Ҡайғы болоттары kаплаhа...

Гөлсөм Бикбулатова башҡарыуында “Талым яңғыҙ” йырын тыңлап, күрше райондан ҡайтып киләм. Гөлсөмдөң йыры мине һағыштарға һалып ебәрҙе. Исмаһам, янымда берәү ҙә юҡ. Һүҙ артында юлдың оҙонлоғо һиҙелмәй бит. Ней, юлда берәйһе осрамай, ултыртып алыр инем, тип уйлауыма, юл буйында бер ҡатын ҡул күтәреп тора. Үәт, шәп булды, миңә лә иптәш, уға лә йәтеш тип шып туҡтаным. Ул арала оло йәштәге апай, ауыр сумкаһын саҡ күтәреп, артҡы ишекте асып ултыртты, үҙе алдан урын алды.
- Һаумы, балам, бер үҙең бынау һыуыҡтан ҡурҡмай юл сығыуыңа аптырайым. Әллә ирең юҡмы?
- Ике бала әсәһемен, бына тигән ирем бар. Тик ваҡыты тығыҙ булыу сәбәпле, бына үҙемә руль артына ултырырға тура килде. Һеҙҙең районға тиҙ йомош менән килдем. Шөкөр, юлым уңды.
- Ә мин бына һеҙҙең районға киттем. Элекке бер танышымды һуңғы юлға оҙатырға. - Юлдашым ҡулъяулығын алып, танауын бар көсөнә һемгереп алды. Унан бер осона күҙҙәренән бер-бер артлы атылып сыҡҡан йәштәрен һөртөп алды ла һүҙ башланы.
- Ирҙәрҙе һәр ваҡыт көслө затҡа һанайбыҙ. Өйрәнгәнбеҙ, күнеккәнбеҙ. Ә көслө зат бар ерҙә лә көслө. Улар һүҙе үткер ҡылыстай, ҡараштары йәшендәй. Ауырлыҡтарға бирешмәйҙәр, ел иҫкәнгә ҡолап бармайҙар. Иламайҙар ҙа, һыҡтамайҙар ҙа. Ә шулай ҙа бер күрҙем һынып, һығылып төшкән берәүҙе. Иңдәренә төшкән ҡайғы уны һыуыҡтарға бирешеп, өшөп бөрөшкән сәпсек рәтенә еткергән ине. Әзмәүерҙәй ир бер килке тәпәшәйеп киткәндәй булған. Эш былай ине. Беҙҙең ауыл ҡыҙы һеҙҙең яҡҡа кейәүгә сыҡты. Ҡатыны менән яратышып өйләнде улар. Күркәм доньяларына йәнә йәм өҫтәп ҡыҙҙары донъяға килде. Өс- дүрт йыл үтеүгә бер-бер артлы ҡыҙ һәм малай алып ҡайттылар. Китте донъя гөрләп. Кәртә тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуар. Баҡсала беҙҙең яҡта үҫмәгән йәшелсә-емеш гөрләп үҫте. Алма, слива, армыт, сейә, ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат ағас-ҡыуаҡтарының иҫәбе юҡ. Ҡатын бер нәмәне лә бушҡа тәләфләмәй: банкаларға ҡыяр-помидор тоҙлай, ҡайнатмалар, һуттар эшләй. Шул арала урман-ялан ҡыҙырып бәшмәк йыя. Ул бәшмәктең ниндәй генәһен йыймай. Ир ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел - колхоз эше бөтөү менән һәр саҡ ҡатыны янында. Йүнсел ҡатын кистәрен ҡорамалар текте, өйөн бөхтә тотто. Ғаилә карабы һәр саҡ алға табан йөҙҙө. Һоҡланыуҙан, афариндан башҡа һүҙ булманы. Балалар үҫә төшкәс, ҡатын да эшкә сыҡты. Магазинға, һатыусы булып. Ана шунда башланды ла инде караптың һикәлтәләргә осрауы. Ҡатын көнө буйы аяҡ өҫтө тороу һылтауы менән эш һуңынан бер аҙ һалдыра башланы. Ир күрҙе, түҙҙе. Әммә оҙаҡҡа түгел. Ҡатын ыңғайына ул да йотҡоланы. Бер өйрәнелгән нәмәне тиҙ ташлап буламы. Йышайҙы байрамдар, ҡунаҡҡа йөрөүҙәр. Шәп ҡатын бар ерҙә лә шәплеген күрһәтеп торҙо. Аш-һыуға оҫталығын файҙаланып, ауылдаштары ҡайҙа туй, ҡайҙа байрам, шунда уны ҡаҙан янына ҡуйҙы. Иргә лә эше табылды: ҡаҙан янына утын, һыуын килтерергә ҡушылды. Һуғымдар башланыуға эсәк-ҡарын айырырға, уны яраштырырға ла саҡырырға онотманылар. Ул