Спартакиада үтте

Спартакиада үтте
Ғинуар айында Ѳфѳнѳ, ысын мәғәнәһендә, спорттың баш ҡалаһы тип әйтергә мѳмкин.
2 ғинуарҙан 20-һенә тиклем Башҡортостанда уҡыусылар араһында спорттың ҡышҡы төрҙәре буйынса Республика Спартакиадаһы тамамланып та ѳлгѳрмәне, 15 ғинуарҙан 22-һенә тиклем “Хоккей йондоҙҙары аҙналығы” старт алды. Уҡыусылар араһында үткән беренселек тә хоккей аҙналығына арналды. Трамплин, битләүҙәр, боҙ майҙансыҡтары, трассалар - быларҙың барыһын да һанап бѳтѳрѳрлѳк түгел. Хоккей байрамы сиктәрендә үткән спорт саралары бѳтә республика ѳсѳн ҙур байрамға әйләнде.
Республика Спартакиадаһында ҡатнашыусылар һаны ла йылдан-йыл күбәйә бара. Ярыштар береһе тамамланып ѳлгѳрмәй, икенселәре старт ала. Ғинуар айында үткән спорт форумының ойоштороусыһы - Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы. Ярыштарҙа республиканың тѳрлѳ район-ҡалаһынан һәм башҡа ѳлкәләрҙән 700-гә яҡын йәш спортсы ҡатнашты. Биатлон, фигуралы шыуыу, хоккей, туп менән хоккей, тау саңғыһы, сноуборд, шорт-трек, саңғыла йүгереү, фристайл, йүнәлеште билдәләү спорты, саңғы икеалышы һәм саңғы менән трамплиндан һикереү тѳрҙәре буйынса ярыштар булды. Спартакиаданың тѳп ѳлѳшѳ Ѳфѳлә үтте. Йүнәлеште билдәләү спортын үҙ иткәндәр Ѳфѳ районында, ә тау саңғысылары Морат тау саңғыһы үҙәгендә кѳс һынашты.
Республика Спартакиадаһынан район-ҡаланың йәш спортсылары ла ситтә ҡалманы. Ѳфѳнѳң спорт мәктәбендә үткән туп менән хоккей буйынса турнирҙарҙа район-ҡала намыҫын ҡала спорт мәктәбенең туп менән хоккей клубы тәрбиәләнеүселәре яҡланы. Ѳфѳнөң ике командаһы, Белорет, Нефтекама, Шишмә район-ҡалаларының йәш хоккейсылары 3 кѳн дауамында көрәште. Белореттың “Юность” туп менән хоккей клубы ағзалары береһенә лә алдынғылыҡты бирмәне һәм лайыҡлы рәүештә I урын яуланы.
Сноуборд буйынса ярыштарға Рәсәйҙең 8 төбәгенән 11 йәштән 14 йәшкә тиклемге 100 спортсы Өфө трассаһын яулау өсөн килде. Ярыштар сингл форматында үтте. Заезда еңеләһең икән - ярыштан автоматик рәүештә тѳшѳп ҡалаһың. Беренсе этапта Белорет, Ѳфѳ һәм Силәбе ѳлкәһе спортсылары иң яҡшылары булды. Слалом-гигант дисциплинаһында 2004-2005 йылғы ҡыҙҙар араһында Алһыу Мөхәмәтйәрова - I, Раушания Мөхәмәтова III урынды яуланы. 2002-2003 йылғылар араһында Фәнзилиә Бикҡужина һәм Асия Лоҡмановалар II-III урынды бүлеште. Параллель слаломда үҙ категорияларында Алһыу Мөхәмәтйәрова - I, Фәнзилиә Бикҡужина - I һәм Асия Лоҡманова III урынды алды.
12 ғинуарҙа Ѳфѳ тау саңғыһы буйынса спорт мәктәбе базаһында сноуборд буйынса респуб- лика кимәлендәге ярыштар ҙа үтте. Республика спорт форумы миҙалдарын Ѳфѳ һәм Белорет спортсылары алды. Параллель слалом-гигантта үҫмерҙәр араһында Алмас Лоҡманов, Булат Ғайсин, Владислав Фазыловтарға етеүсе булманы. Ә ҡыҙҙарҙан Елизавета Осинцева һәм Дарья Сердюк финиш һыҙығын тәүгеләрҙән булып үтте. Параллель слаломда Кирилл Педь, Алмас Лоҡманов һәм Булат Ғайсин призлы урындар яуланы.
Эльвира Хәмзина әҙерләне.
Оставить комментарий