Ҡоҙғон-Әхмәр  ҡатайҙары  тарихы 26-10-2012, 13:59 / Шәжәрә

Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатайҙары тарихы

“Урал” гәзитендә “Ҡоҙғон-Әхмәр ауылының ҡыҫҡаса тарихы, йәғни Ҡоҙғон ҡатайҙары” тигән яҙмам баҫылып сыҡҡандан һуң шылтыратыуҙар, ҡотлауҙар, күп булды. Шул уҡ ваҡытта ѳҫтәлмәләр, тѳҙәтеүҙәр менән бергә һорауҙар ҙа бирҙеләр. Күптәрҙе беҙҙең ҡайҙан килеп сығыуыбыҙ, ни ѳсѳн Ҡоҙғон ҡатайҙары икәнлегебеҙ ҡыҙыҡһындыра, ер-һыу атамаларында тороп ҡалған исемдәргә аңлатмалар биреүҙе үтенә. Әлбиттә, мин күберәк Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы тураһында яҙырға тырыштым. Башҡа ауылдар тураһында архив материалдары булһа ла, яҙмай үткәйнем. Был юлы башҡа ауылдар тарихына ҡағылышлы материалдарға урын бирәсәкмен....
Компьютер 26-10-2012, 13:52 / Яҙыусылар ижады

Компьютер

Компьютерҙарҙың ниндәйе генә юҡ хәҙер. Иҫәпләй, киләсәккә бик уңайлы һәм файҙалы булған программалар тѳҙѳй, баш етмәҫ ҡатмарлы мәсьәләләрҙе «һә» тигәнсе сисеп бирә торғандары, үҙ хәтерендә һаҡлай торғандары тиһеңме... Ҙурҙары ла, бәләкәйҙәре лә бар уларҙың. Алик Абдрахманович, ҙур ойошма етәксеһе булараҡ, үҙ бүлмәһенә компьютер алып ултыртты. Был үтә «аҡыллы» компьютерҙың тейешле кнопкаһына баҫыу менән үҙең теләгән кешенең уй-фекерҙәрен асып һала, ниндәй ниәт менән йәшәүен күрһәтә, уның эшсәнлегенә тулы характеристика бирә торған ѳр-яңы аппарат ине был. Алик Абдрахманович һѳйѳнѳп бѳтә...
Әгәр  торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенән килһәләр… 26-10-2012, 13:48 / Тәртип һағында

Әгәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенән килһәләр…

- Асығыҙ, был торлаҡ-коммуналь хужалығынан! Беҙгә счетчикты тикшерергә кәрәк! Тап ошондай һылтау менән ике йәш егет оло ғына ҡатындың фатирының ишеген ҡаҡҡандар. Ялған хеҙмәткәрҙәр хужабикәнең ышанысын яулау өсөн ЖКХ тарафынан бирелгән таныҡлыҡ та күрһәткән. Ҡатын документты тикшереп тормайынса, “хеҙмәткәрҙәрҙе” өйгә үткәргән. Береһе аш бүлмәһендә счетчикты ҡарағансы, икенсеһе ҡунаҡ бүлмәһендәге приборҙарҙы тикшергән. Күпмелер ваҡыт үткәс, йәнәһе, эштәрен тамамлап, егеттәр фатирҙан сығып та киткән. Тикшереүселәрҙе оҙатҡас, хужабикә ҡунаҡ бүлмәһенә йүнәлә. Унда аҡсаларын һаҡлаған быяла...
Ғәҙел хеҙмәт өлгөһө 26-10-2012, 13:46 / Яңылыҡтар

Ғәҙел хеҙмәт өлгөһө

“Халыҡ участковыйы - беҙҙеке!” - тиҙәр ғорурлыҡ менән Әзекәй, Аҙналы, Әхмәр, Боғанаҡ ауылдары халҡы полиция майоры Ғилемдар Серғәлин хаҡында. Сентябрҙә башланған һәм Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы тарафынан уҙғарылған “Халыҡ участковыйы” Бөтә Рәсәй конкурсында Ғ. Серғәлин 6823 тауыш йыйып, еңеүгә өлгәште. Был конкурсҡа “Белорет” муниципаль-ара эске эштәр бүлеге етәкселеге тарафынан 5 участковый тәҡдим ителгәйне. Ғилемдар Ҡорбанбай улы Серғәлин хоҡуҡ һаҡлау органдарында 18 йыл хеҙмәт итә. Әйтергә кәрәк, уның был өлкәләге хеҙмәт юлы юҡтан ғына башланмаған. Районыбыҙҙың “Урал”...
Хат  хәбәрем  - Сермәндән 26-10-2012, 13:44 / Мәҙәниәт

