Кешеләргә матурлыҡ бүләк итәйек

Кешеләргә матурлыҡ бүләк итәйек
Ҡаланың Картиналар галереяһында “Кешеләргә матурлыҡ бүләк итегеҙ!” Бөтә Рәсәй биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе асылды.
Унда Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән - Екатеринбург, Новосибирск, Магнитогорск, Өфө, Белорет, Учалы, Межгорье ҡалаларының сәнғәт мәктәптәре, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледж- училищелары, юғары уҡыу йорттарының биҙәү-ғәмәли һәм халыҡ кәсептәре бүлектәре уҡыусылары, студенттары, педагог-уҡытыусыларының эштәре урын алды. Бер нисә быуынды берләштергән күргәҙмәлә тәбиғәтте, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған төрлө панно, картиналар, уйынсыҡтар урын алған. Ҡорама ҡорау кеүек борондан килгән шөғөлдө йәштәрҙең лайыҡлы да- уам итеүе ҡыуандыра. Кейеҙ, туҡыманы биҙәкләү, эҫе эмаль, туҡыусылыҡ, туҡымаға көйҙөрөп биҙәк төшөрөү, тауарҙы яндырыу, ҡағыҙ, быяла һәм башҡа ҡатнаш техникаларҙы ҡулланып эшләнгән эштәр иғтибарҙы йәлеп итә. Ябай ғына материалдарҙан иҫ китмәле ижад өлгөләре тыуҙырған оҫталарға һоҡланмау мөмкин түгел.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова, профессор, Рәсәй Дизайнерҙар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле рәссам-акварелист Борис Гагарин, Магнитогорск дәүләт университетының рәсем һәм дизайн факультеты деканы Владимир Белый һәм башҡа ҡунаҡтар сығыш яһаны. Магнитогорск университетының костюм дизайны һәм сәнғәт текстиле кафедраһының элекке етәксеһе, профессор, педагогия фәне докторы Римма Гильман бүләк итеп биргән, хәҙер инде Картиналар галереяһы коллекцияһында һаҡланған кейемдәр күрһәтелде.
Күргәҙмәне асыу тантанаһы бүләкһеҙ үтмәне. “Рябиновые бусы” рус йырҙары ансамбле килеүселәргә матур йырҙар бүләк итте.
Күҙҙең яуын алырҙай ижад емештәрен күрмәй ҡалмағыҙ!
Эльвира ХӘМЗИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий