Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатайҙары тарихы 31-10-2012, 16:19 / Шәжәрә

Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатайҙары тарихы

Атта бик оҫта, ҡош һымаҡ осоп йѳрѳнѳ. Кѳстәр тиң булмаған алышта ла, Әсмән булһа, еңеп сыға торғайныҡ. Дошман ҡылысы менән һелтәгәндә, Әсмән Турыҡайының бауыр аҫтынан урап сығып, ҡотола торғайны”. Был юлы үрҙә телгә алынған яуҙаштарына, ѳҫтәп Үҙәндән Петр Данилович Проскуряковты, Әзекәйҙән Һаҙый Шәрәфетдиновты килтерә. Тыныс тормошта рәхәтләнеп оҙаҡ йәшәргә тура килмәй Әсмән Шәйәхмәт улына. 1928 йылдың 13 декабрендә уның ғүмере фажиғәле ѳҙѳлә. Үлерҙән бер ѳс кѳн алда тѳш күрә. Имеш, ғазраил, ялбыр сәсле, ҡара йѳҙлѳ ҡатын ҡиәфәтендә, уны йығып һалып, күкрәгенә менеп ултыра ла муйынынан һыға...
“Дармарка” кешеләргә һѳйѳнѳс ѳләште 31-10-2012, 16:13 / Яңылыҡтар

“Дармарка” кешеләргә һѳйѳнѳс ѳләште

- “ЭКА” хәрәкәте тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Булмаһа, икенсе юлы мотлаҡ “Дармарка”ға, йәғни бушлай йәрминкәләргә килергә, унда ҡатнашырға тырышығыҙ, - ти ойоштороусы, эко китапхананың “ЭКА”- экология, матурлыҡ һәм альтернатива - “Йәшелдәр” хәрәкәте етәксеһе Ләйсән Әбсәләмова. Үткән шәмбе ҡаланың үҙәк китапханаһы ҡайнап торҙо. Берәүҙәр “дармарка”ға тотонолған, әммә эшкә яраҡлы кѳнкүреш әйберҙәре, китаптар, журналдар тѳпләнмәһе, ѳҫ һәм аяҡ кейемдәре, балалар әйберҙәре алып килде. - Мин икенсе тапҡыр киләм бында, - ти оло ғына йәштәге бер ханым. - Йылдар буйы тик ятҡан әйберҙәремдән...
Бер аҙым алға, ѳс аҙым артҡа 31-10-2012, 16:11 / Сәйәсәт

Бер аҙым алға, ѳс аҙым артҡа

Рима Әҡсән ҡыҙы Вәлиева, Ишле дѳйѳм белем биреү мәктәбе директоры: - Илебеҙҙең киләсәге булған үҫеп килгән быуынға белем һәм тәрбиә биреү ѳлкәһендә хәлдәр нисек тора тигән һорауға яуабым ошондай: белем биреү эшмәкәрлеген оптималләштереү бигерәк тә ауыл мәктәптәренә ҡағылды. Сәбәбе - балалар һаны аҙ. Ауылда эш булмау сәбәпле, йәштәр ситкә китә, шуға ла уҡыусылар һаны йылдан-йыл аҙая. 10-15 йыл элек Ишлелә тормош ҡайнап торҙо. Дауахана, пекарня, леспромхоз ябылды, тар колеялы тимер юлы һүтеп ташланды, ә уларға алмашҡа бер ни ҙә булдырылманы. Бай традициялары булған беҙҙең Ишле урта мәктәбе...
Атайлыҡты экспертизанан тыш билдәләп буламы? 31-10-2012, 16:08 / Хоҡуғыңды беләһеңме?

Атайлыҡты экспертизанан тыш билдәләп буламы?

“Апайым яңғыҙ әсә, ҡыҙына быйыл 7 йәш тула. Әлегә тиклем баланың атаһынан ярҙам һорамай, уны үҙем генә тәрбиәләйем, тип килде. Быйыл һеңлем 1 класҡа бара, тимәк, сығымдар ҙа күбәйә. Ошо уңайҙан баланың атаһына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне, ул, бала минеке түгел, тип ҡырт киҫкән һәм апайымды төрлөсә битәрләгән. Атайлыҡты иҫбат итеү өсөн судҡа бирәм тигәс: «Бир, әйҙә. Барыбер мин унда бармаясаҡмын, тимәк, минән алимент та түләтә алмаясаҡһың», - тип яуап биргән. Был ысынлап та шулаймы? Әгәр ҙә атай кеше судҡа барыуҙан йәки экспертиза үтеүҙән баш тарта икән, уның атайлығын башҡа төрлө юлдар...
Пенсияға ваҡытынан алда сыға алаһығыҙ 31-10-2012, 16:05 / Хоҡуғыңды беләһеңме?

Пенсияға ваҡытынан алда сыға алаһығыҙ

“I тѳркѳм инвалид бала ҡарайым. Уға оҙаҡламай 17 йәш тула. Минең 9 йыл эш стажым бар. Ошо уңайҙан һорауым бар: миңә ваҡытынан алда пенсияға сығырға рөхсәт итерҙәрме?” Әлфиә....
Һыулы ла, утлы ла булдыҡ! 31-10-2012, 15:51 / Ауыл тормошо

Һыулы ла, утлы ла булдыҡ!