Хат хәбәрем - Сермәндән

Сермән ауылы мәҙәниәт үҙәгендә ветерандар советы ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә 25 йыл тулыуға арналған кисә булды. Унда муниципаль район хакимиәте вәкилдәре, күрше ауылдарҙың ветерандар советы рәйестәре һәм ветерандар ҡатнашты. Йыйылышты алып барыу ѳсѳн алдан президиум составы билдәләнде. Сермән ветерандар ойошмаһының тәүге етәксеһе булып А.С.Исламова эш башлап киткәйне. Асия Сәфәрғәле ҡыҙы үҙе “Хәтирә” ансамбленә күскәс, эшен Н.М.Ҡаһировҡа тапшырҙы. Йыйылыш барышында Асия апайҙың ул ваҡытта башҡарған эшен Солтан Мосауир улы ҙурлап, хѳрмәтләп телгә алды. Бѳгѳнгѳ кѳндә актив ветераныбыҙ-...
Ауылдарҙа тәүге ойошмалар  тѳҙѳү тураһында 26-10-2012, 13:43 / Сәйәсәт

Ауылдарҙа тәүге ойошмалар тѳҙѳү тураһында

Рәсәй Федерацияһының 7-се “Сауҙа булмаған ойошмалары тураһында” Федераль законына һәм 82-се “Йәмәғәт берекмәләре тураһында” Федераль законына, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа норматив-хоҡуҡи акттарына, Халыҡ-ара “Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт берекмәләре союзы Уставына таянып, региональ (урындағы) башҡорттар ҡоролтайының тәүге ойошмаларын тѳҙѳү тәртибе тураһында Положение сығарылды....
Реформамы, әллә иләүгә таяҡ тығыумы? 26-10-2012, 13:40 / Мәғариф

Реформамы, әллә иләүгә таяҡ тығыумы?

Мәғариф ѳлкәһе бер ваҡытта булмағанса ҙур һынылыш осоро кисерә. Тотош илде тотороҡһоҙлоғо менән тетрәндергән 90-сы йылдарҙа ла мәғариф ѳлкәһе әлеге кеүек тетрәнеүҙәр кисермәне. Быйылғы 1 сентябрь күп мәктәп коллективы ѳсѳн, ул ғына ла түгел, мәғариф бүлектәре начальниктары ѳсѳн шомло кѳнгә әйләнде, сѳнки уларға “оптималләштереү”, йәғни ҡулайлаштырыу буйынса яңы ҡарарға таянып, бер районда ғына меңгә яҡын уҡытыусыны ҡыҫҡартырға кәрәк ине. Заманса мәктәп - бик ҡатмарлы ойошма. Ул үҙ ҡанундары буйынса йәшәй һәм уны ҡағыҙ битенә яҙылған инша кеүек, аҙағынаса аңлатып яҙып булмаясаҡ. Беҙгә...
Юлсыларға - изге юл 26-10-2012, 13:36 / Яңылыҡтар

Юлсыларға - изге юл

Башҡортостан Республикаһының «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы филиалы Белорет автотранспорт предприятиеһында һѳнәри байрамдары уңайынан тантаналы йыйылыш үтте. Унда үҙ эшенең оҫталары булған бер тѳркѳм алдынғылар күкрәк знагы, «Башавтотранс» һәм муниципаль район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ юбилярҙарҙы ҡотлау ҙа традицияға әйләнгән. Йыйылышты алып барыусы баш инженер Әнүәр Әхиәр улы Әғзәмов байрам менән ҡотлап, һәммәһенә лә изге теләктәрен еткерҙе. Бында үҙ предприятиеһының патриоттары булған намыҫлы хеҙмәткәрҙәр байтаҡ,...