Яңы йыл менән!

Ҡәҙерле яҡташтар!

Яңы йыл менән!

Иң изге һәм шатлыҡлы байрам - Яңы йылға тиклем һанаулы ғына кѳндәр ҡалды. Үтеп барған йылдың яҡшылыҡтарын иҫкә алып, яңы йыл төнөндә киләсәккә пландар төҙөйәсәкбеҙ һәм киләһе йыл бөтәбеҙ өсөн дә уңышлы һәм изге булырына ышанасаҡбыҙ.
2016 йылда ғорурланырлыҡ ваҡиғалар күп булды, сөнки районыбыҙ өлгәшкән барлыҡ ҡаҙаныштар - тыуған республикабыҙ файҙаһына йүнәлтелгән дөйөм хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәһе ул. Уҙып барған йыл яңы асыштары, осрашыуҙар, уңыш-ҡаҙаныштары менән һәр беребеҙҙең күңелендә ҡалыр. Иҙел башының тарихы ошо еңеүҙәрҙән, һәр беребеҙҙең тырышлығынан тора ла инде. Беҙҙә үҙ ерен яратҡан егәрле, изге һәм асыҡ күңелле, көслө рухлы кешеләр йәшәй. Беҙ бергәләп барлыҡ һынауҙарҙы еңеп сығып, иң ҡыйыу бурыстарҙы хәл итә аласаҡбыҙ! Яңы 2017 йыл - районыбыҙ өсөн юбилей йылы: Белорет ҡалаһына 255 йыл тула. Үҙ көсөбөҙгә, ҡала һәм районыбыҙҙың киләсәгенә ышаныс бөтә уй-ниәттәребеҙҙе ғәмәлгә ашырырға, тормошобоҙҙоң тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, сағыуыраҡ һәм тулыраҡ булыуына булышлыҡ итер. Ҡулыбыҙҙан килмәгән эш юҡ икәнлеген генә һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк.
Иң шатлыҡлы байрам алдынан һеҙгә барлыҡ уй-ниәттәрегеҙҙең, хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Яңы йылда эргәгеҙҙә һәр саҡ яратҡан һәм яҡын кешеләрегеҙ булһын. Һеҙгә ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, күңел йылылығы һәм ғаилә именлеге, киләсәккә ышаныс һәм күтәренке яңы йыл кәйефе теләйбеҙ. Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар! Яңы бәхет менән!
Белорет районы муниципаль район Советы һәм хакимиәте.
Оставить комментарий