Республикаға дан йырлап 22-10-2012, 16:15 / Мәғариф

Республикаға дан йырлап

Район-ҡалабыҙҙың күп мәктәптәрендәге кеүек 1-се Инйәр мәктәбендә лә Башҡортостан Республикаһының үҙ- аллылыҡ яулауына егерме ике йыл тулыуға арналған тантаналы линейка уҙҙы. Залға тантаналы рәүештә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагтарын сығарыу хоҡуғына уҡыу алдынғылары, XI класс уҡыусылары Алмаз Ғиззәтуллин менән Азамат Мырҙагилдин лайыҡ булды. Гимн яңғырағандан һуң алып барыусы, мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Э.Р. Ғафарова һәммәһен дә байрам менән ҡотланы, байрамдың мѳһимлеге һәм әһәмиәте тураһында әйтеп китте. Һуңынан IV класс уҡыусылары...
Әхмәр мәҙәниәт усағы гѳрләп тора 22-10-2012, 16:14 / Мәҙәниәт

Әхмәр мәҙәниәт усағы гѳрләп тора

Мәҙәниәт йорто директоры Нәғим Хәмзин, китапханасы Әлфиә Дәүләтова, художество етәксеһе Наил Хәмзин ололар кѳнѳнә арналған кисәгә Әхмәр, Ҡарайылға ауылдарынан ололарҙы саҡырҙы. Әхмәрҙәр һәр байрам кисәһен үҙенсәлекле, иҫтәлекле итеп ойоштора белә. Был юлы ла ѳлкәндәр бер ғаилә кеүек, йәш саҡтарын, звенола бергә эшләүҙәрен, кемдер кәләш әйттереп йѳрѳүҙәрен иҫләп, шул ҡәҙәр күңелле ултырҙы....
Бәйгелә дуҫлыҡ  еңде 22-10-2012, 16:12 / Мәҙәниәт

Бәйгелә дуҫлыҡ еңде

Ҡаланың 1-се балалар баҡсаһында Республика кѳнѳнә һәм Белореттың 250 йыллығына арналған сара үтте. Байрам «Аҡбуҙат» һәм «Дюймовочка» тѳркѳмдәре араһында бәйге формаһында ойошторолдо. Уны тәрбиәселәр Миңниса Сабир ҡыҙы Нәбиуллина менән Светлана Сергеевна Елисеева алып барҙы, ә музыкаль яҡтан Гүзәл Айрат ҡыҙы Бикбулатова биҙәне. «Аҡбуҙат» һәм «Росинка» исемдәре аҫтында сығыш яһаған командалар бер-береһен сағыу тәбрикләне. Сираттағы ярышта Белоретҡа ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙеләр. Слайд-шоуҙа күрһәтелгән фотоларҙа ҡайһы урын йә ниндәй учреждение булыуын әйттеләр. Балалар тыуған ил...
Кѳнсѳллѳк - хѳсѳтлѳк 22-10-2012, 16:11 / ---

Кѳнсѳллѳк - хѳсѳтлѳк

Хѳсѳтлѳк - Ислам динендә ғәйепләнгән, хәрәм ҡылынған сифаттыр. Ул һәр кемдә лә барҙыр. Хѳсѳтлѳк йәмғиәттә дошманлыҡты арттыра. Кѳнсѳллѳк кеше башындағы насар уйҙар аша һәр ваҡыт тынысһыҙлап тора. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә былай тигән: «Ут усағы утындарҙы нисек юҡ итһә, хѳсѳт һәм кѳнсѳллѳк тә эшләгән изгелектәрҙе, сауаптарҙы шулай юҡ итер». Ике нәмәләге кѳнсѳллѳктѳ пәйғәмбәребеҙ яҡлаған: белем алыуҙа, етеш йәшәүгә тырышлыҡты һәм сапсанлыҡты, егәрлелекте хуплаған. Аҡ кѳнсѳллѳктѳ һәр саҡ ҙурлаған. Әммә һәр кемдең был донъяла үҙенә генә хас мѳмкинлеге, һәләте бар. Ҡайһы бер кешегә һәләтте...
БАЙРАМ КѲНДӘРЕБЕҘ МѲБӘРӘК БУЛҺЫН! 22-10-2012, 16:09 / Иман

БАЙРАМ КѲНДӘРЕБЕҘ МѲБӘРӘК БУЛҺЫН!

Меңдәрсә ҡулдарҙың күккә күтәрелеп, меңдәрсә телдәрҙә доғалар яңғырап торған изге кѳн. Мосолман - Аллаһ бәндәһе. Уның ниәтендә - изгелек, ғәмәлендә - игелек, күңелендә - иман нуры, тип ѳйрәтә дин. Диндең был хѳкѳмдәрен ғәмәле менән ҡеүәтләп, хаж сәфәрендә йѳрѳгән ҡәрҙәштәребеҙ Исламдың изге урындарында ғибәҙәттә тора, хажға барыр мѳмкинлеге булмағандар ғәйет кѳнѳн мәсет юлында, мәсеттә ҡаршы ала. Мәсеттәр улар - ҡиблаһыҙ булған Ҡәғбәтулланың бер ѳлѳшѳ....
Хыялдарҙы  тормошҡа  ашырып… 22-10-2012, 16:07 / Иман

Хыялдарҙы тормошҡа ашырып…

«Хыялланырға кәрәк. Әгәр яҡшылар хаҡында ғына хыялланһаң, Аллаһ хатта арттырып бирә. Мин ѳмѳтләнгәндәремдән күберәк алдым», - ти Дания Әғзәмова һүҙен башлап. Барыһы ла ҡоро теләк кенә булып ҡалмаһын ѳсѳн үҙе лә тырыша. Фантазияға бай ҡыҙ М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт һәм графика факультетына уҡырға инә. «Университетта мин шуға ѳйрәндем: һин нимәне яҡшы эшләй беләһең - шуны эшләргә тейешһең. Бәләкәйҙән тѳрлѳ кѳнсығыш орнаменттар, семәрҙәр менән ҡыҙыҡһына инем. Сәнғәт һәм графика факультетына уҡырға ингәс иһә бала саҡтағы ҡыҙыҡһыныуымды онотоп...
Ҡурсаулыҡта  - педагогтар 22-10-2012, 16:04 / Яңылыҡтар

Ҡурсаулыҡта - педагогтар

Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында «Тотороҡло үҫеш һәм хәҙерге эколого-биологик белем» темаһына арналған семинар-практикум булды. Ҡаланың Йәш натуралистар станцияһы һәм Кѳньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы ойошторған сарала ҡала-райондың биология уҡытыусылары ҡатнашты. Семинар-практикум ике ѳлѳштән торҙо. Теоретик ѳлѳшѳндә семинарҙа ҡатнашыусылар ҡурсаулыҡтың биотѳрлѳлѳгѳн һаҡлауға, экологик белем биреүгә ҡағылышлы лекциялар тыңланы. Һуңынан фекер алыштылар, ҡурсаулыҡ тураһында видеофильмдар ҡаранылар. Тәбиғәт музейы һәм «Бәләкәй Ямантау» экологик һуҡмағы буйлап экскурсия...
Прокуратура аңлата 22-10-2012, 16:02 / Хоҡуғыңды беләһеңме?

Прокуратура аңлата

Бѳгѳн үҙ хоҡуҡтарыңды, закондарҙы белмәү ҡараңғы зинданда йәшәүгә тиң. Ниндәй генә мәсьәләгә ҡағылһаң да законды, эш тәртибен белеү мѳһим. Тормош талаптарын иҫәпкә алып, Белорет район-ара прокуратура менән берлектә, хоҡуҡи белемде камиллаштырыу маҡсатында «Хоҡуҡ белеме» рубрикаһын тәҡдим итәбеҙ. БѲГѲН ҺЕҘҘЕ БОРСОҒАН ҺОРАУҘАРҒА РАЙОН-АРА ПРОКУРОР ЯРҘАМСЫҺЫ АРТУР САФИН ЯУАП БИРӘ. Васыятнамәне нисек һәм ҡайҙа рәсмиләштерергә? РФ Граждандар кодексының 1124 статьяһы 1-се пунктына ярашлы, васыят яҙма рәүештә тѳҙѳлгән һәм нотариуста раҫланған булырға тейеш. Шәхес белемһеҙ йәки юридик...
Пенсия йәшенә етербеҙме, әллә алдан китербеҙме? 22-10-2012, 16:01 / Социаль ѳлкә

Пенсия йәшенә етербеҙме, әллә алдан китербеҙме?

2012 йылдың 1 июленә пенсия күләме уртаса 8610,5 һум тәшкил итте. Һуңғы мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, бөгөн төбәктә 1,075 миллиондан артыҡ пенсионер йәшәй, шуларҙың 308 меңдән артығы эшләй. Хаҡлы ялға сығыусыларҙың 980,7 меңе хеҙмәт пенсияһы ала, уның уртаса күләме - 8849,3 һум. 94,4 мең кеше дәүләт пенсияһы ала, шуларҙың 90,4-е социаль пенсияға эйә. Ундайҙар өсөн пенсияның уртаса күләме 6130,1 һәм 5952,4 һум тәшкил итә....
Тағы ла пенсия реформаһы кѳтѳлә 22-10-2012, 15:58 / Социаль ѳлкә

Тағы ла пенсия реформаһы кѳтѳлә

РФ Президентының 597-се (7 май, 2012 йыл) Указына ярашлы, Рәсәйҙә пенсия системаһын оҙайлы үҫтереү стратегияһы эшләнде. Уны РФ Хеҙмәт министрлығы РФ Пенсия фонды менән берлектә әҙерләгән. Проект положениеһы киң мәғлүмәт сараларында, социаль-хеҙмәт мѳнәсәбәттәрен кѳйләү буйынса Рәсәй ѳс яҡлы комиссия ултырыштарында, Дәүләт Думаһында, Федераль Йыйылыштың федерация Советында, Рәсәй сәнәғәт һәм эшҡыуарҙар союзында тикшерелде. Стратегия тексы Рәсәй Хеҙмәт министрлығы сайтында баҫылды (www.rosmintrud.ru). Яңыраҡ Рәсәй Пенсия фонды идаралыҡтарында Пенсия фонды үҫеш стратегияһына арналған...