900 кѳнгә һуҙылған мәхшәр

900 кѳнгә һуҙылған мәхшәр
27 ғинуар ил тарихында Ленинград блокадаһын ѳҙѳү кѳнѳ булып ҡалды. 900 кѳн дауам иткән мәхшәрҙә олоһо ла, йәше лә, сабыйы ла берҙәй ыҙа-михнәт сигә, һәләк була.
Беҙҙең ҡалала ла Ленинград блокадаһын башынан үткәргән Галина Андреевна Федорова йәшәй. Ул Ленинградта тыуып, ун йәшкә тиклем йәшәй. 1949 йылда уларҙың ғаиләһен яҙмыш еле Белорет ҡалаһына алып килә. Һуғыш ваҡытында бәләкәй булһа ла, ул был ҡот осҡос йылдарҙы иҫләй һәм бала хәтерендә уйылып ҡалған мәлдәрҙе тулҡынланып һѳйләй.
- Атайым Андрей Яковлевич Димитрук Балтика фронты капитаны ине. Һуғыш башланғанда әсәйем - Екатерина Сергеевнаға 21 йәш була. Ул тәүҙә мебель фабрикаһында эшләй. Һуғыш башланғас, башҡалар кеүек үк окоп та ҡаҙа, фугастарҙы ла һүндерә, китеп барғанда урамда ҡолап үлгән кешеләрҙе йыя һ.б.
Р.Мусинаның материалын гәзиттең 8-се һанында (27.01.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий