Сираттағы сессия

Белорет районы муниципаль район хакимиәтендә Белорет районы муниципаль район Советының сираттағы сессияһы булып үтте.
Сессия эшендә Башҡортостан урман хужалығы министры урынбаҫары С.Ә. Бәхтийәров, муниципаль район Советы рәйесе Д.Р. Хәмзина, муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, учреждениелар, ойошма һәм предприятиелар етәкселәре, муниципаль район хакимиәтенең бүлек һәм идаралыҡ начальниктары, ҡала һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль район Советының 2016 йылдағы эше һәм 2017 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентының Федераль Йыйылышҡа, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәләренең төп йүнәлештәрен һәм положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса бурыстары тураһында район Советы рәйесе Дилә Хәмзина бик ентекле сығыш яһаны. Ул 2016 йылға планлаштырылған бурыстарҙың күп өлөшөнөң тормошҡа ашырылыуы тураһында әйтеп үтте. Үткән йылда әүҙем эшләгән депутаттарға район Советы исеменән рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль район хакимиәтенең 2016 йылдағы эшмәкәрлеге һәм 2017 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентының Федераль Йыйылышҡа, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәләренең төп йүнәлештәрен һәм положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса бурыстары тураһында район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов сығыш яһаны. Владислав Миронов 2016 йылда район-ҡаланың иҡтисади үҫешенә байҡау яһаны, йыл һөҙөмтәләренә ентекле анализ бирҙе, ошо йылға ҡуйылған пландар менән таныштырҙы.
Төп докладсыларҙан һуң фекер алышыуҙа Белорет рессор һәм пружиналар заводының башҡарыусы директоры А.И. Пахомов, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһынан баш врач урынбаҫары Е.Н. Лисицкая, мәғариф идаралығы начальнигы М.В. Саранцева, Инйәр район мәҙәниәт йорто директоры О.Б. Овчинникова, район-ара һалым инспекцияһы начальнигы Л.М. Полякова, Белорет урмансылығы буйынса территориаль бүлек етәксеһе О.Т. Муллоджанов ҡатнашты.
Фекер алышыуҙан һуң, хакимиәт башлығы В.Г. Миронов хакимиәт адресына бирелгән һорауҙарға яуап бирҙе.
Үҙ хәбәрсе.
Оставить комментарий