"Теләк бер - ситтә ҡалмағыҙ!"

"Теләк бер - ситтә ҡалмағыҙ!"
Ошо йәһәттән беҙ Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты начальнигы Ирина Александровна ПЕНКИНА менән әңгәмәләштек.
- Ирина Александровна, экологтар ѳсѳн йылдың һәр кѳнѳ Экология йылы булып тора. Бынан сығып, һеҙ был яңылыҡты нисек ҡабул иттегеҙ?
- - 2013 йылды республикала Тирә-яҡ мѳхитте яҡлау йылы итеп иғлан итеү һѳҙѳмтәһендә, республика граждандары тормошо сифатын яҡшыртҡан экологик әһәмиәтле байтаҡ саралар үткәрелеүен иҫәпкә алып, Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы ла күп ыңғай үҙгәрештәр, беҙ йәшәгән мѳхиттең сифатын яҡшыртыуға ѳлѳш индерер тигән ышаныс, ѳмѳт менән ҡабул иттек. Министрлыҡ белгестәре эше тирә-яҡ мѳхиткә янаған зыянды кисектереү, бысратыуға һәм экологик боҙоуға юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Был күп хеҙмәт талап иткән эш күп осраҡта халыҡ күҙенә салынмай ҡала. Беҙҙең алда, Экология йылында һәм киләсәктә лә, мәғлүмәт киңлеген арттырыу, экологтар эшмәкәрлеге тураһында күберәк һѳйләү, халыҡтың һорауына ваҡытында яуап биреү бурысы тора.
Рәмилә Мусинаның мәҡәләһен гәзиттең 6-сы һанында (20.01.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий