Эскесе алкоголиктан нисек айырыла 29-10-2012, 14:48 / Социаль ѳлкә

Эскесе алкоголиктан нисек айырыла

Эскесенең алкоголикка әүерелеүен нисек белергә. Эскесе байрамдарҙа, ял көндәрендә йәки әҙләп кенә көн һайын эсергә ярата. Был этапта ул эскене үҙе ташлай ала әле. Дөрөҫөрәге, уға шулай тойола. Табипҡа тик 10% эскесе генә мөрәжәғәт итә. Шуныһы ғәжәп: бындайҙарҙы дауалауы ауырыраҡ. Урталыҡта тарбанлағандарға ҡарағанда, иң төптән сығарыуы еңелерәк, тип иҫәпләй табиптар. Сөнки ундайҙар, теләһәм, үҙем ташлай алам, тип уйлай һәм табиптарҙың кәңәшен һанға һуҡмай....
«Уйна, гармун!»да - беҙҙекеләр 29-10-2012, 14:46 / Мәҙәниәт

«Уйна, гармун!»да - беҙҙекеләр

Уҙған һәм унан алдағы шәмбелә Рәсәйҙең 1-се каналында барған «Уйна, гармун!» тапшырыуында беҙҙең райондың һәм Межгорье ҡалаһының гармунсылары, фольклор ансамблдәре сығыш яһаны. Магнитогорск ҡалаһы һәм металлургия заводының байрамдары айҡанлы Анастасия Заволокина етәкселегендәге «Уйна, гармун!» телетапшырыуы тѳркѳмѳ Магнитогорскиға килгәйне. Байрамда Үткәл, Үрге Әүжән, Тирлән, Бирҙеғол гармунсылары һәм Ломовка фольклор тѳркѳмѳ үҙ һѳнәрен күрһәтте. Тамашасыға бигерәк тә Иршат Шәғәлин етәкселегендәге Рушан Шәғәлин, Ирек Йомағужин, Рәфис Ғәйфуллин, Илсур Мѳхәмәтдинов һәм Илдар...
Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатайҙары тарихы 29-10-2012, 14:42 / Шәжәрә

Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатайҙары тарихы

Башҡорт ауылдарының исемен руссаға әйләндереп яҙғанда хаталарға юл ҡуйылған. Рәсми документтарҙа Зәит (Заитово) ауылын Заһит (Загитово) тип тәркәгәндәр. Документтан күренеүенсә, “соборная мечеть” Аҙналы ауылында булған, ул мәсеткә Ҡаҙыш ауылын да беркетеп ҡуялар. Ә бына Әзекәй ауылында “пятивременная мечеть” тип әйтелә. Имам итеп Шакиров Ғүмәр тәғәйенләнә. Шакиров Ғүмәр Мѳхәмәтшакир улы Ырымбур губернияһы Верхнеуральск ѳйәҙе Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында Тамъян-Ҡатай кантонының мировой судьяһы Мѳхәмәтшакир Ғәбитов ғаиләһендә тыуа. Башланғыс дини белемде ауылда ала....
Ҡәҙерле ҡомартҡы 29-10-2012, 14:36 / Яҙмыштар

Ҡәҙерле ҡомартҡы

Изгелекле кешеләрҙән башҡа ерҙә йәшәү юҡ, тигән боронғолар. Хәҙер ҙә донъя шулай. Бәйтулла Ғариф улы Йәһүҙин Бѳйѳк Ватан һуғышы ҡаһарманы ла түгел, иҫ китмәле батырлыҡтар ҙа күрһәтмәгән, ә яҡшы тормош тураһында хыялланыусы ябай яҙмышлы кеше. Әммә күпте күргән, күпте кисергән атайым башҡаларға ѳлгѳ булырлыҡ. Ул 1928 йылда Йѳйәк ауылында хәлле ғаиләлә тыуған. Әсәһе Мәрфуға 36 йәшендә генә ике балаһын ҡалдырып, үлеп китә. Атайыма 5 йәш, ә һеңлеһенә йәш ярым ғына була. Күпмелер ваҡыттан һуң атаһы икенсе ҡатын алып ҡайта. Уларҙың ҡыҙҙары тыуа. Тик уларға оҙаҡ йәшәргә тура килмәй, 1937 йылда...
АҘНАЛЫЛА мәсет асылды 29-10-2012, 14:32 / Иман

АҘНАЛЫЛА мәсет асылды

25 октябрь - Ҡорбан ғәйетендә Аҙналы һәм Ҡаҙыш ауылы халҡы икеләтә шатлыҡлы тойғолар кисерҙе. Ниһайәт, Аҙналыла ла эстән дә, тыштан да балҡып торған мәсет асылды. Салауат Юлаев урамының уртаһында ултырған мәсет янына милли кейемдәрҙәге ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, күрше-тирә ауылдарҙан һәм ҡаланан ҡунаҡтар иртә менән ағыла башланы. Әхмәрҙән Рамазан мулла, ағинәй менән аҡһаҡал Сәмсихан һәм Ғәббәс Хәмзиндар, Әлфиә Дәүләтова етәкселегендәге «Наза» фольклор ансамбле инәйҙәре, Ҡаҙыштан ағинәй Хәжәр Мѳхәмәҙиева, Әминә Әбүталипова, Сәлимә Суфиянова, Зәйтүнә менән Булат Сафиуллиндар һәм башҡалар ...
ЭЛЕКТРОН ХЕҘМӘТТЕҢ ЯҢЫ ТѲРѲ 29-10-2012, 14:18 / Социаль ѳлкә

ЭЛЕКТРОН ХЕҘМӘТТЕҢ ЯҢЫ ТѲРѲ

Рәсәй Пенсия фондының рәсми сайтының Башҡортостан буйынса бүлектең Интернет-сайтында Пенсияны Дәүләт софинансированиеһы программаһында ҡатнашыусылар ѳсѳн хеҙмәт пенсияһының йыйылма ѳлѳшѳнә ѳҫтәлмә страховка иғәнәләре түләү ѳсѳн квитанцияны тултырыу һәм баҫтырып алыу мѳмкинлеге тыуҙырылды....
Ҡалала призывниктар кѳнѳ 29-10-2012, 14:07 / Социаль ѳлкә

Ҡалала призывниктар кѳнѳ

Рәсәй Ҡораллы Көстәренә көҙгө саҡырыу башланды. Илебеҙ именлеге өсөн мөһим булған был сарала Белорет, Бөрйән райондарының һәм Белорет ҡалаһының хәрби комиссариаты етди әҙерләнә. Әлеге ваҡытта армия сафына китәсәк егеттәргә саҡырыу хаттары ебәрелә, хәрби бурысын үтәүҙән ҡасып йөрөүселәрҙе эҙләү төркөмдәре эшләй. Ғөмүмән, районда хәрби хеҙмәткә алынасаҡ егеттәргә кесе йәштән үк ҙур иғтибар бүленә. 17-се гимназия базаһында буласаҡ һалдаттарға VI кластан уҡ аҙнаһына өс тапҡыр бушлай хәрби күнекмәләр үткәрелә, муниципаль райондың йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге, йәштәрҙең ял итеү үҙәге һәм...