Илгә - Инйәр  урманы 12-10-2012, 17:17 / Экология

Илгә - Инйәр урманы

1922 йылда ойошторолған Инйәр леспромхозына 90 йыл булды. Ул тәүҙә (1954 йылға тиклем) 14 - Инйәр, Ҡаҙмаш, Ремашта, Мәнәү, Рәүәт, Түбәнге Тѳлмәй, Ноҡат, Бәләғош, Берештамаҡ, Асы, Һуран, Ҡалашты, Кәртәле, Кѳҙйылға урман пункттары ингән Белорет металлургия комбинатың урман контораһы тип йѳрѳтѳлә. Йыл һайын был урман участкаларында 160 мең кубометр ағас, 79 мең кубометр әрҙәнә, Инйәр тѳркѳмѳ мейестәрендә 40 мең кубометр, Бәләғош тѳркѳмѳ мейестәрендә 120 кубометр ағас күмере әҙерләнә. Шулай уҡ леспромхоз ҡулланыусыларға 100 тоннаға тиклем сайыр һәм 500 тонна аҡ шыршы майы оҙата. 1936 йылдан...
Рәсәй Граждандар оборонаһына - 80 йыл 12-10-2012, 17:14 / Социаль ѳлкә

Рәсәй Граждандар оборонаһына - 80 йыл

Быйыл Рәсәй граждандар оборонаһын ойоштороуға 80 йыл тулды. Граждандар оборонаһы - дәүләтебеҙҙең мѳһим функцияларының береһе, оборона тѳҙѳлѳшѳнѳң һәм ил халҡы хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең айырылғыһыҙ ѳлѳшѳ булып тора. Тыныс тормошта йәшәүселәргә бѳтә тарих дауамында тѳрлѳ хәүеф-хәтәр янай, шул иҫәптән хәрби хәрәкәттәр менән бәйләнгәндәре лә. Һуңғы 5,5 мең йыллыҡтар дауамында 3,5 миллиард кеше һәләк булған, 15 мең тирәһе һуғыш булған. Һәләкәткә илтеү саралары даими рәүештә камиллашып тора. Фәнни-техник прогресс халыҡты күпләп ҡырыу ҡоралының барлыҡҡа килеүенә килтерҙе. Ә инде авиацияның...
Теште генә түгел, күңелде лә дауалай 12-10-2012, 17:08 / Һаулығың-байлығың

Теште генә түгел, күңелде лә дауалай

Балалар поликлиникаһының стоматология кабинетына яҡынлашҡан һайын хәҙер бала илауы ишетелер инде, тип борсолоуым арта. Ишек шаҡырға баҙнат итмәй бер аҙ кѳтѳп торҙом. Тып-тыныс, ниңәлер эске яҡта бала илауы ишетелмәй... Балалар ғына түгел, ә ата-әсәләрҙең дә күпселеге теш табибына килгәндә ошондай хис-тойғолар кисерә. Әммә был юлы балаларҙың теш табибы кабинетындағы тыныслыҡ берҙән, ғәжәпләндерһә, икенсенән, ҡыуандырҙы. Был тыныслыҡтың сере ябай - үҙ эшенең оҫтаһы булған теш табибы Лилиә Миннибай ҡыҙы Мѳхәмәҙиева ҡабул итә. Йәш табип ѳс йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ата-әсәләр араһында...
Ил данын арттырыр шәхестәр бәхетле ғаиләлә тәрбиәләнә 12-10-2012, 17:03 / Үрнәк

Ил данын арттырыр шәхестәр бәхетле ғаиләлә тәрбиәләнә

Һәр сәғәтенең, минутының ҡәҙерен белгән, уны дѳрѳҫ файҙаланған егәрле, сәмле кешеләр була. Нәҡ бына ошондай ғаиләләрҙә киләсәктә ил данын арттырырҙай, уның ҡеүәтен күтәрерҙәй балалар тәрбиәләнә, ата-әсәнең көндәлек тәртибе, йәшәү рәүеше бала күңеленә һеңдерелә. Ошо хаҡта фекер йөрөткәндә Белорет ҡалаһында йәшәүсе, биш бала тәрбиәләп, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, эшлекле һәм егәрле Махияновтар ғаиләһен хаҡлы рәүештә бына шундайҙар рәтенә индерергә була. Айҙар Әнғәм улы Махиянов, көрәшсе булараҡ, район халҡына яҡшы таныш. Шуға күрә һабантуй һарығының йыл да уға эләгеүенә лә ...
«ҺИН  яңғыҙ түгел!» 12-10-2012, 17:00 / Иҡтисад

«ҺИН яңғыҙ түгел!»

Халыҡ-ара ололар кѳнѳндә бѳтә почта бүлексәләрендә «Һин яңғыҙ түгел!» акцияһы старт алды. Акция барышында һәр кем почта бүлексәһендә яңғыҙ кешеләргә хат яҙып ҡалдыра ала. Рәсәй Почтаһы был акцияны ойоштороп, оло быуын мѳғаммәләренә йәмғиәт иғтибарын йәлеп итеү, уларҙың яңғыҙ булмауҙарын аңлатыуҙы, йылы һүҙ менән йѳрәк йылыһын бүләк итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. 31 октябргә тиклем һәр кем республика почта бүлексәләренә килеп, адресын күрһәтмәйенсә, оло кешегә йылы теләктәр һәм рәхмәт һүҙҙәре яҙылған хат, открытка йәки посылка ҡалдыра ала. Почтовиктар 1 ноябргә тиклем уларҙы яңғыҙ ҡалған ололарға...
Беҙҙең  Дамир - лауреат! 12-10-2012, 16:58 / Арҙаҡлы яҡташтар

Беҙҙең Дамир - лауреат!

Үткән аҙнала Күгәрсен районында данлыҡлы публицист Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хѳкүмәт премияһы тапшырылды. Билдәле булыуынса, был премия республикабыҙҙың киң матбуғат сараларында эшләүсе иң шәп журналистарға бирелә. Быйыл республика-быҙҙың иң оҫта ҡәләм оҫталарына тәғәйенләнгән юғары баһаға йәмғиәттә граждандың именлеген булдырыу, Башҡортостандың иҡ-тисади үҫеше темаларына арналған мәҡәләләре ѳсѳн «Аманат» журналының яуаплы секретары Дамир Шәрәфетдинов (ул уҡыусыларға «Урал» гәзитендә сыҡҡан мәҡәләләре, хикәйәләре, шиғырҙары аша яҡшы таныш), «Башҡортостанда эшләнгән» радиотапшырыуы һәм...
Сираттағы йыйын 12-10-2012, 16:57 / Мәҙәниәт

Сираттағы йыйын

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының сираттағы йыйыны Республика кѳнѳнә арналды. Гимназия директоры З.Б.Ғәлийәнова барыһын да байрам менән ҡотлап, уңыштар теләне. Һәүәҫкәр композитор Мѳхәррәм Сәлимов “Уралым” ҡобайырын башҡарҙы. VII класс уҡыусыһы Динислам Шәғәлин бейеү бүләк итте. Йыйында XI класс уҡыусыһы Рәмил Таипов президентлыҡ антын бирҙе. Шулай уҡ сара барышында I класс уҡыусыларын гимназистар сафына ҡабул иттеләр. Кескәйҙәр тел, ил тураһында шиғырҙар һѳйләне....
Байрамды яңы ҡыуаныстар менән 12-10-2012, 16:55 / Мәҙәниәт

Байрамды яңы ҡыуаныстар менән

Республика кѳнѳн белореттар, һәр йылдағыса, матур ваҡиғалар менән ҡаршы алды. Тѳп байрам сараһы ҡала Мәҙәниәт һарайында уҙҙы. Муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г.Миронов барыһын да байрам менән ҡотланы һәм район-ҡаланың социаль-иҡтисади тормошона байҡау яһап, райондың республика кимәлендә тотҡан урынын юғары баһаланы. Шулай уҡ Башҡортостан Милли банк рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Р.Х.Марданов, ветерандар советы исеменән З.Ә.Суфиянова, “БМК” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе В.И.Зюзин, Туҡан ауыл Советы биләмәһе хакимиәте башлығы Ю.Н.Калугин,...