Студент йылдары - иң матур мәлдәр

Студент йылдары - иң матур мәлдәр
Рәсәйҙә Татьяна кѳнѳ рәсми рәүештә Студенттар кѳнѳ тип иғлан ителеп, хәҙер киң билдәләнелә. Уны һәр уҡыу йорто үҙенсә үткәрә. Мәҫәлән, Белорет медицина колледжы икенсе йыл рәттән был кѳндѳ иртәнге флешмоб менән башлай.
Быйыл да был йолаға тоғро ҡалып, студенттар иртәнге сәғәт туғыҙҙа колледж алдында йыйылды. Ҡар ѳҫтѳнә “Студенттар кѳнѳ менән!” тип яҙғандар. Һуңынан медицина колледжы директоры Азат Ғәббәс улы Хамматов студенттарҙы шифалы үлән сәйе һәм кәнфит менән һыйланы. Шулай итеп, студенттар 30 литр сәй эсеп, 5 килограмм кәнфит ашаны.
Әлеге ваҡытта медицина колледжында 495 студент белем ала. Улар уҡыуҙа һынатмай, медицина серҙәрен ихлас ѳйрәнә. Шундай тырыш студенттарҙың береһе - Ирина Витальевна БАЖАН менән һеҙҙе таныштырып үтергә теләйбеҙ. Ирина Бажан Исҡушты ауылында тыуып үҫкән. Ауыл мәктәбендә IX класты тамамлағас, лицей-интернатта уҡыуын дауам итә. XI кластан һуң тырыш ҡыҙ, бала саҡтағы хыялын тормошҡа ашырып, медицина колледжына уҡырға бара. Әле ул II курста акушер һѳнәрен үҙләштерә, тик “5”ле билдәләренә генә ѳлгәшә.
- Бәләкәй саҡтан аҡ халатлы кешеләр һоҡланыу тыуҙыра ине. Тыуғандан алып үлгәнгә тиклем кешенең ғүмере табип ҡулында, тип уйлайым. Киләсәктә медицина университетына уҡырға инергә хыялланам. Студент булыуы оҡшай, ул йәштәр тормошондағы иң матур мәл, - ти Ирина.
Студентка тураһында колледж етәкселеге лә тик яҡшы фекерҙә.
- Класс етәксеһенең ярҙамсыһы. Тѳркѳм һәм колледждағы бѳтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Оҫта бейей һәм йырлай. Колледждың волейбол командаһында уйнай. Рус ҡыҙы булһа ла, башҡорт телендә бик яҡшы һѳйләшә. Ғѳмүмән, беҙҙең уң ҡулыбыҙ булып тора, - ти бүлексә мѳдире Элина Викторовна Ольховская.
Р. ХӨСНУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий