Асылына тоғро ҡала

Асылына тоғро ҡала
23 ғинуарҙа Рәсәйҙә илдең иң оло һәм күләмле оборона ойошмаһы - ОСОАВИАХИМ (Оборонаға, авиацияға һәм химик тѳҙѳлѳшкә булышлыҡ итеү йәмғиәте), һуңынан ДОСААФ, РОСТО һәм хәҙерге Рәсәй ДОСААФ-ы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Белорет автомәктәбе биләмәһендә үткән сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм ошо иҫтәлекле датаға арналды.
Рәсәй ДОСААФ-ы - үҙенең 90 йыллыҡ тарихи дәүерендә илдең оборонаһын нығытыуҙа әһәмиәтлелеген иҫбатлаған, Тыуған илен һаҡлауҙа үҙ-үҙен аямаған йәштәр тәрбиәләүҙә, армия һәм йәмғиәтте тоташтырған, үҫеп килгән быуында физик һәм рухи сәләмәтлекте нығытыу нигеҙе булып торған үҙенсәлекле ижтимағи-дәүләт оборона ойошмаһы. Халыҡты хәрби- патриотик рухта тәрбиәләргә, илде обороналауға әҙерләргә саҡырылған ойошмала миллионлаған совет кешеһе оҫталыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм ватансылыҡ мәктәбен үтә. Данлыҡлы ойошма исемен күп тапҡыр алыштырһа ла, уның әһәмиәте шул килеш ҡала килә. Рәсәй ДОСААФ-ының урындағы бүлексәһе, уның уҡыу һәм спорт подразделениелары йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙә мѳһим роль уйнай. Әлеге кѳндә Рәсәй ДОСААФ-ы- ның Белореттағы бүлексәһе автомәктәпте, тѳрлѳ спорт-техник клубтарҙы һәм секцияларҙы берләштерә. Автомәктәп водителдәр әҙерләүҙе ойоштороуға ла тос ѳлѳш индерә.
Э.Хәмзинаның материалын гәзиттең 8-се һанында (27.01.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий