Fүмер буйы дәүләт эшендә

Fүмер буйы дәүләт эшендә
Үҙ ғүмерен дәүләт эшенә арнаған кешеләр бар. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идаралығының Белорет район- ара суд приставтары бүлеге начальнигы Әсләм Камил улы ҠАСҠЫНБАЕВты улар иҫәбенә индерергә мѳмкин.
Әсләм Камил улы 1957 йылдың 29 ғинуарында Әбйәлил районының Дәүләт ауылында биш балалы Ҡасҡынбаевтар ғаиләһендә тыуа. Ике апай һәм ике һеңлеһе араһындағы берҙән-бер ир баланы туғандары яратып үҫтерһә, ул, үҙ сиратында, апай- һеңлеләре ѳсѳн терәк-таяныс була.
- Әсәйем Ғәйнисафа Батырхан ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне, ә атайым Камил Әхмәтйән улы - механизатор. Атай-әсәй беҙҙе бала саҡтан белемгә, уҡырға ѳндәп үҫтерҙе. Шуға ла бишебеҙ ҙә уҡытыусы һѳнәрен алды, - ти Әсләм Камил улы.
Әсләм Ҡасҡынбаев Дәүләт ауылы мәктәбендә - VIII, Красная Башкирия мәктәбендә X класты тамамлағас, ул ваҡытта абруйлы һаналған водитель һѳнәрен үҙләштереү ѳсѳн Таштимер училищеһына уҡырға инә.
Ҡулына водитель танытмаһын алған йәш егет хеҙмәт юлын колхозда башлай. 1975-1977 йылдарҙа хәрби хеҙмәт юлын үтә. Ә инде армиянан ҡайтҡас, Магнитогорск дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Вузды уңышлы тамамлап, дѳйѳм техник дисциплиналар уҡытыусыһы дипломын ҡулына алған белгес Тѳмән ѳлкәһенә юллана. Унда Таболь диңгеҙ училищеһында эшләй, бүлек етәксеһе була, техник фәндәрҙән уҡыта.
Р.Мусинаның материалын гәзиттең 8-се һанында (27.01.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий