Йылдар үтһә лә, яралар уңалмай

Йылдар үтһә лә, яралар уңалмай
15 февралдә Рәсәй халҡы Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыу кѳнѳн билдәләй. Был кѳн - Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу кѳнѳ булып тора.
Бынан 28 йыл элек ил тарихында тағы ла бер ҡан ҡойошҡа сик ҡуйыла. Йәғни, 1988 йылдың 14 апрелендә ҡул ҡуйылған Женева килешеүҙәренә ярашлы, Советтар Союзы ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығара башлай. Ул йылға тиклем дауам итә һәм 1989 йылдың 15 февралендә һуңғы һалдат Афғанстандан сығарыла.
1979 йылдың 25 декабрендә башланған һәм 2238 кѳнгә һуҙылған һуғышта совет ғәскәрҙәре суннит моджахеттарына ҡаршы кѳрәшә. Афған һуғышында 620 мең хәрби ҡатнаша, шул иҫәптән Совет Армияһы берләшмәләрендә һәм частарында - 525 мең кеше, СССР-ҙың Дәүләт именлеге комитетының сик һағы һәм башҡа бүлексәләрендә - 90 мең кеше, Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәрендә - 5 мең кеше. Бынан тыш, совет ғәскәрҙәренең граждандар персоналында 21 мең кеше эшләй. Ҡан ҡойошта 15 меңдән ашыу һалдат һәм офицер һәләк була, 54 меңгә яҡыны яраланып ҡайта.
Һуғыш Афғанстанға ла ҙур зыян килтерә. Илдең үҫеше туҡтай, һуғыш ваҡытында 1 миллионға яҡын кеше ғүмере ѳҙѳлә.
Был кѳндә Рәсәй халҡы Афғанстан ерендә баш һалған улдарын, яугир-интернационалистарҙы иҫкә ала, тѳрлѳ саралар, осрашыуҙар үтә. Белоретта ла ошо айҡанлы тантаналы сара үтте. Һәләк булған яугир-интернационалистарға һәйкәл янына Афған һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар, һәләк булғандарҙың туғандары, район-ҡала етәкселәре, 20-се мәктәптән кадет кластары уҡыусылары килде.
Сарала ҡатнашыусыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Пинящук тәбрикләп: “Һәр һуғыш - ҙур ғәҙелһеҙлек, үлем, кешелеккә ҡаршы ҡылынған енәйәт. Донъяла тыныслыҡ, именлек кеүек ҡиммәттәр бар, ниндәй милләттән, диндән булыуыңа ҡарамаҫтан, уны яҡлау һәм һаҡлау - һәр кемдең изге бурысы. Сит ерҙәрҙә Тыуған ил бойороғон намыҫлы һәм лайыҡлы үтәгән, кәрәк саҡта ғүмерҙәрен дә аямаған яугирҙар алдында бурыслыбыҙ. Беҙҙең ватандаштар Афғанстанда һәм башҡа “ҡыҙыу нѳктәләрҙә” үҙҙәрен аямай интернациональ бурысын үтәне. Бѳгѳн дә улар алдынғы һыҙатта халыҡ-ара терроризмға ҡаршы кѳрәшә”, - тине. Район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, үҫеп килгән быуында Тыуған илгә һѳйѳү тәрбиәләүгә ҙур ѳлѳш индергән Афған һуғышы яугирҙары Ураҙбай Вәлиевкә, Александр Вениковҡа, Мәжит Лоҡмановҡа муниципаль район Советының Почет грамоталарын тапшырҙылар.
Тәбрикләү һүҙе менән Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бѳрйән райондары хәрби комиссары Вадим Сәйәхов, “Ҡанатлы гвардия” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, ДОСААФ-тың Белорет автомәктәбе етәксеһе Зәбир Ахибзянов, “Хәр- би туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Игорь Смердов, Афған һуғышында водитель булып хеҙмәт иткән Александр Веников сығыш яһаны.
Белорет районы һәм ҡалаһынан был һуғышта 415 кеше ҡатнаша, уларҙың етәүһе - А.А. Агафонов, А.Г. Байков, Н.И. Горбатов, А.А. Ғибадуллин, М.М. Заһиҙуллин, В.Ф. Корнев, Ю.С. Ширшиков, А.Н. Юрочкин һәләк була, бер егет хәбәрһеҙ юғала. Яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Һәйкәлгә сәскә гѳлләмәләре һалынды.
Яугир-интернационалистар бер-береһен күреү шатлығынан ихлас күрешә, йәнле аралашыу бара. Килеүселәр араһында 70- 75 йәштәр самаһындағы апай менән ағай һәйкәлдәй ҡатып ҡалған, йѳҙҙәрендә һағыш һәм ҡайғы, ҡулдарында ҡәнәфер сәскәләре. Сараның тѳп ѳлѳшѳ тамамланғас, килеүселәр һәйкәлгә сәскә һала башланы. Был апай менән ағай иң аҙаҡҡа ҡалып, сәскә һалды. Бер фамилия янында атай кешенең ҡарашы туҡталды, ә әсә иң ҡәҙерле кешеһен уятып ҡуймайым тигәндәй, һаҡ ҡына ошо фамилияға ҡулы менән ҡағылды, күҙҙәренән йәш тама. Эйе, йылдар үтһә лә, Афған һуғышы килтергән юғалтыу һәм күңел яраһы уңалмай шул, бигерәк тә яҡындарын юғалтҡандарҙың...
Рәмилә МУСИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий