Милләт киләсәге үҙебеҙҙән башлана

Ҡаланың музыка мәктәбендә ҡала-район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының отчет-һайлау йыйыны булып үтте. Йыйында башҡорт теле уҡытыусылары, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, дин әһелдәре, студенттар, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, депутаттар, старосталар, район ағинәйҙәре ҡатнашты. Сарала шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, филология фәндәре кандидаты, профессор Вәкил Хажин, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, район Советы рәйесе урынбаҫары Евгений Карепанов, район-ҡаланың рустар соборы рәйесе Марина Саранцева, район-ҡала татарҙары башҡарма комитеты рәйесе Әлфира Хәлиуллина ҡатнашты.
Ҡоролтайға йыйылыусыларҙы Сосновка ағинәйҙәре, ҡурайсы Радмир Әхтәмов, Башҡорт гимназияһы, лицей-интернат уҡыусылары сағыу сығыштары менән тәбрикләне.
Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, Белорет ҡалаһы һәм Белорет районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Сафый улы Теләүбаев ҡорҙо асып, байрам менән ҡотланы һәм район-ҡаланың социаль үҫешенә, алда торған эштәр һәм пландар тураһында доклад менән сығыш яһаны.
- Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси һәм рухи-мәҙәни тормошонда тәрән эҙ ҡалдырған тарихи ваҡиғалар милләтебеҙ алдында торған көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә мөһим роль уйнаны һәм уйнай. Кешелек тарихы шуны иҫбатлай - милли проблемаларҙы инҡар иткән, уны һанға һуҡмаған йәмғиәт, дәүләт ҡасан да булһа үҙенең йәшәйешенә хәүеф янарлыҡ кѳрсѳккә дусар булыуы мөмкин. Шуға ла милли проблемаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмайынса, дәүләтебеҙҙең үҙендә йәшәгән халыҡтарҙың милли-мәҙәни талабын һәм мәнфәғәтен хәл итеү уның артабанғы үҫеше өсөн ныҡ бәйле булыуы бөгөн беҙгә көн кеүек асыҡ. Был юҫыҡта беҙҙең ҡала һәм районыбыҙ ҙа ситтә тороп ҡалмай, сөнки төрлө милләт вәкилдәре тәшкил иткән Белорет районы ерендә барыһы ла татыу һәм килешеп йәшәй. Республика халҡының тормош шарттарын яҡшыртыу, уның һаулығын һаҡлау һәм нығытыу, демографик хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү буйынса ярайһы ғына эштәр башҡарылды. Һуңғы тиҫтә йыл эсендә, туған Башҡортостаныбыҙ менән бер рәттән район-ҡала халҡыбыҙҙың милли-мәҙәни, социаль-иҡтисади мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡырҡа һынылыш яһаны. Ҡала-райондың 53 мәктәбендә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ (81%) уҡытыла, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыһазландырылған 56 кабинет бар. 2015 йылда старт алған “Реаль эштәр” проекты ла район ауылдарының инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур ярҙам булды. Һәр халыҡтың, төбәктең данын күтәргән шәхестәре була. Шәхесте күтәрә, күрә белгән халыҡтың киләсәге лә өмөтлө. Ошо юҫыҡта беҙҙең ҡоролтай тарафынан да һуңғы йылдары ярайһы ғына эштәр башҡарылды, - тине Илгиз Сафый улы йөкмәткеле сығышында.
Эльвира Хәмзина.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 14-се һанында (17 февраль) уҡығыҙ.
Оставить комментарий