II саҡырылыш   депутаттары эшен тамамланы 1-10-2012, 15:44 / Сәйәсәт

II саҡырылыш депутаттары эшен тамамланы

Үткән аҙнала II саҡырылыш Белорет районы муниципаль район Советы депутаттарының һуңғы, илле беренсе ултырышы булып үтте. Сараның кѳн тәртибенә ҡуйылған «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың шәхси ярҙамсы хужалығы тураһында» законын һәм 2010-2012 йылдарҙа Республикала шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү программаһын Белорет районында ғәмәлгә ашырыу тураһында мәсьәлә иң мѳһимдәрҙең береһе булды. Район хакимиәтенең агросәнәғәтте үҫтереү, ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәттәрен анализлау һәм прогнозлау бүлеге начальнигы Валерий Красавиндың докладын тыңлағандан һуң депутаттар ҡаланың сауҙа...