Йәштәргә үрнәк

Йәштәргә үрнәк
Арслан ағай 1931 йылдың 14 ноябрендә Үрге Сермән ауылында Заһит һәм Шәмсиҡәмәр Вәлиуллиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Малай бәләкәйҙән үк сос, үткер, теремек булып үҫә.
Эйе, шәп булырһың да: уға бит ҡустылары Рәшит менән Әхәтте, һеңлеһе Гѳлсѳмдѳ тәрбиәләшергә тура килә.
- Әсәй менән атай ялһыҙ эшләй. Беҙ апайым Шәмсиниса менән ата-әсәйҙең тѳп таянысы булдыҡ. Репрессияға эләгеп, Омск ҡалаһында биш йыл йѳрѳп ҡайттыҡ. Бик ауыр тормошта эшләргә тура килде. Аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күрҙек. Аслыҡтан кешеләрҙең күпләп үлеүен күреү бигерәк тә ауыр булды.
Беҙҙең ғаиләгә килгәндә, әсәйем егәрле кеше булды. Ул ике йәштә генә етем ҡалған. Шуғалыр ҙа бик сабыр холоҡло, түҙемле башҡорт ҡатыны ине. Үгеҙ егеп, ер һѳрҙѳк. Һуңынан һыйыр бирҙеләр. Биш йылдан һуң беҙҙе аҡланылар. Атайыбыҙ Заһит Вәлиуллин Минск эргәһендәге һуғышта батырҙарса һәләк булған. Ошо хаҡта билдәле булғас, әсәйемә биш балаһы менән тыуған ауылыбыҙға ҡайтырға яҙа.
Бында ҡайтҡас, йәшәп китеүе ауыр булды. Ѳй, мал юҡ. Нисек йәшәп киткәнбеҙҙер, хәҙер аптырайым. Әсәйемдең егәрлелеге, апайымдың уңғанлығы, бер эштән дә ҡурҡмауҙары беҙгә йәшәү кѳсѳ биргәндер. Тоҡты һепереп, уның араһында ҡалған бойҙайҙы ҡыҙҙырып ашап, Ҡыраҡа тауынан һарына, ҡымыҙлыҡ, ҡуҙғалаҡ йыйып, уларҙан һурпа бешерә инек. Һуңынан кәзә тотоп, уның һѳтѳ менән туҡландыҡ. Бәлки, шуғалыр ҙа миңә кәзә һѳтѳнән дә татлыраҡ ризыҡ юҡ кеүек, - ти Арслан Заһит улы.
Әйткәндәй, Арслан ағай әле лә кәзә тота. Оло булһа ла, кәзә һауып, һѳтѳн эшкәртә. Йәштәргә Yрнәк Арслан ағай егет ҡорона ингәс, Аҙнағол ауылынан һауынсы булып эшкә килгән Һѳмәриә Ғамилбай ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Улар ике ҡыҙ һәм ике ул үҫтерә.
- Һѳмәриәм бигерәк тә егәрле булды. Емеш йыйғанда уның ҡулдарына күҙ эйәрмәй ине. Элек емеш-еләкте тоҡлап әҙерләй инек. Ҡайнатмаларҙы ла күп әҙерләнек. Мул тормошта йәшәнек. Дүрт һыйыр, ике ат, бал ҡорттары, кәзә-һарыҡ, ҡош-ҡорттоң иҫәбе-хисабы булманы. Әбейем бигерәк уңған ине шул. Ҡорот ҡайнатып, һауыт-һабаларҙы ҡорот һыуы менән генә йыуҙы. Мейесте ап-аҡ итеп аҡлап ҡуя ине. Үҙе ауырый башлағас, минең ѳсѳн борсолдо. “Яңғыҙ йәшәмә, мин үлгәс тә әбей ал”, - тип әйтер ине. Берҙе әбей алып ҡараным, тик килешеп булманы. Бына инде 18 йыл яңғыҙмын. Балалар аҙна һайын килә. Күр- шеләрем һәйбәт, хәл-әхүәлде белешеп тора, - ти Арслан ағай, тормош юлын барлап. Әйткәндәй, етеш йәшәгәнгә лә улар Сермәндә беренселәрҙән булып “Москвич” машинаһын һатып ала. Арслан ағай балыҡ тоторға ярата. Омскиҙан ҡайтҡас, ул һеңле-ҡустыларын туйындырыр ѳсѳн балыҡсылай башлай һәм аҙаҡ был яратҡан шѳғѳлѳнә әйләнә. Арслан Вәлиуллин ѳйҙә уңған хужа, ә эштә алдынғы механизатор була. Ул ғүмер буйы “Т-25” тракторында эшләй. Баҫыу эштәре ваҡытында ѳсәр кѳн ѳйгә ҡайтмай, ҡырҙа ятып эшләйҙәр. Планды үтәү ѳсѳн тѳндә 2-3 сәғәт кенә ял итеп, ҡара таңдан тағы ла тракторға ултыралар. Колхозға бесән әҙерләгән мәлдә үҙенең шәхси хужалығына ла ярҙам итеп ѳлгѳрә. Ул фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Әлеге кѳндә лә Арслан ағай бик матур итеп донъя кѳтә. Яңғыҙ булһа ла гѳлдәр үҫ- терә. Ѳйѳ таҙа, йылы. Тауыҡ, кәзә тота.
- Йәш саҡтар һағындыра инде... Әбейем дә, мин дә дәртле булдыҡ. Йәш саҡта Ҡушыҡтан ѳс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Сермән клубына киноға йѳрѳнѳк, бер концертты ла, спектаклде лә ҡалдырманыҡ. Әбейем Яңы йылға үҙенә лә, балаларға ла костюмдар тегә ине, аҙаҡ кейенешеп клубҡа барабыҙ, - тип хәтирәләргә бай булған йәшлеген һағынып һөйләй уҙаман.
Эйе, ошо кѳндәрҙә 85 йәшен тултырған Арслан Заһит улы Вәлиуллиндың тормош юлы, бѳгѳнгѳһѳ лә йәштәргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Уның ныҡлығы, был тормошто яратыуы һоҡланыу тыуҙыра, ихтирамға лайыҡ. Арслан Заһит улына киләсәктә лә бәхетле ҡартлыҡ юлдаш булһын.
Люциә ШАҺИМОРАТОВА.
Сермән ауылы.



Оставить комментарий