Игенгә ихтыяж ҙур 4-09-2012, 09:12 / Иҡтисад

Игенгә ихтыяж ҙур

“Селена-Агро” компаниялары төркөмөндә эшмәкәрлек алып барған “Илеш элеваторы” йәмғиәте, һуңғы йылдарҙа ыңғай үҙгәрештәр кисереп, яңы ашлыҡты ҡабул итеүгә ныҡлы әҙерлек менән килде. Йәмғиәттең төп эшмәкәрлеге — ашлыҡты ҡабул итеү, киптереү, һаҡлау. Әлеге маҡсатта бында дөйөм һыйҙырышы 117 мең тонна булған биш ҡабул итеү пункты, сәғәтенә 32 тонна иген культуралары киптереү көсөнә эйә булған өс ашлыҡ киптергесе урынлаштырылған. Директор Валерий Иванов әйтеүенсә, предприятие тәүлегенә 500 тонна бөртөклө, 250—300 тонна техник культура ҡабул итә ала. Йөк бушатыусы механизмдарҙы, киптереү...
4-09-2012, 09:01 / Социаль ѳлкә

"Салауат"ты ... "Торос" ҡотҡарҙы

"Салауат Юлаев" быйылғы миҙгелдә тәүге еңеүен яуланы. Башҡортостан Республикаһы кубогына турнирҙың һуңғы көнөндә уның еңеүсеһе асыҡланды: Өфө клубына "Торос" ярҙамға килде. Тәүге уйында Чехияның "Энергия"һынан еңелеүҙән һуң, юлаевсылар тәүҙә "Торос"ты ҡыйратһа, аҙаҡ Новокузнецкиҙың "Металлург"ын баш эйҙерҙе. Ә Нефтекама хоккейсылары беренселеккә дәғүә иткән Чехия командаһының бер мәрәйен тартып алып, уларҙың тәүге урынға өмөтөн селпәрәмә килтерҙе. Һөҙөмтәлә "Салауат Юлаев" турнирҙың еңеүсеһе тип табылды. Кубок менән бер миллион һум күләмендә приз – уларҙа! "Металлург"ка иһә икенсе урын һәм...
Иглин районында ирекле көрәш менән шөғөлләнеү өсөн яңы зал асыласаҡ 4-09-2012, 08:47 / Сәйәсәт

Иглин районында ирекле көрәш менән шөғөлләнеү өсөн яңы зал асыласаҡ

1 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иглин районының Сыуаш-Ҡыбау урта дөйөм белем биреү мәктәбендә булды. Биш йыл элек был уҡыу йортонда Олимпия уйындарының бронза призеры Сергей Корнилаев башланғысы менән ирекле көрәш буйына спорт секцияһы асылғайны. Был ваҡыт эсендә мәктәптә бихисап һәләтле спортсылар әҙерләнде, улар үҙҙәрен Рәсәй һәм донъя кимәлендә күрһәтеп өлгөрҙө. Республика башлығы балалар менән осрашып, уларға бүләктәр тапшырҙы. Иглин көрәшселәренең юғары ҡаҙаныштары иғтибарһыҙ ҡалманы – Башҡортостан Президенты ирекле көрәш менән шөғөлләнеү өсөн айырым яңы зал төҙөү...
Баш ҡалала иҡтисадты тәрән өйрәнеү буйынса яңы мәктәп асылды 4-09-2012, 08:46 / Сәйәсәт

Баш ҡалала иҡтисадты тәрән өйрәнеү буйынса яңы мәктәп асылды

1 сентябрҙә баш ҡаланың Дим районында өс ҡатлы яңы мәктәп асылды. Ул 620 баланы ҡабул итте. Мәктәпте асыу тантанаһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. — Был мәктәптә яҡшы уҡығандар ғына булһын өсөн, һеҙгә тик «бишле» һәм «дүртле» билдәләренә генә өлгәшеү зарур, — тине республика башлығы. Башҡортостан Президенты уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы. Балаларҙы уҡыу йортона һаҡсыл ҡарашта булырға саҡырҙы. Рөстәм Хәмитов төҙөүселәргә тырышып эшләгәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе, шулай уҡ яңы мәктәп төҙөүҙә ярҙам итеү үтенесе менән республика башлығына мөрәжәғәт иткән ата-әсәләргә лә...
Оксана Савченко – биш тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы 4-09-2012, 08:43 / Яңылыҡтар

Оксана Савченко – биш тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы

Лондонда 2012 йылғы Паралимпия уйындарында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Оксана Савченко сираттағы еңеүен яуланы. Комплекслы йөҙөү буйынса 200 метрлыҡ дистанцияла Савченко 2:28,00 ваҡыт менән яңы донъя рекорды ҡуйҙы. Икенсе урында – Әзербайжан спортсыһы Наталья Пронина, өсөнсөлә – Рәсәйҙән Дарья Стукалова. Шулай уҡ ир-егеттәр араһында ошо уҡ дисциплина буйынса ике миҙал бар. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты аспиранты Александр Неволин-Светов 2:14,45 ваҡыт күрһәтеп, 2012 йылғы Паралимпиадала «көмөш» яуланы, Сергей Пунько 2:14,83...