арала балалар ҙа үҫеп етеп, һәр кем үҙ ояһын ҡорҙо. Хәҙер ир менән ҡатынға тыйыу юҡ. Икеһе ике яҡта йөрөнө. Ғәйбәттәр ҙә йышайҙы, йәнәһе, ҡатын кемдеңдер ире менән, ир берәүҙең ҡатыны менән сыуалды. Шул саҡта ир ҡатынын эттән һалып һүгеп әрләне. Йәнәһе, эскегә фәҡәт ул ғына өйрәтте. Мин эсмәй бер аҙна, бер ай йөрөй алам. Ә ул бер көн түҙә алмай. Өйгә башҡа аяғын да баҫаһы булмаһын. Бөгөн ятып үлһә лә, «ых» та тимәм. Тамсы ғына күҙ йәшемде лә сығармам, тип анттар бирҙе. Ошо һүҙҙәрен ир алты-ете йыл ҡабатланы. Ул арала ҡатын бер айнығып, бер эскегә бирелеп йөрөнө. Айнығып китһә, донъяһын таҙарта, аш-һыуын хәстәрләй. Ҡыҙҙары ярҙамында өйөнә ҙур ғына ремонт та эшләп ебәрҙе. Тик бына ул эсмәй йөрөгәндә, башҡа эсмәйем, тип йөрөгән ир эсеп бөтә пландарҙы боҙа ла ҡуя ине. Сираттағы ғауғанан һуң ирҙең туғандары килеп ҡатынды өйҙән ҡыуып сығарҙы. Йәнәһе, туғандарына эсмәгән ҡатын алып бирәләр. Хатта ки ҡарап килешеп тә ҡуйғандар. Ҡышҡы һыуыҡта урамда ҡала ҡатын. Ярай әле бер ҡыҙы улар йәшәгән ауылда тора. Бер нисә көн уларҙа тора ла йәнә үҙ “эшенә” тотона. Ҡыҙына ла, үҙ йортона ла ҡайтмай эсеп йөрөй. Ҡыҙының, туңып ҡуймаһын, тип эҙләүе файҙаһыҙ була. Унда күрҙек, бында күрҙек тип кенә яурын һелкетеүҙән ары китә алмай ауылдаштары. Ә бер көн килеп ҡыҙына, әсәйең туңып үлгән, тигән хәбәр еткерәләр. Үлгән, үлгән. Тик ҡайҙа табалар һуң. Күршеләренең һарайында. Өшөп, һалам араһына сумған килеш...
Ҡатынды ерләп килгәс, ҡапҡа эсендә, мәңге иламам, тип анттар биргән ирҙе күрҙем. Бар халыҡ аят тыңларға өйгә ашыҡты. Ни сәбәп менәндер һуңға ҡалып инеп киләм. Сеү, кемдер илай түгелме? Йөрәктәргә үтерлек итеп һулҡылдап илай. Ана, теге ир ҡапҡа тотҡаһына тотоноп алған да ҡатынының исемен ҡабат- лай-ҡабатлай илай. «Ниңә мине ташлап киттең, мине кемгә ҡалдырҙың? Һинһеҙ мин кемгә кәрәк? Күҙҙәремдең нурын алып киттең...» тигән һүҙҙәрҙе ҡабат-ҡабат әйтеп илай. Ирҙәрҙең илағанын күреү ҡыҙғаныс. Көслө зат бит йыш иламай. Ысын күҙ йәше бик зарлы саҡта ғына түгелә. Уны нисек йыуатырға ла белмәй йонсоп торғанымда яныма танышым сығып, аяттың башланыуын иҫкәртте. Ирҙең илағанын ул да күрҙе. Аят тыңлап, хәйер таратҡандан һуң мин ҡайтып киттем. Һуңынан, танышымдың әйтеүе буйынса, ир ҡатынының ҡырҡы үткәнсе эсмәй йөрөй, аҙаҡтан эскене бөтөнләйгә ташлай, өйөнә ҡатынының рәсемен ҙурайтып түргә элеп ҡуя, уның ҡәберенә ҡырҡы еткәнсе барып йөрөй. Һүҙгә телсән, йөҙөнән йылмайыу төшмәгән ир ныҡ ҡына бирешә. «Эх, ҡатыным янымда булһа, тегене һүтеп рәтләп ҡуйыр ине, быныһын эшләр ине. Минең кәләш кеүек бер кемдә лә кәләш булманы», - тип күрше-күләнгә зарланып, илап алыр була.
Бөгөн иртән танышым шылтырата. Ауылда насар хәбәр бар тип әйтерен тауышынан уҡ һиҙҙем. Теге ир ҡатынының тыуған көнөндә йән биргән. Иң ҡыҙғанысы - әжәле еткәнсе ҡатынының исемен ҡабатлап, күҙ йәштәре аша ғәфү үтенгән унан. Шунда китеп барыуым. Ә беҙ ирҙәрҙе иламай, тибеҙ. Илайҙар икән, ҡайғы болоттары ҡаплаһа...
Рүзидә ҒӘЙФУЛЛИНА.
Үткәл ауылы.







Оставить комментарий