Ошо кѳндәрҙә Сермән ауылы хакимиәте башлығы Айытбай Зәбир улы Әйүпов мѳхәрририәткә килеп, башҡарған эштәре һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. - Айытбай Зәбир улы, Сермән ауылын һыу менән тәьмин итеүҙә яңы система индереү ѳҫтѳндә эш алып барыуығыҙ тураһында яҙғайныҡ. Был эш ниндәй стадияға етте? - Проект һәм һыу запасын ѳйрәнеү тамамланды. Уның тәүге этабын Межгорье ҡалаһынан Олег Мулланур улы Фатхуллов етәкселегендәге «Каротаж» геофизик предприятиеһы баш-ҡарҙы. Артабанғы эштәрҙе «Управление малоэтажного строительства» предприятиеһы дауам итә. Сермәндә ике система айырым эшләй. Хәҙер...
Эскесе алкоголиктан нисек айырыла 29-10-2012, 14:48 / Социаль ѳлкә

Эскесе алкоголиктан нисек айырыла

Эскесенең алкоголикка әүерелеүен нисек белергә. Эскесе байрамдарҙа, ял көндәрендә йәки әҙләп кенә көн һайын эсергә ярата. Был этапта ул эскене үҙе ташлай ала әле. Дөрөҫөрәге, уға шулай тойола. Табипҡа тик 10% эскесе генә мөрәжәғәт итә. Шуныһы ғәжәп: бындайҙарҙы дауалауы ауырыраҡ. Урталыҡта тарбанлағандарға ҡарағанда, иң төптән сығарыуы еңелерәк, тип иҫәпләй табиптар. Сөнки ундайҙар, теләһәм, үҙем ташлай алам, тип уйлай һәм табиптарҙың кәңәшен һанға һуҡмай....
«Уйна, гармун!»да - беҙҙекеләр 29-10-2012, 14:46 / Мәҙәниәт

«Уйна, гармун!»да - беҙҙекеләр

Уҙған һәм унан алдағы шәмбелә Рәсәйҙең 1-се каналында барған «Уйна, гармун!» тапшырыуында беҙҙең райондың һәм Межгорье ҡалаһының гармунсылары, фольклор ансамблдәре сығыш яһаны. Магнитогорск ҡалаһы һәм металлургия заводының байрамдары айҡанлы Анастасия Заволокина етәкселегендәге «Уйна, гармун!» телетапшырыуы тѳркѳмѳ Магнитогорскиға килгәйне. Байрамда Үткәл, Үрге Әүжән, Тирлән, Бирҙеғол гармунсылары һәм Ломовка фольклор тѳркѳмѳ үҙ һѳнәрен күрһәтте. Тамашасыға бигерәк тә Иршат Шәғәлин етәкселегендәге Рушан Шәғәлин, Ирек Йомағужин, Рәфис Ғәйфуллин, Илсур Мѳхәмәтдинов һәм Илдар...
Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатайҙары тарихы 29-10-2012, 14:42 / Шәжәрә

Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатайҙары тарихы

Башҡорт ауылдарының исемен руссаға әйләндереп яҙғанда хаталарға юл ҡуйылған. Рәсми документтарҙа Зәит (Заитово) ауылын Заһит (Загитово) тип тәркәгәндәр. Документтан күренеүенсә, “соборная мечеть” Аҙналы ауылында булған, ул мәсеткә Ҡаҙыш ауылын да беркетеп ҡуялар. Ә бына Әзекәй ауылында “пятивременная мечеть” тип әйтелә. Имам итеп Шакиров Ғүмәр тәғәйенләнә. Шакиров Ғүмәр Мѳхәмәтшакир улы Ырымбур губернияһы Верхнеуральск ѳйәҙе Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында Тамъян-Ҡатай кантонының мировой судьяһы Мѳхәмәтшакир Ғәбитов ғаиләһендә тыуа. Башланғыс дини белемде ауылда ала....
Ҡәҙерле ҡомартҡы 29-10-2012, 14:36 / Яҙмыштар

Ҡәҙерле ҡомартҡы

Изгелекле кешеләрҙән башҡа ерҙә йәшәү юҡ, тигән боронғолар. Хәҙер ҙә донъя шулай. Бәйтулла Ғариф улы Йәһүҙин Бѳйѳк Ватан һуғышы ҡаһарманы ла түгел, иҫ китмәле батырлыҡтар ҙа күрһәтмәгән, ә яҡшы тормош тураһында хыялланыусы ябай яҙмышлы кеше. Әммә күпте күргән, күпте кисергән атайым башҡаларға ѳлгѳ булырлыҡ. Ул 1928 йылда Йѳйәк ауылында хәлле ғаиләлә тыуған. Әсәһе Мәрфуға 36 йәшендә генә ике балаһын ҡалдырып, үлеп китә. Атайыма 5 йәш, ә һеңлеһенә йәш ярым ғына була. Күпмелер ваҡыттан һуң атаһы икенсе ҡатын алып ҡайта. Уларҙың ҡыҙҙары тыуа. Тик уларға оҙаҡ йәшәргә тура килмәй, 1937 йылда...