Абҙаҡта - "Анна Богалий кубогы - SKIMiR"

Абҙаҡта - "Анна Богалий кубогы - SKIMiR"
18-21 ғинуарҙа Абҙаҡ тау саңғыһы курортының Биатлон үҙәгендә “Анна Богалий кубогы - SKIMiR” кубогына биатлон буйынса ярыштар үтте.
Унда илебеҙҙең тѳрлѳ тѳбәктәренән 16 команда, шул иҫәптән 160-тан ашыу 10- 17 йәштәге үҫмерҙәр кѳс һынашты.
“Анна Богалий кубогы - SKIMiR” кубогы инде бишенсе йыл рәттән ойошторола.
Танылыу алған был турнирҙы биатлон буйынса ике тапҡыр Олимпиада чемпионы булған Анна Богалий-Титовец ойоштора. Анна Ивановна 2006 йылда - Турин, 2010 йылда Ванкувер олимпиадаларында эстафета командаһы составында алтын миҙал яулай. Шулай уҡ 2001, 2005 һәм 2006 йылдарҙа Донъя кубогы этаптарында эстафета чемпионы була. Ѳс тапҡыр шәхси беренселектә, 15 тапҡыр эстафетала кѳмѳш һәм бронза миҙалдар ала. 2005 йылда Европа беренселегендә чемпион исемен яулай. 21 йыл ғүмерен профессионал спортҡа арнаған Анна Богалий-Титовец 2012 йылда спорт карьераһын туҡтата һәм үҙен балалар спортын үҫтереүгә арнай. Ошо йүнәлеште үҫтереү маҡсатында 2012 йылдан биатлон буйынса Анна Богалий кубогына ярыштар үткәрә, олимпия хәрәкәте илсеһенә әйләнә.
Абҙаҡта үткән кубок буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Анна БОГАЛИЙ-ТИТОВЕЦ менән әңгәмәләштек.
- Кубокты ойоштороуҙа кемдәр ярҙам итте?
- - Үҙебеҙ ҙә ойошторабыҙ һәм Магнитогорск ҡалаһының спорт комитеты ла ярҙам итте. Октябрҙән әҙерлек эштәре алып барылды. Һуңғы дүрт айҙа мин Абҙаҡта ѳс тапҡыр булдым. Биатлон буйынса кубок этабын Абҙаҡта үткәреү ниәтен Магнитогорск металлургия комбинаты, Силәбе ѳлкәһе етәкселеге күтәреп алды. Былар бѳтәһе лә ил картаһында, шулай уҡ биатлонсылар араһында ла Абҙаҡты тау үҙәге итеп үҫтереүҙә этәргес кѳс булып тора. Беҙ туҡтауһыҙ үҫешәбеҙ, тәүге ярыштар Новосибирскиҙа ғына үтһә, былтырҙан кубоктың географияһы ил буйлап таралды һәм Магнитогорск, Кѳньяҡ Сахалин, Мурманск ҡушылды. Быйыл финал ярыштары Мурманскиҙа үтәсәк. Юбилей йылын Абҙаҡта астыҡ.
- “Анна Богалий кубогы - SKIMiR” кубогы йәш спортсылар тормошонда ниндәй әһәмиәткә эйә?
- Был кубок йәш биатлонсылар ѳсѳн ҙур спортҡа тәүге аҙым булып тора. Балалар спортынан тыш ҙур еңеүҙәр һәм ҙур биатлон булмаясаҡ. Әгәр ҙә беҙҙә балалар спортына ярҙам итергә кәрәклеген оноталар икән, ата-әсәләр үҙҙәре генә балалары менән булыша икән, ул саҡта бѳтәһе лә үҙ яйына ҡуйыласаҡ һәм һѳҙѳмтә лә булмаясаҡ. Ѳлкә хѳкүмәте, бағыусылар, тренерҙар һәм спортҡа битараф булмаған бѳтә кешеләр ҙә спорт менән, шул иҫәптән биатлон менән шѳғѳлләнә икән, ул саҡта беҙҙә ҙур спорт байрамы килеп сыға. Иң мѳһиме - балалар ѳсѳн байрам. Әгәр ҙә беҙ балаларға яҡшылыҡ, изгелек менән һуғарылған мѳнәсәбәттә булһаҡ, ул саҡта уларҙың тормошонда уңыштар күпкә еңел биреләсәк.
- Һеҙҙең кубокка ярыштар тѳньяҡ ҡалаларҙа үтә. Кѳньяҡ ҡалаларҙа ярыштар үткәреү планығыҙҙа бармы?
- Әле һеҙҙә лә ҡар әллә ни күп түгел, ә Кѳньҡта үткәреү ҙур проблемалар тыуҙыра. Әммә электән эшләп килгән биатлон үҙәктәре бар. Мин бында яңы үҫеш нѳктәләре барлыҡҡа килеүенә шатмын. Һеҙ иҫләйһегеҙме икән, 2000 йылда Абҙаҡ тау саңғыһы курортының Биатлон үҙәгендә легендар биатлонсы А.И. Тихонов исеменә үткәрелгән кубокта мин еңеү яуланым. Был минең ѳсѳн ҙур аҙым булды, сѳнки шул миҙгелдән һуң мин ил командаһында инем. Шулай итеп, “Анна Богалий кубогы - SKIMiR” ярышының Абҙаҡта үткән этабында илдең тѳрлѳ тѳбәктәренән Һарытау, Таулы Алтай, Новосибирск, Асбест, Түбәнге Тагил, Кѳньяҡ Сахалин, Вожега, Силәбе, Златоуст, Балаково, Магнитогорск, Всеволожеск командалары килһә, Башҡортостандан Ѳфѳ, Октябрьский, Ишембай спортсылары ҡатнашты. Кубоктың киләһе этабы Новосибирскиҙа буласаҡ, артабан йәш биатлонсылар Көньяҡ Сахалин, Мурманск ҡалаларында осрашасаҡ. Ә инде Рәсәй кимәлендә үткән “Анна Богалий кубогы - SKIMiR” ярышының Абҙаҡтағы Биатлон үҙәгендә үтеүе беҙҙең районда биатлон спортын үҫтереү ѳсѳн шарттар булыуы тураһында һѳйләй.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий