәк бүлегендә парашют спортын үҫ- тереү һәм Белоретта парашют секцияһы буйынса комплекслы программа әҙерләнгән. Ул йәштәрҙә илһѳйәрлекте, хәрби-ҡулланма спорт тѳрҙәрен үҫтереү маҡсатын ҡуя. Бының ѳсѳн уҡыу про- граммаһы, күрһәтмә пособиелар, плакаттар ҙа бар.
- Парашют секцияһына теләге булған һәр кем йѳрѳй ала. Һауа-десант әҙерле- ге буйынса дәрестәр үткәреләсәк. Теория ѳлѳшѳ класта, ҡалған күнекмәләр тышта һауа-десант комплексы сна- ряд-элементтарында үтәсәк. Тәүге дәрестәрҙе яңы йыл байрамдарынан һуң башларға йыйынабыҙ. Курс үткәндән һуң имтихан биргәндәр генә парашюттан һикерергә рѳхсәт аласаҡ, - тине Олег Комянин (һүрәттә).
- Парашюттан һикерергә теләгәндәргә хәҙер урындағы аэроклубты тергеҙеү бурысы ла тора, бының ѳсѳн беҙҙә база бар, - ти ДОСААФ етәксеһе.
Рәмилә МУСИНА.

Оставить комментарий