Ҡыш бабай тырыштарҙы ярата

Ҡыш бабай тырыштарҙы ярата
Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был байрамды һәр саҡ көтөп алаһың. Яҡты хыялдарҙың тормошҡа ашырына, барлыҡ теләктәрҙең ҡабул булырына ышанаһың, ниндәйҙер мөғжизә көтәһең.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә үт- кәрелгән Республика Башлығы Шыршыһы - ниндәйҙер кимәлдә ошо хыял- өмөттәрҙең тормошҡа ашыуы ул. Бала саҡта кем генә баш ҡалала Яңы йыл байрамын күрергә хыялланмай икән?!
Ана бит, баш ҡалабыҙ Өфөгә Шыршы байрамына китергә йыйынған балаларҙың ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан: биттәрендә нур уйнай, күҙҙәре яна. Республика байрамында ҡатнашыу бәхете тейгән уҡыусылар оҙаҡ йылдарға хәтерендә юйылмаҫлыҡ тәьҫораттар алып ҡайтасаҡ.
21-22 декабрҙә район-ҡаланың уҡыу алдынғылары, спорт ярыштары еңеүселәре, ижади конкурстар лауреаттары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары, шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр өсөн республика Яңы йыл Шыршыһы үтте. Байрамға республика төбәктәренән 511 бала саҡырылды. Быйыл ошондай бәхет район-ҡала мәктәптәренең IV-IX класында уҡыған 20 балаға тейҙе. 3-сө мәктәптән Александра Потапова, 8-се мәктәптән Ксения Кривошеева, 10-сынан Диана Шәрәфетдинова, лицей-интернаттан Зөһрә Мағазова, 13-сө мәктәптән Виктор Худяков, 16-сынан Екатерина Филатова, ҡала башҡорт гимназияһынан Гөлсинә Нәбиуллина, Абҙаҡ мәктәбенән Фәнзилә Бикҡужина, Үрге Әүжәндән Матвей Серегин, Инйәрҙең 1-се мәктәбенән Рузания Хөсәйенова, Ломовканан Виктория Бурлакова, Тирләндән Оксана Швень, Үҙән мәктәбенән Сергей Жуков, Үткәл мәктәбенән Гөлдәр Мөхәмәтдинова, Мәктәптән тыш эштәр үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Екатерина Родионова, Йәш натуралистар станцияһынан Марат Фазлыев, Туризм үҙәгенән Полина Коноплина, спорт мәктәбенән Анастасия Пугачева, Үҙән балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Евгений Лапушев һәм коррекцион мәктәп уҡыусыһы Юрий Медведков “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Рәсәй киноһы йылына арналған яңы йыл тамашаһында, төрлө уйын-аттракционда ҡатнашып, Ҡыш бабайҙан бүләк алып ҡыуанды.
Республика Башлығы Шыршыһына балаларҙы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, район мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева, ата-әсәләр хәйерле юл, тамашанан тик яҡшы тәьҫораттар ғына алып, күңелле ял итеп ҡайтыуҙарын теләп оҙатып ҡалды. Ә 22 декабрҙә балалар иҫән-һау әйләнеп ҡайтты.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий