Ялтлап  ятһын  ЮЛЫБЫҘ 19-10-2012, 14:09 / Социаль ѳлкә

Ялтлап ятһын ЮЛЫБЫҘ

Ҡалабыҙҙың 250 йыллыҡ юбилейы уңайынан юл тѳҙѳү һәм ремонтлау идаралығы эшсәндәренә кѳсѳргәнешле эшләргә тура килде. Быйыл Блюхер, К.Маркс, Точисский, Тюленин урамдарына, Яңы балалар баҡсаһы территорияһына һәм урамға асфальт түшәлде. Шулай уҡ Магнитогорск юлында 3 километр 800 метр, Татлы тирәһендә 3 километр араға асфальт һалынды. Идаралыҡ директоры урынбаҫары С.Л.Ишбулатов белдереүенсә, асфальт түшәүҙе тиҙ арала һәм сифатлы атҡарыу маҡсатында Ҡаҙыштағы асфальт-бетон заводына яңы «Lintec» ҡорамалы алынған. Быға тиклем сәғәтенә 50 тонна асфальт етештерелһә, хәҙер сәғәтенә 240 тоннаға етте....