Балалар спорт ярата

Балалар спорт ярата
Рәсәйҙә 6 йәштән 70 йәшкә тиклемге һәр кеше ГТО нормативтарын тапшыра ала, ә йәштәр, сығарылыш уҡыусылары уҡыу йорттарына ингәндә ѳҫтәмә балл да аласаҡ.
ГТО нормативтарын мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа теләп башҡара. Буласаҡ беренсе класс уҡыусылары икенсе йыл спортты яратҡан, күкрәгендә ГТО знагын йѳрѳткән ҙур “ғаилә” сафын тулыландырасаҡ. Хәҙер балаларға “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” девизын аңлатып тороу кәрәкмәй, улар балалар баҡсаһында уҡ тәжрибәле инструкторҙар ярҙамында бәләкәй тѳркѳм нормативтарын үтәй һәм яҡшы һѳҙѳмтәләр күрһәтә.
Ҡаланың 25-се “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре дүртенсе йыл ГТО нормативтарын тапшыра. Балалар баҡсаһында үҙ көсѳңә ышаныу, спорт менән шөғөлләнеү теләген бәләкәйҙән үк тәрбиәләйҙәр. Балалар ҙа был процестан кинәнес ала. Бер нисә йыл бындай спорт байрамы балалар баҡсаһында ғына үткәрелһә, быйыл “Мәктәпкәсә йәштәге балалар ГТО тапшыра” физкультура-спорт ярыштары муниципаль кимәлдә уҙғарылды. “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер“ комплекс нормативтарын тапшырыуҙа ҡаланың ете - 1-се, 2-се, 9-сы, 23-сө, 25-се, 29-сы һәм 44-се балалар баҡсаларынан икешәр тәрбиәләнеүсе ҡатнашты.
Э.Хәмзинаның материалын гәзиттең 9-сы һанында (31.01.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий