"Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер"

"Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер"
Сермән ауылының ололары үҙҙәренең әүҙемлеге менән һәр саҡ башҡаларға ѳлгѳ булырлыҡ эштәр ҡыла. Улар тәүгеләрҙән булып “Хәл белешеү” йолаһын тергеҙеп кенә ҡалманы, ә уны үтәүҙе дауам итә. Яңыраҡ “Хәтирә” ансамбле ағзалары - Әнисә Хәйербәшәр ҡыҙы Ибраһимова, Клара Мансур ҡыҙы Миһранова, Зифа Йәнйегет ҡыҙы Динисламова, Зифа Айытбай ҡыҙы һәм Солтан Мосауир улы Сиражетдиновтар Белорет ҡалаһында йәшәгән ветеран- уҡытыусы Рәшидә Нәҙербай ҡыҙы Дәүләткирәеваның хәл- әхүәлен белергә килде.
Рәшидә Нәҙербай ҡыҙы юғары белемле рус теле уҡытыусыһы. Шығай, Әзекәй, Үткәл, Аҙнағол, Сермән мәктәптәрендә эшләп, 39 йыл эш стажы менән хаҡлы ялға сыҡҡан. Тәүҙә башланғыс кластарҙа уҡытҡан, аҙаҡ рус теленән белем биргән. Ѳс бала тәрбиәләп үҫтерә, ике ҡыҙы Рәшидә Нәҙербай ҡыҙының юлын дауам иткән: Рима Кинйәбай ҡыҙы Сермән балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыға, Гѳлдәр Кинйәбай ҡыҙы ҡала лицей-интернатында башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә.
Рәшидә Нәҙербай ҡыҙы 1946 йылда Сермән ауылында Дәүләткирәевтәр ғаиләһендә тыуа. Атаһы - һуғыш ветераны Нәҙербай Дәүләткирәев ауылда абруйлы кеше була. Ғаиләләрендә һигеҙ йәшлек Марат, Рәшидә Нәҙербай ҡыҙының ағаһы, иптәше менән Бѳйѳк Ватан һуғышына ҡасып китә. Тик уларҙы Ѳфѳлә тотоп алып, кире бороп ҡайтаралар. Аҙаҡ аталары ялға ҡайтҡан саҡта Маратты үҙе менән алып китә, ул йыйыу-әҙерләү отрядында хеҙмәт иткән була. Марат “полк улы” булып йѳрѳй. Һуғыштан ҡайтҡас, Марат Белорет педагогия училищеһын тамамлай, армияға китә. Черчик ҡалаһында танк училищеһын тамамлап, ғүмер буйы хәрби хеҙмәткәр була. Уны ауылдаштары тик яҡты иҫтәлектәр менән хәтергә ала, сѳнки ул ялға ҡайтҡан саҡта Белореттан Сермәнгә тиклем марафон ойошторор булған. Бүләктәрҙе лә үҙе алған.
Рәшидә апай йыр-моңға ғашиҡ кеше булып үҫә.
“Хәтирә” ансамбле менән Парижға барып ҡайтыу бәхетен татый. Ансамблдең татыу ағзалары әле лә аралашып йәшәй. Был юлы ла улар әхирәттәрен барып күреп, хәлен белеп, һағыштарын баҫып ҡайтты.
- Һѳйләшеп һүҙҙәре бѳтмәне. Ҡыҙы Гѳлдәр һәм ейәнсәре Гѳлшат бик йылы ҡаршыланы, ҡунаҡ итте. Әхирәттәр иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, мандолинаға ҡушылып, йырлап-бейеп тә алды. Рәшидә апай бик ҡыуанып, ҡәнәғәт булып ҡалды. Шулай итеп, әбейҙең күңелен асып ҡайттыҡ, - ти Солтан Мосауир улы.
- Олоғайғас, әсәйемдең ауылдағы йортон һатып, ҡаланан фатир алып бирҙек. Ул Сермәнде, ауылдаштарын һағына. Осрашыу бик ҡыҙыҡ булды. Барыбер әбейҙәр дәртле! Милли кейемдәрҙә килгәндәр. Һәр береһе йыр башҡарҙы, сығыш яһаны, хәтирәләре менән уртаҡлашты, концерт мәлендә булған хәл-ваҡиғаларҙы иҫләп алдылар, - ти Гѳлдәр Кинйәбай ҡыҙы.
Ысынлап та, хәҙер кеше ҡайҙалыр ашыға, хатта туғанының, яҡынының хәлен белергә ваҡыт тапмай. Тормошҡа бындай ҡараш бѳтѳнләй дѳрѳҫ түгел, беҙҙең халыҡ ѳсѳн дә ят күренеш. Шуға ла был донъяла бер-беребеҙгә йѳрѳшѳп, хәлдәрен белешеп, аралашып йәшәйек.
Әлбиттә, был донъяға мәңгелеккә килмәгәнбеҙ һәм уны матур, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үтергә кәрәк. “Хәл белешеү” йолаһын уйлап сығарған халҡыбыҙ быны аңлап, донъялыҡта ҡайтара алмаҫлыҡ тормош ҡиммәттәрен
һаҡлауҙы тарата.
Р. Мусина.
Оставить комментарий