Бүреләр малға тейә 17-10-2012, 14:50 / Социаль ѳлкә

Бүреләр малға тейә

Ауыл халҡы малға ҡарап тора. Эре малын да, ваҡ малын да тотаһың. Кәзә-һарыҡ аҫрау ҙа отошло. Йәй кѳнѳ ваҡ малды ит ѳсѳн һуйып та ебәрәһең, кәзә һѳтѳнән ҡымыҙ эшләйһең. Кѳҙ еткәйне, Уҫманғәле ауылында кәзәләр икешәрләп юғала башланы, баш-тояғы ла табылмай. 11 октябрь кѳпә-кѳндѳҙ 5 бүре ауылға тѳшѳп, кәзәне тамаҡлаған. Йәштәр урамында балалар күреп, был турала аталарына хәбәр иткәндәр. Ауыл ирҙәре тиҙ генә йыйылышып, бүреләрҙе ҡамап, береһен атып алды....
Уйҙарымдан уйылам 17-10-2012, 14:47 / Яҙмыштар

Уйҙарымдан уйылам

Һуғыш йылдары... Уның ялҡыны хатта иң тѳпкѳлдә ятҡан Ғәбдѳк ауылын да ялмап алды: йәшен дә, ҡартын да аямайынса йотто, яҙмыштарҙы кѳл-күмергә ҡалдырҙы. Мин 1925 йылдың 23 сентябрендә Ғәбдѳк ауылында тыуғанмын, 16 йәшемә тиклем атайым-әсәйем тәрбиәһендә үҫтем. Һуғыш башланғансы ла еңел йәшәлмәгән, тик һуғыш башланғас, халыҡтың тормошо тамуҡҡа әйләнде. Ул йылдарҙа ауылда артелдәр эшләй ине. Архангелдә урынлашҡан “Союзплодтара” ойошмаһына ҡараған артелдә ир-егеттәр, үҫмерҙәр урманда кол ҡырҡты, башҡа кәрәк-яраҡҡа ағас әйберҙәр, ҡап, септә һуғырға һалабаш әҙерләне. 1940 йылда 16 йәшемдә...
Ырыҫлы ѳй 17-10-2012, 14:45 / Социаль ѳлкә

Ырыҫлы ѳй

Була бит шундай ғәжәп кешеләр: егәрлелеге, уңғанлығы менән таң ҡалдырып, донъя ауырлыҡтарын иңе менән күтәреп, ҡайғы-хәсрәт күрһә лә, шат күңеллелеген, кәйеф күтәренкелеген юғалтмай, тормоштан йәм табып йәшәүселәр. Ундайҙар янында башҡаларға ла еңел булып китә. Уларҙың ышаныслы ҡулдарының йылыһын тойоу һәр кемгә кѳс һәм дәрт, рәхәтлек хисе ѳҫтәй. Бынан 75 йыл элек Манышты ауылында тыуып үҫкән Гѳлфинә Сәлмән ҡыҙы менән 79 йыл элек Ноҡатта донъяға килгән Хәким Мырҙабай улы Мѳхәмәҙиевтәр ана шундай кѳслѳ ихтыярлы, һоҡланғыс кешеләр. Инйәрҙә йәшәй улар. Оло йѳрәкле, алсаҡ, илтифатлы әсә...
Оптималләштереү:  эште еңелләштереүме,  әллә ауырлаштырыумы? 17-10-2012, 14:42 / Сәйәсәт

Оптималләштереү: эште еңелләштереүме, әллә ауырлаштырыумы?

Революция, коллективизация, приватизация… Йәшәйешебеҙҙең ниндәйҙер бер осорон сағылдырған ошондайыраҡ һүҙҙәргә бѳгѳн оптимизация тигән һүҙ ҙә килеп ҡушылды. Ә бит уйлап ҡараһаң, ниндәйҙер үҫеште, алға китеште, етештереүсәнлекте һынландырған был һүҙ мәғариф ѳлкәһенә, һәр хәлдә балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә, бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ һымаҡ. Әлбиттә, һүҙ юғары технологиялар индерелгән ҙур ҡалаларҙағы алға киткән мәктәптәр тураһында түгел, ә районыбыҙҙың бер-береһенән алыҫ урынлашҡан ябай ауыл мәктәптәре тураһында. Ә бит ҡулайлаштырыу проблемаһы бер бѳгѳн түгел, ә мәктәптәрҙе һәр бала...
“Дармарка” 17-10-2012, 14:40 / Яңылыҡтар

“Дармарка”

Бѳтә Рәсәй ЭКА йәшелдәр хәрәкәтенең Белорет бүлексәһе Үҙәк китапхана менән берлектә ҡалала бүләктәр йәрминкәһе үткәрә. «Дармарка» - яҡшы хәлдә булһа ла, кәрәкмәгән йәки күптән онотолған әйберҙәргә икенсе һулыш биреү һәм һеҙгә таныш булмаған кешегә бүләк итеү, үҙегеҙгә лә әйбер һайлап алыу мѳминлеге тыуҙыра. «Дармарка»ның тѳп маҡсаты - һеҙгә кәрәкмәгән әйберҙең башҡа берәүҙең мохтаж булыуы. Бының менән һеҙ экологияға ла ярҙам итәһегеҙ, сѳнки һәр яңы әйберҙе етештереү ѳсѳн күп тәбиғи ресурстар талап ителә. Был яҡшы әйберҙәрҙең сүплеккә ташланыуына ла юл ҡуймаясаҡ. Алмаштырыу ѳсѳн китаптар,...
Уҡытыусыбыҙ һынатмай 17-10-2012, 14:38 / Мәғариф

Уҡытыусыбыҙ һынатмай

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зѳһрә Әхмәҙей ҡыҙы Үтәғолова “Иң яҡшы башҡорт теле” уҡытыусыһы конкурсында еңеп, Башҡортостан Хѳкүмәте Грантына лайыҡ булды. Республикабыҙҙың иң-иңдәре булған илле уҡытыусы исемлегенә Зѳһрә Әхмәҙей ҡыҙының да инеүе районыбыҙ ѳсѳн ҙур ғорурлыҡ. Егерме туғыҙ йыл ғүмерен педагогик ѳлкәгә арнаған, үҙ эшенә мѳкиббән киткән һәләтле уҡытыусының оло баһаға лайыҡ булыуы уның, ысынлап та, үҙ эшенең оҫтаһы булыуы хаҡында һѳйләй....