"Беҙҙе һыуыҡ ҡурҡытмай"

"Беҙҙе һыуыҡ ҡурҡытмай"
Үткән шәмбелә “Рәсәй саңғы юлы - 2017” XXXV Бѳтә Рәсәй күмәк саңғы ярышы үтте. Был сара 1982 йылдан үткәрелә һәм ул тиҫтә йылдар тѳрлѳ быуын саңғы һѳйѳүселәрҙе берләштереп тора.
Быйыл сара һыуыҡ ваҡытҡа тура килһә лә, “Беҙҙе һыуыҡ ҡурҡытмай” тип, саңғы һѳйѳүселәр ихлас килде һәм саңғы ярышы ысын байрамға әйләнде. Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет автомәктәбе уларҙы йылы сәй менән һыйланы. Ҡаланың “Металлург” стадионында үткән ярышта 80-дән ашыу кеше стартҡа баҫты. Ярыш шарттары буйынса, һәр ҡатнашыусыға “Рәсәй саңғы юлы - 2017” символы менән башлыҡтар таратылды.
Тәүҙә ѳс саҡрым арауыҡҡа 1998 йылғы һәм унан бәләкәй йәштәгеләр уҙышты. Үҫмерҙәр араһында Егор РЕПИН - I, Семен ЧУРИКОВ - II, Рауил НӘБИЕВ III урын яулаһа, ҡыҙҙар араһында иң етеҙе Ольга САННИКОВА булды, Яна ОСИПОВА менән Кристина ҒИЛФАНОВА II-III урындарҙы бүлеште. 1999 йылғы һәм унан оло йәштәгеләр араһында Илья БУРЛАКОВ иң етеҙе булды, Вил НУРИӘХМӘТОВ - икенсе, Иван ВОЛОДИН ѳсѳнсѳ булып финиш һ ы ҙ ы ғ ы н үтте.
Ѳ с ѳ н с ѳ уҙыш, йола б у й ы н с а, “Ғаилә уҙышы” тип атала. Уның шарттарына ярашлы, бер бала һәм ата- әсә йүгереп, ф и н и ш ҡ а бергә килергә тейеш. Былтыр был тѳр буйынса ҡатнашыусылар күп булһа, быйыл иһә бары бер ғаилә генә ҡатнашырға баҙнат иткән. Шулай итеп, Олойылға ауылынан аталы-уллы Дамир һәм Надир НОҒОМАНОВТАР I урын алды.
“Рәсәй саңғы юлы” ярышын муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге менән Рәсәй ДОСААФ- ының Белорет автомәктәбе берлектә ойошторҙо. “LADA АВТОЛИГА - Белорет” компанияһы сараның партнеры булды.
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий